Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Батшалар майы”на ихтыяж бармы?

Етен етештереүгә дәүләт тарафынан иғтибар арта.

Хужаның иҫәбен баҙарҙағы хаҡ боҙа. Һуңғы йылдарҙа республика ауыл эшсәндәре ошо халыҡ әйтемен иҫәпкә алып эшләргә мәжбүр: ниндәй генә тауар етештерһәң дә, хаҡты баҙар ҡуя. Иген уңған йылдарҙа, уның хаҡы төшөп, ауыл эшсәненең ергә һалған аҡсаһын да сығарып ала алмай ҡалған осраҡтары бар.

Был йәһәттән Благовар районы фермеры Булат Йосопов етен үҫтереүгә бик ваҡытлы тотонған, тип әйтергә була. Быйыл ул 400 гектарҙа беренсе тапҡыр май культураһы – көдрәш етен сәскән. Әлеге мәлдә хужалыҡта иң яуаплы осор — көтөп алынған уңышты тиҙ арала йыйып алыу бурысы тора. “Йыл яҡшы булды. Юғалтыуһыҙ урып йыйһаҡ, яңы культураға өмөтөбөҙ аҡланасаҡ. Тик был “себеште көҙ һанайбыҙ” тигән һүҙ түгел. Беҙ уны ҡайҙа итергә белмәйбеҙ”, — ти хужалыҡ рәйесе.

Етендең майы ла, сүсе лә ҡыйбат, әлбиттә. Һуңғы йылдарҙа сүсен әҙәмгә һанамаһалар ҙа, ваҡытында унан эшләнгән тауарҙарҙы бизмәндең икенсе тәрилкәһенә алтын һалып үлсәгәндәр. Ә инде етен майы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бөтә донъя баҙарында ул бик юғары баһалана. Юҡҡа ғына халыҡта үҙен “батшалар майы” тип атамайҙар. Әммә әлеге ваҡытта етен майының да, сүсенең дә Рәсәй баҙарында ҡәҙере юҡ.

СССР-ҙа 67 етен орлоғо етештереү станцияһы эшләһә, хәҙер шуларҙың 12-һе генә бар. Етенде эшкәртеү Рәсәйҙә лә, Башҡорт­останда ла яйға һалынмаған. Республикала уны сүс өсөн үҫтерә башлап, был кәсепте ташлаған эшҡыуар­ҙар ҙа бар. Ни өсөн тигәндә, сүс сеймал булараҡ тауар етештереүселәргә кәрәкмәй, уны һатыу ойошторол­маған. Һөҙөмтәлә “үтмәгәндәр” рәтендә ҡала килә. Төҙөлөш баҙарын синтетик һәм яһалма сүстәр баҫып алған.

Ә инде алтынға бәрәбәр етен орлоғон һығыу республикала бер нисә хужалыҡта ғына ойошторолған. Улары ла кустарь цехтар хәлендә эшләй. Был йәһәттән благоварҙар заман менән бер ҡатарҙан атларға тырыша, тигәндә лә хата булмаҫ. Мәҫәлән, Күсәрбай ауылынан Илдар Нурғәлиев бынан бер нисә йыл элек етен үҫтереү, майын һығыу кәсебенә тотонған. Әммә республикала табышлы культуралар менән эшләгәндәрҙең һаны һәм улар биләгән күләм диңгеҙҙәге тамсы кеүек кенә.

Быйылғы урып йыйыу кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса ойошторолған матбуғат конференцияһында Баш­ҡорт­остан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бойҙайға хаҡтың түбән булыуы, шуға ла киләһе йыл сәсеү майҙандарының структураһын яңынан ҡарау зарурлығын билдәләне. Йәғни сәсеүлектәрҙең яҡынса ун процентын борай, нут, етен, крамбе кеүек юғары табышлы культураларға бүлеү отошло буласаҡ. Көн талабы шундай. Иген, ҡуҙаҡлы һәм техник культураларҙың төрлөһөн сәсеү һәм эшкәртеүҙе яйға һалырға тейешбеҙ, тип белдерҙе министр. Ни өсөн тигәндә, быйыл көҙ йомшаҡ бойҙайҙың тоннаһы 5000-5500 һум торһа, көдрәш етен, йәки май етененең бер тоннаһы 20 000 һум тирәһе буласаҡ. Шуға күрә лә һәр ер эшкәртеүсе үҙ мөмкинлегенән сығып, әкиәттәгесә, йә шалҡан, йә бойҙай сәсә. Ә инде етендең орлоғо ла, һабағы ла эшкәртергә яраҡлы. Сүс, май өсөн дә үҫтерергә була. Хатта ҡыҫҡа һабаҡлы май етененең дә һабаҡтарын сүс өсөн эшкәртергә мөмкин бит. Әммә ул ҡамылдарҙа ерҙә ятып ҡала.

Булат Йосопов ҡасандыр атай-олатайҙар шөғөлләнгән, хәҙер онотола барған кәсепкә – етен үҫтереүгә — ныҡлап тотонмаҡсы. Йәй был йәһәттән Смоленск ҡалаһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй конферен­цияһында ҡатнаш­ҡан. Алдынғы хужалыҡтарҙың эш алымдарын өйрәнгән ул. Киләсәктә етен орлоғон һығыу өсөн мини-завод ҡороу теләге бар. Әммә был әлегә ниәт кенә. Етенен дә сәсер, заводын да ҡорор, тик эшкәрткән тауарын һата алырмы эшҡыуар? Баҙар ниндәй шарттар ҡуйыр, билдәһеҙ.

Етен һуғылып та бөтмәгән, ә алыпһатарҙар үҙ хаҡын ҡуя. Ниндәй күләмдә булһа ла, ҡулыңдан тартып алып китергә ризалар. Тик ысын ер кешеһе Булат Әнис улы үҙе үҫтергән тауарын үҙе эшкәртергә теләй.

Был тармаҡты Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы 2020 йылға тиклем маҡсатлы субсидиялар менән күтәрмәксе. Бәлки, Башҡортостан етенселәре лә ошо нигеҙҙә йылдам үҫешә алыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан Төркиәлә Умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара конгрестың төп бүләгенә лайыҡ булды

Башҡортостан Төркиәлә Умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара конгрестың төп бүләгенә лайыҡ булды 19.10.2018 // Ауыл хужалығы

Төркиәнең Мугла провинцияһында умартасылыҡ һәм ҡарағай балы буйынса VI Халыҡ-ара конгресс...

Тотош уҡырға 41

Гран-при – беҙҙә!

Гран-при – беҙҙә! 17.10.2018 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһенең Гран-прийына лайыҡ булды....

Тотош уҡырға 64

Тау-таш араһын үҙ итеүселәр төйәгендә

Тау-таш араһын үҙ итеүселәр төйәгендә 12.10.2018 // Ауыл хужалығы

Төпкөлдә лә тормош ҡайнай. Ереклегә юлландыҡ. Йылға үҙәненән барғанда иҫ киткес матур тәбиғәт...

Тотош уҡырға 63

Абруй уртаҡ эштә яулана

Абруй уртаҡ эштә яулана 12.10.2018 // Ауыл хужалығы

“500 ферма” программаһына инеү уй-хыялдарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткән. Нуғай яланына аяҡ...

Тотош уҡырға 53

Саҡматаштай ныҡлы Саҡмағош

Саҡматаштай ныҡлы Саҡмағош 12.10.2018 // Ауыл хужалығы

Заман һынауҙарын улар нисек еңә? ...Быйыл Өфөнөң “ВДНХ-ЭКСПО” майҙансығында үткән XXVIII...

Тотош уҡырға 57

Мәскәүҙә – "Алтын көҙ"

Мәскәүҙә – "Алтын көҙ" 11.10.2018 // Ауыл хужалығы

10 окябрҙә ВДНХ-ла асылған “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе илдең генә түгел, сит...

Тотош уҡырға 67

“Беҙҙең ауыл” проектына йомғаҡ яһалды

“Беҙҙең ауыл” проектына йомғаҡ яһалды 11.10.2018 // Ауыл хужалығы

Республикала “Беҙҙең ауыл – 2018” муниципаль проектына йомғаҡ яһалды....

Тотош уҡырға 46

Ауылда 30 йыл эшләгәндәргә...

Ауылда 30 йыл эшләгәндәргә... 10.10.2018 // Ауыл хужалығы

Рәсәй Президенты Владимир Путин ауылда кәмендә 30 йыл эшләгәндәрҙең пенсияһына өҫтәмә түләргә...

Тотош уҡырға 89

“Татлы тамыр” йыялар

“Татлы тамыр” йыялар 10.10.2018 // Ауыл хужалығы

Райондарҙа сөгөлдөр уңышын йыйыу осоро бара. Бүздәк районы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, 8...

Тотош уҡырға 59

Умартасылар онлайн аралашасаҡ

Умартасылар онлайн аралашасаҡ 09.10.2018 // Ауыл хужалығы

“Регагро” мәғлүмәт системаһы сайтында умартасыларға шәхси кабинет асырға мөмкин буласаҡ. Кәрәккәндә...

Тотош уҡырға 66

Аграрийҙарға ярҙамға — 3 миллиард һум

Аграрийҙарға ярҙамға — 3 миллиард һум 08.10.2018 // Ауыл хужалығы

“Россельхозбанк”тың Башҡортостан филиалы 1 октябргә ҡарата республика аграрийҙарына миҙгел эштәрен...

Тотош уҡырға 61

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын һанлаштырыу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын һанлаштырыу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы 08.10.2018 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә «Һанлы ауыл хужалығы» милли проектын тормошҡа ашырыу...

Тотош уҡырға 46