Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Татлы тамыр” татын тойоп
Хеҙмәт уңышы нигеҙе — эшселәргә иғтибарҙа.

Шишмә районына яҡынлашҡан һайын шәкәр сөгөлдөрө тейәгән йөк машиналарының күбәйеүенә иғтибар итәһең. Был аңлашыла: әле төбәктә “татлы тамыр” урағының ҡыҙған мәле. Ҡеүәтле техника ярҙамында мул уңыш Шишмә һәм Раевка шәкәр заводтарына оҙатыла.

— Быйыл баҫыуҙар мул уңышы менән һөйөндөрә, тәбиғәт тә, ер кешеһенең хеҙмәтен баһалап, ваҡытында ямғыры менән ҡыуандырҙы, ҡояшлы көндәрен дә йәлләмәне, — ти “Үҙәк” МТС-ы дәүләт унитар предприятиеһының “Нива” Ҡыр­мыҫҡалы филиалының Шишмә бүлексәһе идарасыһы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илгиз Ишмаев.

Бөгөн йәмғиәт эшсәндәре 600-гә яҡын гектарҙа үҫтерелгән шәкәр сөгөлдөрө баҫыуынан көн һайын бер мең тоннаға яҡын “татлы тамыр” ҡаҙып ала. Уңышы ла яҡшы: гектар ҡеүәте 300-320 центнер тәшкил итә. Хужалыҡтың 6 мең гектар ере бар.

Техниканың заманса һәм төҙөк булыуы эштәрҙе бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға мөмкин­лек бирә. Әйткәндәй, сит илдә, Рәсәйҙә етештерелгән техника паркы бында бай, уны һатып алыуға күпләп аҡса тотоналар.

— Әле ике агрегат эшләй, өйөп һалынған сөгөлдөр яланда оҙаҡ ятмай, уны заводҡа ташыйбыҙ. Ямғырҙар ғына ҡайһы саҡ ҡамасаулай, әммә уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн был сәбәп түгел. Ҡыҫҡа ваҡытта “татлы тамыр”ҙы ҡаҙып алып, заводтарға илтеү — бөгөн беҙҙең төп маҡсатыбыҙ, — ти Илгиз Рәдиф улы.

Егеттәр күпме көс, тир, аҡса түгеп үҫтерелгән уңышты баҫыуҙа ҡалдырмау маҡсатында иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр яланда хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Ә бында эшләгән кешенең хеҙмәтен баһалай беләләр. Дүрт тапҡыр ашатыу ҡаралған, ситтән килеп эшләгәндәргә дөйөм ятаҡ бар, көн һайын мунса яғалар. “Тик тырышһындар ғына, былай иғтибарҙан айырмайбыҙ егет­тәрҙе”, — ти етәкселек.

Бүлексәлә быйыл “татлы тамыр” ғына түгел, башҡа культуралар ҙа мул уңышы менән һөйөндөргән. Әле ауыл эшсән­дәренә көнбағышты урыуҙы башҡарып сығыу бурысы тора, майлы культура 500 гектарҙа үҫтерелгән. Юғалтыуҙарһыҙ йыйып алғанда, ул “татлы тамыр” кеүек үк мул уңыш вәғәҙә итә. Был йәһәттән көнбағыш урыу техникаһы ла, келәттәр ҙә күптән әҙер. Бынан тыш, ауыл эшсән­дәре силос өсөн 200 гектарҙа үҫтерелгән кукурузды йыйып, 60 гектар майҙандағыһын киләһе уңышҡа орлоҡҡа һалыу маҡсаты менән йәшәй.

Хужалыҡта малсылыҡ тармағы ла ҡышҡы осорға тулыһынса әҙер, ферма биналары төҙөклән­дерелгән, мал аҙығы наҡыҫ булмаясаҡ. Етәкселек белдере­үенсә, бөгөн-иртәгә ҡар яуа ҡалһа, хужалыҡтағы бер мең баш һыйыр малы өсөн борсолаһы түгел. 500 һауын һыйыры ла сифатлы һөтө менән ҡыуандыра, әҙер аҡты Бәләбәй һөт заводына оҙаталар.

— Шөкөр, эшебеҙ бар, хеҙ­мәтебеҙҙе күрә беләләр. Иң мөһиме — һаулыҡ, илдә тыныс­лыҡ булһын, — ти ауыл эшсәндәре.

Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы
Район: Шишмә районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Энәк буйы йәмле, ҡымыҙы тәмле

Энәк буйы йәмле, ҡымыҙы тәмле 23.10.2018 // Ауыл хужалығы

Рус ҡатыны башҡорт эсемлеге яһай. – Һылыуҡайым, әйҙә, алға үт. – Ҡурҡма, бәләкәсем, ҡурҡма. Мария...

Тотош уҡырға 34

Яҡташтарының терәге

Яҡташтарының терәге 23.10.2018 // Ауыл хужалығы

Яҡын-тирә халҡы һөттө Верясовтарға тапшыра. Ҡаранда һәм эргә-тирәһендәге Сапыҡ, Сәлих, Тәүәкән...

Тотош уҡырға 28

“Тәүәкән” сит ил баҙарына юл ала

“Тәүәкән” сит ил баҙарына юл ала 23.10.2018 // Ауыл хужалығы

Ҡеүәтле хужалыҡ экспортҡа баҫым яһарға йыйына. Иран Республикаһы “Тәүәкән” дәүләт унитар ауыл...

Тотош уҡырға 38

Башҡортостан Төркиәлә Умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара конгрестың төп бүләгенә лайыҡ булды

Башҡортостан Төркиәлә Умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара конгрестың төп бүләгенә лайыҡ булды 19.10.2018 // Ауыл хужалығы

Төркиәнең Мугла провинцияһында умартасылыҡ һәм ҡарағай балы буйынса VI Халыҡ-ара конгресс...

Тотош уҡырға 54

Гран-при – беҙҙә!

Гран-при – беҙҙә! 17.10.2018 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһенең Гран-прийына лайыҡ булды....

Тотош уҡырға 72

Тау-таш араһын үҙ итеүселәр төйәгендә

Тау-таш араһын үҙ итеүселәр төйәгендә 12.10.2018 // Ауыл хужалығы

Төпкөлдә лә тормош ҡайнай. Ереклегә юлландыҡ. Йылға үҙәненән барғанда иҫ киткес матур тәбиғәт...

Тотош уҡырға 67

Абруй уртаҡ эштә яулана

Абруй уртаҡ эштә яулана 12.10.2018 // Ауыл хужалығы

“500 ферма” программаһына инеү уй-хыялдарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткән. Нуғай яланына аяҡ...

Тотош уҡырға 57

Саҡматаштай ныҡлы Саҡмағош

Саҡматаштай ныҡлы Саҡмағош 12.10.2018 // Ауыл хужалығы

Заман һынауҙарын улар нисек еңә? ...Быйыл Өфөнөң “ВДНХ-ЭКСПО” майҙансығында үткән XXVIII...

Тотош уҡырға 61

Мәскәүҙә – "Алтын көҙ"

Мәскәүҙә – "Алтын көҙ" 11.10.2018 // Ауыл хужалығы

10 окябрҙә ВДНХ-ла асылған “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе илдең генә түгел, сит...

Тотош уҡырға 72

“Беҙҙең ауыл” проектына йомғаҡ яһалды

“Беҙҙең ауыл” проектына йомғаҡ яһалды 11.10.2018 // Ауыл хужалығы

Республикала “Беҙҙең ауыл – 2018” муниципаль проектына йомғаҡ яһалды....

Тотош уҡырға 50

Ауылда 30 йыл эшләгәндәргә...

Ауылда 30 йыл эшләгәндәргә... 10.10.2018 // Ауыл хужалығы

Рәсәй Президенты Владимир Путин ауылда кәмендә 30 йыл эшләгәндәрҙең пенсияһына өҫтәмә түләргә...

Тотош уҡырға 92

“Татлы тамыр” йыялар

“Татлы тамыр” йыялар 10.10.2018 // Ауыл хужалығы

Райондарҙа сөгөлдөр уңышын йыйыу осоро бара. Бүздәк районы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, 8...

Тотош уҡырға 62