Бөгөн Мысырҙа ҙур һәләкәт булды – Хургадала диңгеҙҙә туристар ултырған батискаф батты. Унда алты кеше һәләк булған, бөтәһе лә Рәсәй граждандары. Араларында Башҡортостанда тыуып үҫкән кеше лә булған.
Татарстанда йәшәгән табиптар ғаиләһе Мысырҙа ял иткән. Кристина менән Рауил ике ҡыҙын алып батискафта экскурсияға барған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирле-ҡатынлы һәләк булған, 10 һәм 15 йәшлек ҡыҙҙары иҫән ҡалған.
SHOT телеграм-каналы яҙыуынса, 38 йәшлек Кристина менән 40 йәшлек Рауил Вәлиуллиндар Уруссу ҡасабаһында эшләгән. Ире - анастезиолог, ҡатын педиатр булған. Ғаилә бик йыш сәйәхәт иткән. Әле ял итергә улар 21 мартта килгән һәм Mirage Bay тигән ҡунаҡханала йәшәгән.
Кристина Башҡортостандан булған тиҙәр, социаль селтәрендә күренеүенсә, ул 2004 йылда Борайҙа урта мәктәпте тамамлаған, ә 2013 йылда Өфөлә БДМУ бөткән. Рауил футбол менән шөғөлләнгән. Ғаиләнең 10 һәм 15 йәшлек ҡыҙҙары дауаханала.
Дөйөм алғанда, батискаф батыуы арҡаһында 38 рәсәйле ҡотҡарылған, алты кеше, шул иҫәптән бала һәләк булған.
Хәбәр ителеүенсә, батискафтағы ҡотҡарыу жилеттарының бер өлөшө эшкинмәгән булған, туристарҙы һыу аҫтына инструктаж үткәрмәйенсә алып төшөп киткәндәр.
Фото: Телеграм.