Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2019, 17:00

Өйөндә наркотик эшләгән

Был юлы "аҡ үлем" әҙерләүсе еңел ҡотолдо. Һабаҡ алырмы?

Белорет полицияһы хеҙмәткәрҙәре наркотик етештереү һәм һаҡлау буйынса сираттағы осраҡты асыҡланы.
Шик тыуҙырған торлаҡты тикшереү ваҡытында 1,5 литрлыҡ пластик шешәлә билдәһеҙ шыйыҡса табыла. Тикшереүҙәр уның мәк һаламы экстраты икәнлеген иҫбатлай.
Наркотик эшләп һаҡлаған гражданға ҡарата Рәсәй Енәйәт кодексының 228-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Был юлы “аҡ үлем” хужаһы еңел ҡотолдо - күпмелер ваҡытҡа йәшәгән урынынан ситкә сығыу тыйылды.
Ғәҙәттә, ундай әҙәмдәр һабаҡ алмай, яҙыҡ эшенә тағы тотонмаһын инде тип теләргә генә ҡала.
Фото: ingoda.info
Читайте нас: