Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2019, 18:30

Марсель китте...

Һуңғы көндәрҙә уның хәле ауырлашһа ла, химия терапияһына ризалашҡан булған. Тик ярҙамы теймәй шул...

Яман шеш бигерәк ҡурҡыныс шул... Йәштәрҙе лә, балаларҙы ла аямай. Бөгөн йәнә күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды: карциноманан Израиль клиникаһында дауаланған Өфө егете Марсель Иманғолов китеп барған... Был турала егеттең яҡындары социаль селтәрҙәрҙә белдерҙе.
Егет онкосирлеләргә ярҙам итеү менән шөғөлләнгән: уларға аҡса йыйышҡан, дарыуҙар яҙҙырып алырға булышлыҡ иткән... Бынан тыш, ул “Йөрәктәргә барып етеү” проекты менән дә шөғөлләнгән, унда Марсель был ҡурҡыныс сир менән ауырығандар тураһында һөйләгән.
Быға тиклем ул үҙе ошо сир менән ауырып, уны еңеүгә өлгәшкәйне. Әммә бер ни тиклем ваҡыт үткәс, яман шеш кире әйләнеп ҡайта. Һуңғы көндәрҙә уның хәле ауырлашһа ла, химия терапияһына ризалашҡан булған. Тик ярҙамы теймәй шул...
"Марсель яҡты нур ҡалдырып китте. Уның кеүек ышанырға һәм иң аҙаҡҡа тиклем көрәшергә кәрәк..." - тип яҙа егеттең яҡындары.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: