Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Декабрь 2019, 11:30

Мотоуҙышсыларҙы уңыш урап үтте

Яҡташтарыбыҙ 8-се, 10-сы, 12-се урындарҙа...

Өфөләге Ғ. Ҡадиров исемендәге Спорттың техник төрҙәре буйынса үҙәге мотоуҙышсылары Рәсәйҙең боҙ спидвейы буйынса 60-сы шәхси чемпионатының дүрт этаптан торған финал ярыштарын уңышһыҙ башланы.
Тольятти ҡалаһында уҙғарылған беренсе этапта яҡташыбыҙ Динар Вәлиев һигеҙенсе урынға ғына сыҡһа, Иван Чичков, Дмитрий Солянников һәм Никита Богданов 10-сы, 12-се урындарҙы бүлеште. Ә II урынға Каменск-Уральскиҙан Данил Иванов сыҡты.
III урынды яулаған Игорь Кононов – яҡташыбыҙ. Тик ул Тольяттиҙың “Мега-Лада” командаһы өсөн сығыш яһай. Ә еңеү был ярыштарҙа Каменск-Уральскиҙан Дмитрий Хомицевичҡа йылмайҙы.
Йәкшәмбе Тольяттиҙа ярыштарҙың икенсе этабы үткәрелһә, 4-5 ғинуарҙа Щадринскиҙа икенсе һәм өсөнсө этаптар уҙғарыласаҡ.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас: