Таныш апай “ҡайғыһы” менән уртаҡлашты. Баҡһаң, ҡыҙы бишенсегә ауырлы икән. Бына нимәләр һөйләне ул.
“Ҡыҙым бишенсе балаһын таба... Бер нисек тә туҡтатып булмай. Үҙенә 35 йәш, ә ун йәшкә өлкәнерәк күренә. Ҡартайған, арыған, йылмая ла алмай. Килеп сыҡһа, алтынсыһын да, етенсеһен дә табам ти. Эйе, ире аҡсалы. Бер кемдән дә ярҙам һорамай. Тик нисек үҙеңде, тәнеңде шулай мыҫҡыл итергә була? Ул бит балаларҙан башҡа был донъяла бер нимә лә күрмәйәсәк тигән һүҙ. Өсөнсө балаһын табырға теләгән саҡта уҡ ҡаршы инем, ә улары игеҙәк булып сыҡты.
Үҙемдең ике балам бар. Баштан ашҡан. Ирем һораһа ла, өсөнсөһө тураһында уйлағаным да булманы. Ул тиклем баланы тәрбиәләү өсөн күпме сабырлыҡ, көс кәрәк бит! Тик ҡыҙым бер кемде лә тыңламай, улар уның бәхете ти, балаларын ныҡ ярата. Ғүмерендә бер көн дә эшләмәне. 20 йәштә кейәүгә сыҡҡайны, шунан алып бала таба ла, таба. Йүнле белеме лә юҡ үҙенең.
Ә ире ташлап китһә? Йә аҡсаһыҙ ҡалһа? Йә бөтөнләй үлеп ҡалһа. Был тормошта нимә генә булмаҫ тимә. Белемһеҙ, һөнәрһеҙ ул тиклем баланы нисек ҡарар?
Бәләкәй ҡыҙыма 27 йәш, уныһы хатта кейәүгә сыҡҡыһы килмәй. Балаларҙы күрә алмайым ти. Икеһе ике төрлө бала үҫтерҙем. Ике ҡыҙымды ла йәлләйем. Кәңәш бирегеҙ, нисек уларҙы аҡылға килтерергә?”
Бына шундай хәлдәр. Ә һеҙ был апайға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!