Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2025, 00:40

Баҙарға күпләп яһалма дөгө сығарылған...

Ялған дөгө порцияһын ашау целлофан пакеты ашағанға тиң. Шуға күрә дөгө ашар алдынан уны тикшереү яҡшы. Дүрт ысул тәҡдим итәбеҙ! 

Баҙарға күпләп яһалма дөгө сығарылған...
Баҙарға күпләп яһалма дөгө сығарылған...

Был мөһим! Дөгөнөң сифатын нисек билдәләргә һәм пластик ялғанды нисек асыҡларға? Белмәгәндәр өсөн Korean Times хәбәрен еткерәбеҙ. Баҡтиһәң, Ҡытайҙа пластик дөгө етештерелә, һәм күпләп сит илгә оҙатыла икән.

Был дөгө бөтөнләй синтетик түгел. Уның нигеҙендә картуф крахмалы ята, кәрәкле форманы һаҡлап ҡалыу өсөн уға пластик өҫтәлә. Уның порцияһын ашау целлофан пакеты ашағанға тиң. Шуға күрә дөгө ашар алдынан уны тикшереү яҡшы.

Иғтибарығыҙға бер нисә тест.

Һыу һынауы

Һыуыҡ һыулы һауытҡа ҙур аш ҡалағы дөгө өҫтәгеҙ һәм ныҡ ҡына болғатығыҙ. Әгәр дөгө бер аҙҙан төбөнә төшһә, барыһы ла яҡшы. Әгәр орлоҡтар өҫтә йөҙөп ҡалһа, һаҡ булығыҙ!

Ут һынауы

Дөгөнө шырпы менән яндырығыҙ. Ысын булмағаны шунда уҡ янып китә һәм янған пластмасса еҫе сыға!

Иҙеп ҡарағыҙ

Әгәр бер нисә орлоҡто яҡшылап төйһәң, ысын дөгө аҡ онға әйләнә. Яһалма дөгө бер аҙ һарғылт масса булып сығасаҡ.

Күгәртеп ҡарағыҙ

Бешкән дөгөнө герметик контейнерға һалып йылы урынға урынлаштырығыҙ. Бер нисә көндән ысын дөгөлә үңәҙ (плесень) барлыҡҡа килә. Ә бына ялған дөгө яңы ғына әҙерләнгән кеүек буласаҡ.

Фото: "Бәйләнештә". 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас