Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2019, 11:10

Электрон хеҙмәт кенәгәләре барлыҡҡа килә

1 ғинуарҙан Рәсәйҙә электрон хеҙмәт кенәгәһе тураһында закон ғәмәлгә инә.

1 ғинуарҙан Рәсәйҙә электрон хеҙмәт кенәгәһе тураһында закон ғәмәлгә инә.
Бынан һуң эш биреүселәр хеҙмәт стажы тураһында мәғлүмәтте Пенсия фондына почта аша түгел, ә онлайн режимда ебәрәсәк. Яңы алымға күсеү-күсмәүҙе һәр кем үҙаллы хәл итә. Әммә әкренләп электрон хеҙмәт кенәгәләре тулыһынса документтар әйләнешенә индереләсәк, йәғни замандың был яңылығын да ҡабул итеп, ҡуллана башлаясаҡбыҙ. Мәҫәлән, 2021 йылдан рәсми рәүештә эш башлаусылар тик электрон хеҙмәт кенәгәһе менән ҡулланасаҡ.


Фото: news.myseldon.com
Читайте нас: