Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2019, 19:00

Эсәкте тапап йыуған өсөн “ашай” яҙғандар

Ауылдың матур йолаларын, өҫтәлдәренә ит һәм башҡа аҙыҡ-түлектең нисек килеп ултырғанын белмәгәндәр шулай ҡыланамы? Әллә...

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда бәхәсле ваҡиға булды. Evolet исемле йәш йырсы ҡыҙ ауылда мал һуйғандан һуң йылға буйында эсәкте тапап йыуғанын социаль селтәрҙәргә һалған.
Дәртле музыкаға бейеп башҡара ул был эште. Тик йырсының әлеге ҡылығы кешеләргә оҡшамаған. Имеш, ул үлгән малды мыҫҡыл итеп тапаған, өҫтөндә бейегән.
Шуныһы ҡыҙыҡ: бындай насар комментарийҙарҙы башлыса ҡалала йәшәгән “диван эксперттары” ҡалдыра. Ауылда тыуып үҫкәндәр иһә, һыйырҙың эсәктәрен нисек йыуғанды белгәс, йырсыны яҡлап маташа. Тик бәхәстәр һаман тынмай.
Әллә ҡайһы бер яҡтарҙа эсәкте башҡасараҡ йыуалармы? Буш урында талаш сығарырға, йөй эҙләргә яратҡандар эше кеүек түгелме был? Ауылдың матур йолаларын, өҫтәлдәренә ит һәм башҡа аҙыҡ-түлектең нисек килеп ултырғанын белмәгәндәр шулай ҡыланамы? Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: