Белорет ҡала мәҙәниәт һарайында район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта күп балалы әсәләр – Динара Исаеваға һәм Нәилә Мәхмүтоваға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырҙы.
Динара Белорет ҡалаһында тыуған. Кейәүгә сыҡҡас, райондың Инйәр ауылына йәшәргә күскән. Әле иһә ире менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Динара малай менән ҡыҙ тыуыуын теләгән, әммә бер-бер артлы дүрт малай тыуған. Ҡыҙ иһә ғаиләлә бишенсе бала булып ауаз һала, хәҙер кинйәбикәгә - өс йәш. Динара "Асы" шифаханаһында эшләй.
Был ғаиләлә бурыстар аныҡ бүленгән: өлкән улдары мал ҡарай, ихаталағы эште башҡара; кеселәре өй эштәрендә әсәһенә ярҙамлаша. Ғаиләлә атай – төп кеше, уның абруйы ҙур. Ул ҡыҙын айырыуса яратып ҡарай, хатта сәсен дә үреп ҡуя. Улдары иһә әсәйҙәрен хәстәрләп кенә тора, йыш ҡына кәңәш һорайҙар һәм һәр нәмәлә ярҙам итергә тырышалар.
Нәилә Мәхмүтова Сермән ауылында йәшәй. Улар ҙа, Исаевтар ғаиләһе кеүек үк, дүрт малай һәм ҡыҙ тәрбиәләй. Ғаилә ҡорғас, малай һәм ҡыҙ тураһында хыялланғандар. Бер йыл элек Нәилә тол ҡалған, хәҙер ул яңғыҙы биш бала тәрбиәләй. Өлкән улы Санкт-Петербургта хәрби-космос академияһында уҡый, икенсе улы - педагогия техникумы студенты, тағы ике малай мәктәптә уҡый.
Егеттәрҙең барыһы ла үҙаллы булыуы менән айырылып тора. Нәилә ҡалаға йөрөп эшләй. Өйгә ҡайтҡас, дүрт йәшлек ҡыҙын балалар баҡсаһынан алырға йүгерә. Балалар – уның тормоштағы ҙур шатлығы, ә улдары - төп терәге, бөтә яҡлап та ярҙам итә. Ысынлап та, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар бер-береһен хәстәрләп, яуаплылыҡ тойоп үҫә.
Гүзәл заттарҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ һәм балаларын имен-һау аяҡҡа баҫтырып, уларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/ivaniutaandrei