Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байыштарға көнләшмәҫлек тә түгел шул!
Хужалыҡ етәкселеге дәртләндереү алымын иркен ҡулланғас, эшкә килергә атлығып торалар.

Әҙ генә ел иҫеүенә лә туҡ башаҡтар һелкенеп ҡуя, бер-береһе менән серләшкәндәй, шыбыр-шыбыр киләләр. Бер ерҙә, хатта баҫыу ҡырында ла, электр бағаналары төптәре янында ла, сүп күрмәҫһең. Ҡыҫҡаһы, иге-сиге күренмәгән иген баҫыуына ҡарап күңел ҡыуана, бына ҡайҙа бай йәшәйҙәр икән тигән һығымтаға киләһең. Ошо турала “Рәсәй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тоҡомсолоҡ заводы директоры Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәфил Ғүмәровҡа әйттем. “Көс түккән кешегә эш ҡарышмай, киреһенсә, мул итеп бирә”, – тине ул. Әйткәндәй, бында хеҙмәткәрҙәр беренсе урында торғас, һәр йәһәттән дә эштәр ырамлы бара.

Бөгөн хужалыҡта ураҡтың иң ҡыҙған осоро, бер нисә көндән уны тамамларға уйлайҙар. Гектарынан 24 центнер уңыш йыйыу – улар өсөн яҡшы күрһәткес. Хәйер, тарихҡа шундай йылдар теркәлгән, быға ҡарағанда ла юғары булған гектар көсө. Ғөмүмән, хужалыҡ өс меңдән ашыу майҙанға иген культуралары сәсә. Унан инде ерҙе туңға һөрөү, ужым сәсеү һәм башҡа эштәрҙең башланыуын урып йыйыуҙың дауамы тип ҡарарға мөмкин. Йәмғиәт бер нисә ауыл – Гөлөк, Илдус, Яңы Уртай һәм Иҫке Уртай уңғандарына таяна. Идаралыҡ Иҫке Байышта урынлашҡан. Бөтәһе 110 хеҙмәткәр төп йөктө тарта.

“Рәсәй” етәкселеге егәрлеләрҙе дәртлән­дереүҙең төрлө алымдарын иркен ҡуллана. Беренсенән, йәш белгестәрҙең сабыйҙары тыуһа, сертификат бирелә. Был аҡсаға кемдер йорт төҙөй, бүтән маҡсатта тотонһалар ҙа, үҙҙәренең ҡарамағында, бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Икенсенән, механизаторҙы булһынмы, малсыны тиһеңме, кемде генә алмайыҡ, хаҡлы ялға оҙатҡанда, иҫтәлекле бүләккә ҡушып, 100 мең һум аҡса биреү күптән йолаға әйләнгән. Өсөнсөнән, кемдер эшкә алына икән, уға ла шундай уҡ күләмдә “подъемный” бирелә. Дүртенсенән, йорт төҙөү өсөн йәш ғаиләгә ер участкаһы бүленә.

– Эшсене һәр саҡ маҡтап тороу зарур, йылы һүҙҙе йәлләргә ярамай бер ҡасан да, шул осраҡта ғына барыһы ла уң булыр, – тип һөйләй Рәфил Нәжип улы. – Бынан тыш, кабинет һаҡлап ултырыу – миңә ят сифат. Баҫыуға йыш сығам, малсылар араһында йөрөйөм, бер һүҙ менән әйткәндә, тормоштоң уртаһында ҡайнарға тырышам.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ер кешеләренә – етди иғтибар

Ер кешеләренә – етди иғтибар 18.12.2018 // Ауыл хужалығы

Республиканың аҙыҡ-түлек баҙарының күләме 350 миллиард һум тәшкил итә, әммә уның 170 миллиардҡа тиң...

Тотош уҡырға 39

Венгрия һыйырының һөтө тәмлеме?

Венгрия һыйырының һөтө тәмлеме? 18.12.2018 // Ауыл хужалығы

Көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади яҡтан үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһының 2020 йылға...

Тотош уҡырға 40

Бүленгәйнек, хәҙер берләшәбеҙ

Бүленгәйнек, хәҙер берләшәбеҙ 17.12.2018 // Ауыл хужалығы

Иртәгә республиканың ҡулланыу кооперативтары үҙҙәренең тәүге съезына йыйыла....

Тотош уҡырға 42

Баймаҡтар  күсеп йөрөп эшләргә әҙер

Баймаҡтар күсеп йөрөп эшләргә әҙер 17.12.2018 // Ауыл хужалығы

Күптән түгел “Баймаҡ районы ветеринария станцияһы” дәүләт бюджет учреждениеһы заманса өр-яңы күсмә...

Тотош уҡырға 51

Итальян быҙауҙары беҙҙә еректе

Итальян быҙауҙары беҙҙә еректе 17.12.2018 // Ауыл хужалығы

Яңауыл районының “Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте итальян фирмаһы (генераль директоры – Кура...

Тотош уҡырға 50

Бергә-бергә еңелерәк

Бергә-бергә еңелерәк 11.12.2018 // Ауыл хужалығы

Баймаҡ районында ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында ауыл хужалығы ҡулланыусылары...

Тотош уҡырға 47

Айырылғанды айыу ашар...

Айырылғанды айыу ашар... 11.12.2018 // Ауыл хужалығы

Уҙып барған йылда Күгәрсен районында ауыл хужалығын үҫтереү буйынса конкурсты уңышлы үткән дүрт...

Тотош уҡырға 57

Тырыштарға ярҙам да күрһәтелә

Тырыштарға ярҙам да күрһәтелә 11.12.2018 // Ауыл хужалығы

Учалы аграрийҙары быны яҡшы аңлай. Республика агросәнәғәт комплексын дәртләндереүгә йыл һайын...

Тотош уҡырға 48

Башҡорт һөтө шә-ә-ә-әп!

Башҡорт һөтө шә-ә-ә-әп! 08.12.2018 // Ауыл хужалығы

Францияның Savencia Fromage & Dairy компанияһының генераль директоры Жан-Поль Торрис...

Тотош уҡырға 108

Этҡолдарҙан дәрт һәм дарман алдыҡ

Этҡолдарҙан дәрт һәм дарман алдыҡ 07.12.2018 // Ауыл хужалығы

Башҡортостандың “Иң егәрле ауыл”ында эшһөйәр халыҡ йәшәй....

Тотош уҡырға 84

Беҙгә трактор кәрәк

Беҙгә трактор кәрәк 07.12.2018 // Ауыл хужалығы

Ауыл ерендә хәл итеүҙе көткән проб­лемалар әҙ түгел, һәм уларҙы, әлбиттә, үҙаллы ғына еңеп сығыу...

Тотош уҡырға 74

Толом-толом... сыр үрәләр

Толом-толом... сыр үрәләр 06.12.2018 // Ауыл хужалығы

Үрелгән сәс толомо рәүешендәге ыҫланған сырҙы яратмаған кеше бармы икән? Ул формаһы менән генә...

Тотош уҡырға 89