Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май , 12:00

Егеттәрҙән йылы сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәре алып ҡайттылар

Баҡалы районы яугирҙәргә гуманитар йөк алып барҙы.

Егеттәрҙән йылы сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәре алып ҡайттылар
Егеттәрҙән йылы сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәре алып ҡайттылар

Республика халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарын онотмай – бер-бер артлы ылауҙар оҙатып ҡына тора. Ҡайһы бер ярҙам махсус рәүештә тупланып, республика үҙәгенән оҙатыла, шулай уҡ райондар айырым ылауҙар ебәрә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Баҡалы районы яҡташтарына гуманитар ярҙам алып барҙы. Ошо хаҡта Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефимов һөйләне.

– Гуманитар йөктөң сираттағы партияһын махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙәребеҙгә имен-аман алып барып тапшырҙылар – 200 маскировка селтәре, өс квадрокоптер, автомобилдәр өсөн запас частар, туғандарының исеменән посылкалар һәм егеттәр һораған башҡа күп нәмәләр. Яугирҙәребеҙ өйҙән килгән күстәнәстәргә бик шатланған.

Гумантар йөктө алып барған район ветерандар советы рәйесе Тимерғәле Әсәҙуллин, Ахман ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәзиф Зәйнүков, эшҡыуар Айрат Ғәлиев егеттәрҙән йылы сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәре алып ҡайттылар. Район халҡына, яҡташтарына ярҙам иткәндәре, битараф булмағандары, татыулыҡтары өсөн рәхмәт.

Командирҙарҙың яугирҙәребеҙ тураһында ыңғай фекерҙәрен ишетеү бик ҡыуаныслы. Баҡалыларҙың лайыҡлы хеҙмәт итеүе менән ғорурланабыҙ. Уларҙың Еңеү менән тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыуын көтәбеҙ! – тип белдерҙе Олег Ефимов.

Фото: Олег Ефимов

Егеттәрҙән йылы сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәре алып ҡайттылар
Егеттәрҙән йылы сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәре алып ҡайттылар
Егеттәрҙән йылы сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәре алып ҡайттылар
Егеттәрҙән йылы сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәре алып ҡайттылар
Егеттәрҙән йылы сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәре алып ҡайттылар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: