Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Декабрь 2019, 01:54

Сираттағы "Беҙҙең өйҙөң йәме" ни хаҡында?

Уның Яңы йыл алды сығарылышында республика етәксеһе лә ҡатнашты.

28 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 2-се балалар йортонда булып, «Беҙҙең өйҙөң йәме” телетапшырыуын төшөрөүҙә ҡатнашты.

“Вся Уфа” телеканалында алып барылған был хәйриә проекты балалар йорттарында тәрбиәләнгәндәргә яңы ғаилә табыуға йүнәлтелгән. Башланғыс Каринэ Хәбированың яҡындан ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла.

2-се балалар йорто директоры Зинфира Ураҙбаева әйтеүенсә, әле бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 3-8 йәшлек 44 бала йәшәй. Улар барыһы ла мәктәпкәсә белем алыу өсөн махсус шарттар булдырыуға мохтажлыҡ кисерә.

Төбәк етәксеһе балалар менән махсус күнекмәләр барышын, Яңы йыл иртәлеген ҡараны. Бында тәрбиәләнеүселәрҙең дөрөҫ социалләшә алыу мөмкинлеге бармы, тип ҡыҙыҡһынды.

“Беҙ был йәһәттән төрлө варианттар эшләйбеҙ, көсөбөҙҙән килгәнде атҡарабыҙ, – тине Милана Скоробогатова. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай балаларға ҡиммәтле дауалау, операциялар талап ителә”.

“Беҙҙең өйҙөң йәме” тапшырыуының Яңы йыл алды сығарылышы Аэлита һәм Альфред Ҡотләхмәтовтарға бағышланған. Уларҙың тарихы бик үҙенсәлекле, ҡатмарлы.

Радий Хәбиров Яңы йыл күстәнәстәре лә таратты.

“Был телепроект иң яҡтыларҙың береһе, – тине ул. – Ошо башланғыс арҡаһында утыҙҙан ашыу бала яңы ғаилә тапты. Бындай бәхетлеләр артабан тағы ла артыр тигән ышаныстамын”.

Фотолар: glavarb.ru

Читайте нас: