Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Апрель , 10:00

Еңеүҙе тыуған ҡалаһында яуланы!

Беҙ Европа чемпионы Артур Собханғолов менән осрашып һөйләштек.

Еңеүҙе тыуған ҡалаһында яуланы!
Еңеүҙе тыуған ҡалаһында яуланы!

Күптән түгел Өфөлә “Ставкалар лигаһы. IBA чемпиондары төнө турниры үтте. Төп алышта күп тапҡыр Рәсәй чемпионаттарында призлы урындар яулаған Артур Собханғолов (6-0, КО 4) судьяларҙың берҙәм тауышы менән румын Джеймс Череджиҙы еңде (19-4, КО 7) һәм 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә IBA версияһы буйынса Европа чемпионы билбауына лайыҡ булды. Яҡташыбыҙҙың ошо ҡыуаныслы ваҡиғаһынан һуң уның менән осрашып һөйләштек.

 – Артур, төрлө спорт төрҙәре бар. Ни өсөн тап бокс менән шөғөлләнә башланығыҙ?

 – Был хәлгә аралашҡан дуҫтарым сәбәпсе, уларға ҡушылып, спорт менән шөғөлләнә башланым. Башта кикбоксинг менән мауыҡтым, әммә ул Олимпия уйындары спорт төрө түгел. Һөҙөмтәлә киләсәктә һөнәри спортсы булараҡ үҫештең юҡлығын һиҙемләгән тренерым Мария Карабанова боксҡа етди иғтибар бүлергә, тап ошо спорт төрө менән ныҡлап шөғөлләнергә тәҡдим итте. Башта был ике спорт төрө буйынса ла күнекмәләргә йөрөнөм, кикбоксинг буйынса Башҡортостандың чемпионы исемен яуланым, Рәсәй чемпионатында беренсе урынға лайыҡ булдым. Һуңғараҡ, тренерым әйткән кәңәштәрҙе тотоп, бокс менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. 2021 йылда был спорт төрө буйынса һөнәри карьераны башланым.

 – Өфөлә ойошторолған турнирға ҡайҙа әҙерләндегеҙ?

 – Австралияла экс-донъя чемпионы Джордж Камбососу менән күнекмәләр үткәрҙем. Ул бының өсөн үҙенә лагерға саҡырҙы. Джордж 12 майҙа Австралияның Перта ҡалаһында рингта билдәле боксер Василий Ломаченко менән осраша. Ә минең стиль уның ошо көнәркәшсеһенең стиле менән оҡшаш. Оҫта спортсы менән күнекмәләр минең өсөн ҙур тәжрибә булды. Һөҙөмтәлә ҡасандыр мин уның алыштарын күҙәткән инем, күптән түгел ошо алымдарҙым барыһын да үҙемдә һынаным.

 – Был сараға тиклем ниндәй ярыштарҙа еңеү яуланығыҙ?

 – 2018 йылда нефтселек илдәре араһында үткәрелгән алыштарҙа беренсе урынға сыҡтым. 2019 йылда Германияның Кёльн ҡалаһында үткәрелгән ярышта өсөнсө урынға лайыҡ булдым. Ошо йылда ошондай уҡ урынды Чехияла уҙғарылған бәйгелә яуланым.

 – Ә бына баш ҡалабыҙҙа үткән турнирҙа алышҡан спортсы менән быға тиклем рингта осрашҡанығыҙ бар инеме?

 – Өфөлә "IBA чемпиондары төнө" ойоштороласағын, IBA версияһы буйынса Европа чемпионы исеменә финал бәйгеһе буласағын алдан белһәм дә, кем менән алышасағым хаҡында хәбәрҙар түгел инем. Ике ай элек кенә уның исеме, йәғни кем икәнлеге асыҡланды. IBA версияһы буйынса Европа чемпионы исеменә финал алышында Румыния боксеры Джеймс Череджи менән осрашасағым мәғлүм булды. Ғөмүмән, Өфөләге турнир минең өсөн тулҡынландырғыс ваҡиғаға әйләнде.

 – Румыния боксеры Джеймс Череджи менән алыш хәтерегеҙҙә нисек ҡалды?

 – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Джеймс һигеҙ раунд буйына ныҡлы алыштан “ҡасты”. Нокауттан, тағы нимәндер, был хаҡта үҙе яҡшы белә, әлбиттә, ҡотолорға тырышты. Бәлки, яраланған булғандыр ҙа. Һөҙөмтәлә көнәркәшсем миңә үҙемде ошо алышта тулыһынса асыу, күрһәтеү мөмкинлеген бирмәне, сөнки ошондай ярыштарҙа спортсынан да күп нәмә тора. Әгәр ике бокссы ла бер-береһен хәйлә йәһәтенән еңергә тырыша икән, тамашасыға ла был  ҡыҙыҡ. Уйлау, йылғырлыҡ, һалҡын ҡанлылыҡ һәм башҡалар ҡушылһа, был хистәрҙең барыһы ла көйәрмәндәргә күсә. Тиҙлек менән көстән тыш, йәнә аҡыл да йәлеп ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең менән уйнаған боксер бындай хәлдәрҙән “ҡасты”, тик бына бишенсе раундта ғына, минең хаҡта “Тырышты, хәҙер арыған” тип уйлағандыр, тим, ныҡлап эшләй башланы. Уның ошо мәлен тиҙ генә файҙаландым һәм уны нокдаунға ебәрҙем.

 – Әйткәндәй, ошо турнирға тиклем 11 ай ярыштарҙа ҡатнашмағанһығыҙ, ахыры?

 – Эйе, төрлө сараларҙа ҡатнашыу тәҡдимдәренән төрлө хәлдәргә бәйле баш тарттым. Ә был ярыштарҙа үҙ көсөмдө һынауға ҡуш ҡуллап ризалаштым, әлбиттә, сөнки сара тыуған еремдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында үткәрелде. Был – минең өсөн ҙур ғорурлыҡ.

 – Яҡындарығыҙ ярыштарҙы ҡарарға килдеме?

  • Әсәйем Зилә Усман ҡыҙы бер ҡасан да мин ҡатнашҡан яуҙарҙы ҡарамай, хатта телевизорҙан да күҙәтмәй, ниндәй һөҙөмтәгә тамамланырын борсолоп көтә. Бала саҡтан мине тәрбиәләп үҫтергән Флүр Хаммат улын атай тип йөрөтәм. Ул һәм минән биш минутҡа ҙур апайым Алина Рәмил ҡыҙы килде. Беҙ – уның менән игеҙәктәр. Ғаиләлә икәү бергә үҫтек.

 – Ғөмүмән,  был турнир нимәһе менән ҡәҙерле?

  • IBA версияһы буйынса Европа чемпионы исеменә финал алышында ҡатнашыу һәм еңеү яулау намыҫ эшенә әйләнде. Өҫтәүенә, үҙеңдең тыуған ереңдә беренселеккә өлгәшеү – ҡыуаныслы хәл. Был бәхет һәр кемгә лә тәтемәй.
  • Гәзит уҡыусыларға бокстың үҙенсәлектәре һәм уның менән шөғөлләнеүҙең файҙаһы тураһында нимә әйтерһегеҙ?
  • Әлбиттә, был спорт төрөнөң файҙаһы бар. Беренсенән, ул үҙ-үҙеңә ышанысты арттыра, холоҡто нығыта, көслө ихтыяр тәрбиәләй, тәртипкә өндәй. Спорттың уйын төрҙәренән айырмалы, бокста тәртип булмаһа, рингта башыңа эләгәсәк, һыҙланыуға дусар буласаҡһың (йылмаяА.Н.). Еңелергә теләмәһәң, беренсе урынды яулағың килһә, тәү сиратта спортсынан тәртип талап ителә. Бокста ул бик мөһим.
  • Артур, беҙҙең һорауҙарға яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар теләйбеҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

ҠЫҘЫҠЛЫ МӘҒЛҮМӘТТӘР:

Артур Собханҡоловтың яратҡан шөғөлдәре: тәбиғәт ҡосағына сығыу һәм мунса инеү;

Яратҡан аҙығы: әсәһе әҙерләгән ғөбәҙиә.

Яратҡан цитатаһы: кисәге еңеүҙәр бер нимә лә түгел, бөгөнгөһө барыһын да хәл итә.

Спортсы кешеләрҙә әҙәпле, намыҫлы, изге күңелле булыуҙы хөрмәт итә.

 

Мария Юрьевна КАРАБАНОВА, Артур Собханғоловтың тренеры, Башҡортостандың бокс буйынса ир-егеттәр йыйылма командаһының өлкән тренеры:

 – Артур рингка 11 ай тирәһе сыҡмаған ине. Был хәл алышта ла бер аҙ сағылыш тапты. Өҫтәүенә, көнәркәшсеһе ошоға тиклем рингта көрәштәштәре менән бик әүҙем алыша ине, был юлы артыҡ көс һалманы, еңеү яуларға ынтылманы, шуға күрә алыш күңелһеҙерәк тойолдо. Әммә нисек кенә булмаһын, был Артур Собханғоловтың ышаныслы еңеүе булды һәм ул Европа чемпионы исемен яуланы. Билбауҙы көйәрмәндәребеҙ тулы туған бинала алыу ҡыуаныслы хәлгә әүерелде.   

 

ҠЫҪҠАСА БЕЛЕШМӘ.

Артур Рәмил улы Собханғолов 1992 йылдың 1 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған. УлРәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәйҙең бокс буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. 2015 йылда бокс буйынса Рәсәй чемпионатында финалға сыҡҡан, 2013, 2016 йылдарҙа Рәсәй, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре араһындағы төбәк чемпионаттарында призлы урындар яулаған. Эске эштәр министрлығының төбәк органдары араһында  биш тапҡыр чемпион тип танылған, 2016 йылда нефтселек илдәре араһында ике тапҡыр донъя кубогын яулаған.

Артур Собханғолов 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыған, Башҡортостан дәүләт аграр университетының урман хужалығы һәм ер төҙөлөшө факультетын ер төҙөлөшө инженеры һөнәре буйынса тамамлаған. Ул шулай уҡ механика факультетының “Урмансылыҡ, ауыл һәм балыҡсылыҡ хужалығында механикалаштырыу технологиялары саралары һәм энергетика ҡорамалдары” аспирантураһында белем алған. Артур Рәмил улы Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль идара итеү һәм иҡтисад факультетында белем алған.

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: