Йәмғиәт
22 Августа , 16:55

Рөстәм Ғиззәтуллин кәләш алған!

Быйыл апрель айында Рөстәм Ғиззәтуллин атай булыуы тураһында яңылығы менән уртаҡлашҡайны. “Минең тормошомда барыһын да баштан-аяҡ түңкәргән хәл булды..." - ти йырсы.

Рөстәм Ғиззәтуллин кәләш алған!Рөстәм Ғиззәтуллин кәләш алған!
Рөстәм Ғиззәтуллин кәләш алған!

Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин йәш кәләше менән туй үткәргән. Йәш кәләш менән кейәү туй тантанаһына Рөстәм Ғиззәтуллиндың үҙе башҡарыуындағы “Яҙ, яҙ, яҙ килә! Беҙгә мөхәббәт килә! Йәш ҡыҙҙарҙың йөрәктәре шәберәк тибә, тибә!” тигән йыр аҫтында сыҡҡан.

Быйыл апрель айында Рөстәм Ғиззәтуллин атай булыуы тураһында яңылығы менән уртаҡлашҡайны. “Минең тормошомда барыһын да баштан-аяҡ түңкәргән хәл булды. Мин яратҡан ҡатын әсәй булды. Беҙҙең ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Беләм, кем өсөндөр был яңылыҡ көтөлмәгән, хатта шокка һала торған. Тормош һәр ваҡыт ғәҙәти сценарий буйынса ғына бармай. Әммә уның көсө тап ошонда – көтмәгәндә яңы мәғәнә биреү”, - тип яҙғайны ул саҡта йырсы.

Әле килеп улар мөнәсәбәттәрен туй тантанаһы менән нығытырға ҡарар иткән. Туйҙа Ғиззәтуллиндарҙың бәләкәс ҡыҙы ла ҡатнашҡан.

Йырсының атай булыуы тураһында яңылығын кешеләр төрлөсә ҡабул иткәйне: берәүҙәр әрләне, икенселәр ихлас күңелдән ҡотланы. Был юлы ла комментарийҙар төрлөсә. Әммә был - тормош. Йырсы әйтмешләй, ул “һәр ваҡыт ғәҙәти сценарий буйынса ғына бармай...”

Фото: социаль селтәрҙәге видеонан скриншот. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас