Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дөрөҫ туҡландырһаң...

Тауыҡтар аҙыҡ төрләмәй, шуға ла бирелгән ашлыҡтан тыш та үҙҙәренә ем таба ала. Ләкин был эште ҡоштарҙың үҙҙәренә генә ҡайтарып ҡалдырмай, өҫтәмә ризыҡ та әҙерләү мөһим. Йомортҡа, ит бик күп файҙалы матдәләрҙән тора. Дөрөҫ туҡландырһаң, йыл әйләнәһенә ҡош-ҡорт та буш ҡалдырмаҫ. Өҫтәмә туҡландырыуға аҡһым, май, углеводтар, витамин һәм минераль матдәләргә бай аҙыҡтар инә.

Аҡһым
Ҡош ите, бигерәк тә йомортҡаһы аҡһымға бай. Әгәр бирелгән ашламала ул тейешле кимәлдә булмай икән, тауыҡтар уны бер ҡайҙан да тапмай. Бигерәк тә ҡыш көндәрендә. Аҡһым үҫемлектән, малдарҙан алынған ризыҡта була. Икенсеһендә бигерәк тә файҙалыраҡ, сөнки уларҙа күпләп аминокислоталар барлыҡҡа килә. Ундай аҙыҡтарға барлыҡ һөт ризыҡтары инә. Балыҡ сәнәғәте, ит комбинаттары ҡалдыҡтары ла ифрат күп аҡһым тәшкил итә. Үҫемлектән алынған аҡһымлы аҙыҡтарҙан көнбағыш, соя, борсаҡ һәм башҡа ҡуҙаҡлылар ҡалдыҡтарын бирергә мөмкин.

Майҙар
Улар ҡош тәненең йылылығын тәьмин итә, шуға ла калориялы ашты ҡыш күберәк бирергә кәрәк. Бынан тыш, йомортҡа һалыуҙа, себештәрҙең үҫеүендә, иттең тәмен яҡшыртыуҙа майһыҙ булмай. Аҙыҡтарҙан кукуруз менән һоло алмаштырғыһыҙ.

Углевод
Башлыса крахмал, шәкәр күп булған аҙыҡтар инә. Углеводтар организмдың эске ағзаларының, мускул системаһының эшләүенә булышлыҡ итә, энергия сығанағы булып тора. Углеводтарға бигерәк тә сөгөлдөр, кишер, картуф, ҡабаҡ бай. Шул уҡ ваҡытта был аҙыҡтарҙы күпләп биреү ҡоштарҙы һимертеүе мөмкин. Ит өсөн тотолғандарға ярап ҡалһа ла, йомортҡа һалғандары өсөн артығы кәрәкмәй.

Минералдар
Минераль матдәләр аҙыҡтың төп өлөшөн тәшкил итә. Улар етешмәгән хәлдә ҡош тәнендә үҙгәрештәр барлыҡҡа килә, ауырыуҙарға тиҙ бирешә. Әгәр ҙә ул иркендә йөрөһә, башлыса минералдарҙы ерҙән таба.

Организмы нимә талап итә, шуны ашай. Әгәр ҙә ситлектә, бикле һарайҙа тотолһа, кәм тигәндә кальций, фосфор, калий менән тәьмин итергә кәрәк. Кальций (Са) — ҡоштарҙың һөйәгенә, йомортҡаның ҡабығына мөһим булған матдә. Ул һөйәк ононда, аҡбурҙа, ағас көлөндә, йомортҡа ҡабығында, ҡабырсаҡтарҙа була. Ҡушымта рәүешендә иҙмәгә өҫтәргә кәрәк.

Фосфор (Р) шулай уҡ ҡоштарҙың һөйәген нығытырға, үҫешенә кәрәк. Бынан тыш, ул организмдың башҡа матдәләрен һеңдереүгә булышлыҡ итә. Фосфор һөйәк ононда күпләп була. Шулай уҡ монокальцийфосфат, дикальцийлы фосфат, фосфорин һымаҡ матдәләр һатыла.
Натрий (Nа) матдәләр алмашыныуына булышлыҡ итә. Төп сығанағы — аш тоҙо, ләкин уны күпләп бирергә ярамай. Шуға ла тоҙҙо көнөнә ҡош башына бер грамм иҫәбенән һалалар.

Витаминдар
Был һүҙ vita тигәндән, беҙҙеңсә “ғүмер”ҙән алынған, йәғни ғүмер биреүсе матдәләр. Аҙыҡта һиҙелерлек тә булмайҙар, ләкин уларһыҙ ҙа мөмкин түгел. А, В, Д витаминдары етешмәһә, ҡошта авитаминоз ауырыуы башлана: үҫеше тотҡарлана, рахит башлана, инфекцияға тиҙ бирешә, тиҙ һалҡын тейә.

А витаминын “үҫеш витамины” тип йөрөтәләр. Ул аҙ булһа, ҡоштоң үҫеше тотҡарлана. А витаминына ҡуҙаҡлы культураларҙың япраҡтары, һабаҡтары, кәбеҫтә, кишер, кукуруз, ҡабаҡ, кесерткән, бәпембә бай.

Д витамины организмға башҡа минераль матдәләрҙең таралыуына, һеңеүенә булышлыҡ итә. Етешмәһә, рахит (һөйәктәрҙең ҡыйшайыуы, үҫешмәүе) барлыҡҡа килә. Уның төп сығанағы — балыҡ майы, ҡоро сүпрә (дрожжи). Ҡышын балыҡ майын иҙмәгә тәүлегенә ҡош башына 1,5 грамм иҫәбенән һалалар. Йәйен иркендә йөрөгән тауыҡтар витаминды ҡояш нурында үҫкән үҫемлектәрҙән ала.

В витамины етешмәһә, фалиж һуғыу осрағы барлыҡҡа килә, йомортҡаһынан себештәр сыҡмай. Витамин сүпрәлә, һөт ризыҡтарында, балыҡ ононда, шыттырылған бойҙай, һоло, арпала күп була. Шулай уҡ ҡышын силос биреү ҙә файҙалы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан Төркиәлә Умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара конгрестың төп бүләгенә лайыҡ булды

Башҡортостан Төркиәлә Умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара конгрестың төп бүләгенә лайыҡ булды 19.10.2018 // Ауыл хужалығы

Төркиәнең Мугла провинцияһында умартасылыҡ һәм ҡарағай балы буйынса VI Халыҡ-ара конгресс...

Тотош уҡырға 41

Гран-при – беҙҙә!

Гран-при – беҙҙә! 17.10.2018 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһенең Гран-прийына лайыҡ булды....

Тотош уҡырға 64

Тау-таш араһын үҙ итеүселәр төйәгендә

Тау-таш араһын үҙ итеүселәр төйәгендә 12.10.2018 // Ауыл хужалығы

Төпкөлдә лә тормош ҡайнай. Ереклегә юлландыҡ. Йылға үҙәненән барғанда иҫ киткес матур тәбиғәт...

Тотош уҡырға 63

Абруй уртаҡ эштә яулана

Абруй уртаҡ эштә яулана 12.10.2018 // Ауыл хужалығы

“500 ферма” программаһына инеү уй-хыялдарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткән. Нуғай яланына аяҡ...

Тотош уҡырға 53

Саҡматаштай ныҡлы Саҡмағош

Саҡматаштай ныҡлы Саҡмағош 12.10.2018 // Ауыл хужалығы

Заман һынауҙарын улар нисек еңә? ...Быйыл Өфөнөң “ВДНХ-ЭКСПО” майҙансығында үткән XXVIII...

Тотош уҡырға 57

Мәскәүҙә – "Алтын көҙ"

Мәскәүҙә – "Алтын көҙ" 11.10.2018 // Ауыл хужалығы

10 окябрҙә ВДНХ-ла асылған “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе илдең генә түгел, сит...

Тотош уҡырға 67

“Беҙҙең ауыл” проектына йомғаҡ яһалды

“Беҙҙең ауыл” проектына йомғаҡ яһалды 11.10.2018 // Ауыл хужалығы

Республикала “Беҙҙең ауыл – 2018” муниципаль проектына йомғаҡ яһалды....

Тотош уҡырға 46

Ауылда 30 йыл эшләгәндәргә...

Ауылда 30 йыл эшләгәндәргә... 10.10.2018 // Ауыл хужалығы

Рәсәй Президенты Владимир Путин ауылда кәмендә 30 йыл эшләгәндәрҙең пенсияһына өҫтәмә түләргә...

Тотош уҡырға 89

“Татлы тамыр” йыялар

“Татлы тамыр” йыялар 10.10.2018 // Ауыл хужалығы

Райондарҙа сөгөлдөр уңышын йыйыу осоро бара. Бүздәк районы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, 8...

Тотош уҡырға 59

Умартасылар онлайн аралашасаҡ

Умартасылар онлайн аралашасаҡ 09.10.2018 // Ауыл хужалығы

“Регагро” мәғлүмәт системаһы сайтында умартасыларға шәхси кабинет асырға мөмкин буласаҡ. Кәрәккәндә...

Тотош уҡырға 66

Аграрийҙарға ярҙамға — 3 миллиард һум

Аграрийҙарға ярҙамға — 3 миллиард һум 08.10.2018 // Ауыл хужалығы

“Россельхозбанк”тың Башҡортостан филиалы 1 октябргә ҡарата республика аграрийҙарына миҙгел эштәрен...

Тотош уҡырға 61

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын һанлаштырыу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын һанлаштырыу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы 08.10.2018 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә «Һанлы ауыл хужалығы» милли проектын тормошҡа ашырыу...

Тотош уҡырға 46