Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май , 11:10

Пасха күңелдәребеҙҙе дауалай

Был йола быуаттар төпкөлөнә барып тоташа.  

Пасха күңелдәребеҙҙе дауалай
Пасха күңелдәребеҙҙе дауалай

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Пасха байрамы менән ҡотланы:

-Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе ихлас күңелдән Христос Йәкшәмбеһе менән ҡотлайым. Пасха – йөрәктәребеҙҙе шатлыҡ һәм һөйөү менән тултырған байрам. Был яҡты көндәрҙә беҙ изгелек эшләргә, бер-беребеҙгә иғтибар бирергә тырышабыҙ. Ләкин шул уҡ ваҡытта  был көн Иисус Христостың беҙҙең өсөн ҡабул иткән ғазаптары хаҡында ла хәтерләтә.

Уның терелеүе тураһында тәүге шатлыҡлы хәбәрҙе һәм бәләкәй генә бүләк - тауыҡ йомортҡаһын Рим императоры Тиберийға Мария Магдалена алып килә. Император был һүҙҙәргә ышанмай. “Аҡ йомортҡа ҡыҙылға әүерелмәгән кеүек, үлеләр ҙә терелмәй”, ти ул. Һәм шул ваҡыт йомортҡа Христостың ҡаны һымаҡ ҡыҙыл төҫкә инә. Шул ваҡыттан Пасха байрамында йомортҡа бүләк итеү йолаһы йәшәй, ул йәшәүҙең үлемде еңеүен символлаштыра.  

Был йола быуаттар төпкөлөнә барып тоташа, төрлө быуындарҙы берләштерә. Хәҙер кешеләр айырыуса бер-береһен байрам менән тәбрикләргә тырыша.

Пасха – яҡтылыҡ һәм йылылыҡ таратыусы байрам. Ул беҙҙең күңелдәребеҙҙе дауалай. Һеҙгә, яҡындарығыҙға яҡшы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ, изгелек теләйем. Ғаиләләрегеҙҙә һәр ваҡыт һөйөү һәм үҙ-ара аңлашыу булһын. Бәхет һәм именлек һеҙгә! - тиелә ҡотлауҙа.
Фото: Андрей Назаровтың сәхифәһенән.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: