Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май , 11:00

Тыуған көнөң менән, Илдар!

Бөгөн “Башҡортостан” гәзитенең тәжрибәле журналисы, Ейәнсура районы егете Илдар Аҡъюловтың тыуған көнө! Тәбиғәттең ҡыштан уянған иң йәмле миҙгелендә донъяға килгән ул.  

Тыуған көнөң менән, Илдар!
Тыуған көнөң менән, Илдар!

Бөгөн “Башҡортостан” гәзитенең тәжрибәле журналисы, Ейәнсура районы егете Илдар Аҡъюловтың тыуған көнө! Тәбиғәттең ҡыштан уянған иң йәмле миҙгелендә донъяға килгән ул. 

Коллегабыҙ оҙаҡ йылдар матбуғатҡа намыҫлы хеҙмәт итә. Ниндәй темаға тотонһа ла, ентекле, төплө итеп аса. Райондарға командировкаға сығып яҙылған мәҡәләләрендә лә замандаштарыбыҙҙың көнкүреше, уларҙың ҡыуаныстары, борсоған проблемалары сағыла.

Эшендә яҡшы хеҙмәткәр генә түгел, яуаплы ғаилә башлығы, өлгөлө  атай ҙа ул. Тормош иптәше менән береһенән-береһе матур өс ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡыҙҙарының уңыштары менән дә лайыҡлы ғорурлана ала коллегабыҙ.

Ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған, эшенә яуаплы ҡараған, ихлас, кешелекле хеҙмәттәшебеҙҙе коллектив ихтирам итә.

Хөрмәтле коллегабыҙ! Тормош юлың артабан да бәхет-ҡыуаныстарға бай булһын. Хеҙмәтеңдән, йәшәүҙән йәм-тәм табып, күңел көрлөгөндә ғүмер ит. Сәләмәтлек, йәшәү көсө, яҡындарыңдың именлеген теләйбеҙ!

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: