Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2019, 21:37

"Мөғжизә бар ул, ышанығыҙ!"

– Бала саҡта күҙем күрмәне. Шул сәбәпле йығылып йәрәхәтләнгән, баҙға ҡолаған саҡтарым да булды...

Яңы йылда һәр кем мөғжизә көтә. Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәева ла мөғжизәнең барлығына ышана.
“Бала саҡта күҙҙәрем күрмәне, - ти ул. – Быялаға йығылып йәрәхәтләнгән, баҙға ҡолаған саҡтарым да булды. Тик бирешмәнем. Үҙемде башҡаларҙан кәм тойманым. Һис ниҙән ҡурҡманым. Әле лә шулаймын. Ҡараңғылыҡтан да ҡурҡмайым, ҡарурмандан да... Кескенә саҡтан кешеләрҙе, тормошто яраттым. Сөнки ата-әсәмдең йәндәй күргән һөйөклө балаһы булдым. Мөхәббәтле, мәғрифәтле ғаиләлә үҫтем. Атайым аккордеонда уйнап ебәрһә, әсәйем ҡушылып йырлар ине. Кистәрен ғаилә менән урыҫ-башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәрен алмашлап ҡысҡырып уҡып, радиола, патифонда яңғыраған классик музыканы тыңлап, кем нисек аңлай, ниҙәр тоя – шулар хаҡында фекер алышыр инек. Ауылдаштарым да үтһәм дә, һүтһәм дә арҡамдан тупылдатып һөйөп кенә торҙо. Һис тә йәлләп түгел. Ана шул ихласлығым, зирәклегем өсөндөр, күрәһең.

Күҙҙәрем асылып китһен тип кемгә генә мөрәжәғәт итмәне ата-әсәм. Данлыҡлы профессор, етмәһә, нәҫел дә булған Наил Ғатауллин ярҙамы менән, хозур донъяларҙы, тасуирлап ҡына ла аңлата алмаҫлыҡ мөғжизәүи яҡтылыҡты күреү бәхете насип булды. Мөғжизә бар ул, ышанығыҙ. Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!”.

Фото артистың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән алынды.

Читайте нас: