Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2019, 19:10

Өфө – Гиннесс рекордтары китабында

Рекордты кем ҡуйған һәм нисек?

Беләһегеҙме нисек? Рекордты журналист, анығырағы тележурналист Денис Ғәниев ҡуйған икән. Ул бер тәүлектән ашыу, бер туҡтауһыҙ тура эфирҙа каналдың ҡунаҡтары һәм телевизор ҡараусылар менән аралашҡан. Денис - “Вся Уфа” телеканалы хәбәрсеһе.
Был үҙенсәлекле рекордты ҡуйыу өсөн ул кисә, 28 декабрҙә, көндөҙгө 12.00 сәғәттә эш башлаған һәм бөгөн 29 декабрҙә 12.00 сәғәткә тиклем дауам иткән. Тик 24 сәғәт үтеү менән дә ул туҡтамай йәнә бер сәғәт эшләгән.
Был ваҡытта студияла Гиннесс рекордтары китабы вәкилдәре лә булған һәм проект нормаларына ярашлы рекордты теркәп барған.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө ҡалаһы ошо көнгә тиклем Гиннесс рекордтары китабына ни бары бер тапҡыр ғына ингән булған. Көнсығышта Европаның иң ситке географик нөктәһе булараҡ танылған икән ул.
“25 сәғәт тә 01 минут ваҡытын “Вся Уфа” телеканалы алып барыусыһы Денис Ғәниев тура эфирҙа үткәрҙе, - тип яҙҙы был турала Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафин социаль селтәрҙәрҙә. – Минеңсә, ул ихтирамға һәм танылыуға лайыҡ! Афарин! Хәҙер Гиннесс рекордтары китабының рәсми һөҙөмтәһен көтәбеҙ!”
Фото "Вся Уфа" сайтынан.
Читайте нас: