Бер йыл элек Сибай ҡалаһының "Юлдаш" лагерында ҡот осҡос фажиғә булғайны - спорт ҡоролмаһындағы турникта шөғөлләнгәндә, өҫтөнә тимер конструкция ҡолап, 15 йәшлек үҫмер ауыр баш йәрәхәте алды.
Дияз комаға китеп, 5 сентябрҙә генә аңына килә. Әсәһе әйтеүенсә, табиптар бындай йәрәхәт менән кешенең терелеренә бик аҙ өмөт бирә. Малай ай ярым һөйләшмәй, яңынан тын алырға, башын тоторға, ултырырға, ашарға өйрәнә. 52 көн дауаханала ята.
Артабан инде оҙайлы реабилитация башлана. Табиптарҙың, ата-әсәһенең, туғандарының, миһырбанлы кешеләрҙең тырышлығы менән Дияз ҡәҙимге тормошҡа ҡайта, инвалид коляскаһынан тороп, атлай башлай. Быйыл ул аттестат алды һәм лицейҙа премияға лайыҡ булды. Ҡотлау тантанаһында тирә-яҡтан "Бирешмә, Дияз!" тигән алҡыштар яңғыраны.
"Бөгөн беҙҙең ғаилә өсөн иң ауыр көн, бер йыл элек ҡот осҡос фажиғә булды - улыбыҙ "Юлдаш" балалар лагерында йәрәхәт алды. Уның иҫән ҡалыуы - ысын мөғжизә. Оҙаҡ реабилитация үткәндән һуң, Дияз үҙаллы тын ала, һөйләшә, йөрөй ала... Собханаллаһ! Әммә улыбыҙға артабан да реабилитация үтергә кәрәк. Тейешенсә аяҡҡа баҫыр өсөн даими шөғөлләнергә, ваҡытты әрәм итмәҫкә кәрәк. Декабрҙә Дияздың һул күҙенә ҡатмарлы операция яһау көтөлә.
Башына төшкән бәләләрҙән һуң да улыбыҙ изге күңелле, аҡыллы, алсаҡ булып ҡала. Реабилитациялар һөҙөмтәһе был. Әммә беҙгә алға барырға кәрәк. Дияз һауығыр һәм тормошта үҙ юлын табыр, тип ышанабыҙ, ә беҙ уға һәр ваҡыт ярҙам итербеҙ. Эргәбеҙҙә булғандарҙың һәммәһенә лә ҙур рәхмәт", - тип яҙҙы 31 июлдә үҫмерҙең әсәһе Зарема (https://vk.com/z.tortikova2018).
Ярҙам итергә теләгәндәр өсөн бөтә кәрәкле мәғлүмәт Дияздың әсәһенең сәхифәһендә (Зарема Тортикова).
Фото: https://vk.com/z.tortikova2018 һәм https://vk.com/d.yunusov