Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ике генә йыл, ә уңыштар ҡыуанырлыҡ
Аяғында ныҡлы баҫып торған, уңыштары менән ҡыуандырған хужалыҡ тураһында яҙыр инек, тигәс, электән эшен яҡшы алып барғандар беҙҙә байтаҡ, ә бына яңынан ойошторолоп, күтәрелә башлағандарҙы дәртләндерергә кәрәк, тинеләр хакимиәттә. Ысынлап та, уңышлы эшләгән хужалыҡтар бихисап. Ана бит, район үҙәгенән сыҡҡас та, алтын төҫөнә манылып, туҡ башаҡтарын эйгән күпме баҫыуҙар оҙатып ҡала. Береһен үтеп өлгөрмәйһең, икенсеһе ҡара таҫмаһын уйнатып сәләмләй, тиҙҙән миңә киләһе уңыш өсөн нигеҙ һалынасаҡ, ти төҫлө. Өсөнсөлә төргәк-төргәк һаламдар фермаларға ташылыуын көтә. Ямғыр яңы ғына яуып үткәнлектән, әлегә комбайндар “хәл йыя”, уларҙы уңған хужалары таҙарта, майлай, ҡояш ер өҫтөн киптереүенә әҙерләй.

Беҙ – “Спартак-Агро” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәтендә.

– Тәүге сәсеүҙе 2016 йылда үт­кәр­ҙек. Башлыса игенселек менән шөғөлләнәбеҙ, техник культу­ра­лар­ға өҫтөнлөк бирәбеҙ, – ти баш агроном Фәрит Хөснөтдинов. – Килә­сәктә мал аҫрауға ла йүнәлеш тотасаҡбыҙ, әлегә етмеш баш йылҡы бар…
“Спартак-Агро”ға тиклем был ерҙәрҙе Ергән МТС-ы биләгән. Улар киткәс, яңы хужалыҡ төҙөлгән. Ер эше өсөн ике-өс йыл күп ваҡыт түгел. Шулай булыуына ҡарамаҫ­тан, 3 мең 286 гектар майҙанда етер­лек иген сәсәләр, техник культураларҙан көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәләр. Әйткәндәй, беҙҙә һирәгерәк үҫтерелгән ҡаты бойҙай сорттарына өҫтөнлөк би­рәләр. Нимәһе менән отошло һуң улар? Ырымбурға сиктәш кенә булғас, һауа шарттары ла көньяҡ­тағысараҡ бында. Йомшаҡ бойҙайға ҡарағанда үҫтереү технологияһы башҡасараҡ – өлгөрөүе мөһим. Уңышы матур була. Икенсенән, ҡаты бойҙай онға, макарон изделие­лары яһауға китә – ихтыяж ҙур, ха­ҡы ла ҡиммәт. Иң мөһиме – һатыу мәсьәләһе ҡабырғаһы менән тормай.

Ырымбур тигәндән, Рауил Акбаров етәкләгән йәмғиәттең төп базаһы Ырымбурҙың сиктәш кенә районында урынлашҡан икән. Шуға техника бында етешмәгән саҡта тегенән ҡыуалар. Башлыса сит илдекен һатып алғандар. Ә бына баҫыу караптарынан үҙебеҙҙең “Акрос”тарға етмәй икән.
Хужалыҡ яңы ойошторолғас, электән булған мөлкәтте барларға, иҫкеләрен яңыртырға, яңыһын һатып алырға кәрәк бит. Бында иң тәүҙә иген таҙартыу комплексына капиталь йүнәтеү үткәргәндәр. Электрон үлсәүҙәр ҡуйғандар, келәттәрҙе ипкә килтергәндәр. Хужалыҡта етмешләгән баш ат бар, тинек. Йылҡы үрсетеүҙе төп йүнә­лештәрҙең береһе итеп алғандар, киләсәктә ҡымыҙ етештереү ҙә күҙаллана.

Баш инженер Алмаз Сәйетгәрәев әйтеүенсә, күпселек техника сит ил­дә етештерелһә лә, запчастарға, башҡа кәрәк-яраҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Хат­та иҫәпләшер өсөн аҡса бул­ма­ған осраҡта ла биреп торалар икән. Иң мөһиме – ышаныс. Ләкин уны яулау өсөн тырышлыҡ ҡына тү­гел, намыҫ, ваҡытында иҫәп­ләшеү кәрәк. Баҙар шарттары шуны талап итә.

Нисек кенә булмаһын, хужа­лыҡты үҙ эшен яратҡандар алып бара. Ә ундайҙар бик күп. Механизатор Вячеслав Андреев, комбайнсы Владимир Щукаевтар районда алдынғылар рәтендә булһа, Илис Ғәзетдиновтың туңға һөрөү буйынса бригадаһы ла һынатмай, водитель Александр Гарин иһә йыл әйлә­нәһенә бушамай – үҫтергән уңышты тәүҙә үҙҙәренең келәтенә, һуңынан Һамар, Ырымбур өлкә­һенә, Та­тарстанға тиклем алып бара, хужалыҡҡа кәрәген алып ҡайта.

Ҡыҫҡаһы, “Спартак-Агро” хужа­лығында эш ҡайнай. Ер бит эшләгәндәрҙе ярата, уңыш әсе тир түккәндәргә генә бирелә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бергә-бергә еңелерәк

Бергә-бергә еңелерәк 11.12.2018 // Ауыл хужалығы

Баймаҡ районында ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында ауыл хужалығы ҡулланыусылары...

Тотош уҡырға 40

Айырылғанды айыу ашар...

Айырылғанды айыу ашар... 11.12.2018 // Ауыл хужалығы

Уҙып барған йылда Күгәрсен районында ауыл хужалығын үҫтереү буйынса конкурсты уңышлы үткән дүрт...

Тотош уҡырға 48

Тырыштарға ярҙам да күрһәтелә

Тырыштарға ярҙам да күрһәтелә 11.12.2018 // Ауыл хужалығы

Учалы аграрийҙары быны яҡшы аңлай. Республика агросәнәғәт комплексын дәртләндереүгә йыл һайын...

Тотош уҡырға 41

Башҡорт һөтө шә-ә-ә-әп!

Башҡорт һөтө шә-ә-ә-әп! 08.12.2018 // Ауыл хужалығы

Францияның Savencia Fromage & Dairy компанияһының генераль директоры Жан-Поль Торрис...

Тотош уҡырға 104

Этҡолдарҙан дәрт һәм дарман алдыҡ

Этҡолдарҙан дәрт һәм дарман алдыҡ 07.12.2018 // Ауыл хужалығы

Башҡортостандың “Иң егәрле ауыл”ында эшһөйәр халыҡ йәшәй....

Тотош уҡырға 73

Беҙгә трактор кәрәк

Беҙгә трактор кәрәк 07.12.2018 // Ауыл хужалығы

Ауыл ерендә хәл итеүҙе көткән проб­лемалар әҙ түгел, һәм уларҙы, әлбиттә, үҙаллы ғына еңеп сығыу...

Тотош уҡырға 68

Толом-толом... сыр үрәләр

Толом-толом... сыр үрәләр 06.12.2018 // Ауыл хужалығы

Үрелгән сәс толомо рәүешендәге ыҫланған сырҙы яратмаған кеше бармы икән? Ул формаһы менән генә...

Тотош уҡырға 84

Башҡорт бал ҡортон... Үзбәкстанға ебәрмәкселәр

Башҡорт бал ҡортон... Үзбәкстанға ебәрмәкселәр 06.12.2018 // Ауыл хужалығы

Бал ҡорттарын ҡышҡылыҡҡа йылы яҡҡа ебәреү тәҡдимен республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары...

Тотош уҡырға 113

Баҫыуға идара — электроника аша

Баҫыуға идара — электроника аша 02.12.2018 // Ауыл хужалығы

Федоровка районында баҫыуҙарҙы “цифрлаштырыу” башланды. Был эште райондың ауыл хужалығы эштәре...

Тотош уҡырға 76

Фермерға нимә кәрәк?

Фермерға нимә кәрәк? 02.12.2018 // Ауыл хужалығы

Көйөргәҙе районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге белгестәре райондың Мәғлүмәт-консультация үҙәге...

Тотош уҡырға 100

Әкиәттәге кеүек, әммә был — ысынбарлыҡ!

Әкиәттәге кеүек, әммә был — ысынбарлыҡ! 28.11.2018 // Ауыл хужалығы

Саҡмағош районының “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры Вадим Соколов малсылыҡ...

Тотош уҡырға 81

Саҡмағоштар һынатмай

Саҡмағоштар һынатмай 28.11.2018 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан ауыл хужалығы консультациялары үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республика ауыл хужалығы...

Тотош уҡырға 79