Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер эшендә егәрлеләр уңыш яулай
Башҡортостан әйҙәүсе төбәктәр иҫәбендә.

Башҡортостан – эре аграр республика. Уның ауыл халҡы ла күп. Тимәк, төбәк иҡтисады ошо кешеләргә бәйле. Ә улар, ауыл эшсәндәре, үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән уға тос өлөш индерә.

Әле генә тулҡынланып ятҡан баҫыуҙар бушап ҡалды. Ауыл эшсәндәренең йыл әйләнәһенә башҡарған эштәренә йомғаҡ яһар мәл етте. Миҙгел нисек булды? Йыл дауамында һалған көс үҙен аҡланымы? Ошо уңайҙан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа мөрәжәғәт иттек.

– Илшат Илдус улы, ауыл хужалығында уңышты йыйыу миҙгеле тамамланды тиерлек. Һөҙөмтәләр нисек?
– Дөрөҫ, әлегә йыл тамам­лан­маған, шулай ҙа ошо арауыҡтағы уңыштар хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Мәҫәлән, үткән туғыҙ айҙа 116,6 миллиард һумлыҡ күләмдә ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде. Шуның 39,5 проценты – ауыл хужалығы предприятиеларына, 12,2-һе – крәҫтиән (фермер), 48,3 проценты шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә. Тармаҡҡа бүлеп ҡарағанда, үҫемлекселек – 39, ә малсылыҡ 61 процент өлөштө тәшкил итә.


Быйыл иген культураларынан мул уңыш йыйып алдыҡ. Мәғлү­мәттәр буйынса, 3,3 миллион тонна иген бураларға һалынды, уңыш гектарынан уртаса 18,8 центнер тәшкил итә. Октябрь уртаһына асыҡ һауала үҫтерелгән 23,9 мең тонна, ә теплицала 67,8 мең тонна йәшелсә йыйылды, 1091 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө алынды.

Әлбиттә, агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы тос. Быйыл федераль ҡаҙнанан 2 411,6 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Өҫтәмә рәүештә республика ҡаҙнаһынан 2 130,0 миллион һум бирелде.

Әлбиттә, ауыл хужалығындағы уңышты хәҙерге заман техника­һы­нан башҡа күҙ алдына килтереү мөм­кин түгел. Республиканың машина-трактор паркын яңыртыу программаларына ярашлы, туғыҙ айҙа 1380 берәмек техника һатып алынды.


Күренеүенсә, республикала агро­сәнәғәт комплексы әүҙем үҫешә. Әлбиттә, ҡайһы бер күрһәт­кестәр былтырғы һымаҡ юғары булмауы ла ихтимал. Шулай ҙа бер йыл эсендә аҙ эшләнмәне. Әйләнештә юғары уңышлы культуралар өлөшө артты, был үҙ сиратында ауыл эшсәндәренең табышының артыуы тигән һүҙ. Былтыр игенде артыҡ үҫтереп, уға хаҡтың төшөүе беҙҙе уйланырға мәжбүр итте. Ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү­ҙә һиҙелерлек аҙым яһалды. Тармаҡ белгестәрен эш алымдарына өйрәтеү йәһәтенән эш әүҙем алып барыла. Дөйөм алғанда, тармаҡҡа ҡараш үҙгәрә.

– Республиканың агросәнәғәт тармағында яңы һәм һөҙөмтәле агротехнологиялар нисек ҡулла­ныла? Тәбиғәт шарттары иҫәпкә алынамы?
– Бөгөнгө агротехнология ауыл хужалығы культураларынан сифатлы продукция алыуға йүнәлтелергә тейеш, әммә тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәү мөһим. Бөтәһе лә теге йәки был культураны үҫтерә ала, шулай ҙа табыш алыу, баҙар талаптарына яуап бирерҙәй продукция етештереү зарур. Көнәркәшлек шарттарында сифат һәм тауарҙың үҙҡиммәте айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Бында ауыл хужалығы куль­тураларының сәсеү әйләнешен, ер эшкәртеүҙе, юғары продукция бирерҙәй сорттар һайлау, ашламалар ҡулланыу, сәсеүҙең сифатын күҙәтеү, үҫемлектәрҙе һаҡлау шарт. Уңышты йыйып алғас, эшкәртеү һәм һатыуға сығарғансы эште теүәл үтәү мөһим.


– Бөтәбеҙгә лә мәғлүм: мал­сылыҡты ишәйтеү өсөн сифатлы аҙыҡтың етерлек булыуы зарур. Был йәһәттән ҡышҡа нисек индек?
– Дөрөҫ, һәр хужалыҡта малды имен ҡышлатыу, сауҙа нөктәләрен һөттән һәм иттән өҙмәҫ өсөн аҙыҡ запасының етерлек һәм файҙалы витаминдарға бай булыуы мөһим. Йыл әйләнәһенә был юҫыҡта маҡсатлы эш алып барылды. Быйыл ауыл хужалығы малдарын ҡышлатыу өсөн 758 мең тонна бесән, 1,5 миллион тоннанан ашыу сенаж, 1,1 миллион тоннанан күбе­рәк силос һалынды. Шартлы бер баш малға 27,5 центнер берәмек тупаҫ һәм һутлыҡ аҙыҡ әҙерләнде.

Айырыуса Ауырғазы, Ғафури, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Балтас, Борай, Дыуан, Краснокама, Күгәрсен, Федоровка, Саҡмағош, Яңауыл район­дары барлыҡ сеймал мөмкин­леген тулыһынса файҙаланырға тырышты. Бөгөн эшкәртеү предприятиеларынан ҡалған жом, крахмал шәрбәте кеүек продукцияны улар әүҙем файҙалана.

– Республикала етерлек кү­ләмдә иген, йәшелсә, бәрәңге үҫтерелә. Ҡош ите етештереүҙә юғары уңыш күҙәтелә. Балыҡ­сылыҡ, һарыҡсылыҡ, йылҡысы­лыҡта ла һөҙөмтәләр ҡыуан­дыра. Башҡортостан үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияны эшкәртеү мөмкинлегенә эйәме? Булмаһа, бының өсөн нимә ҡамасаулай?

– Бөгөн республика предприятиелары төп туҡланыу аҙыҡтары­ның барлыҡ төрөн етештерә. Беҙ һөт һәм һөт ризыҡтары буйынса үҙебеҙҙе (131 процент), шәкәр (175 процент), һыйыр ите (148 процент), йомортҡа (106 процент) менән етерлек тәьмин итәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта сусҡа, ҡайһы бер ҡош ите, балыҡ, йәшелсә һәм емеш-еләкте ситтән ташырға тура килә. Булған дефицитты инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу иҫәбенә тултырырға уйлайбыҙ.


– Республикала бер нисә йыл рәттән “Башҡортостан продук­цияһы” проекты тормошҡа ашырыла. Ошондай исемдәге магазин асылды. Халыҡты үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе нисек хәл ителә?

– Был проект Хөкүмәт ҡарарына ярашлы 2013 йылдан ғәмәлдә. Бөгөн ул уңышлы тормошҡа ашырыла. Тауарҙың ҡабындағы “Баш­ҡортостан продукты” тигән яҙыу уның төбәктә тәбиғи сеймалдан һәм сифаты, хәүефһеҙлеге йәһә­тенән законға ярашлы булыуын күрһәтә. Тауарҙы бындай тамға менән билдәләү иһә халыҡты сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итеү һәм республика тауар етеште­реү­селәрен бер бренд эсенә берләш­тереү маҡсатынан башҡарыла. Проектҡа инеү һәм бындай маркировка алыу өсөн предприятиенан бер ниндәй финанс сығымы ла талап ителмәй. Үҙҙәренең продук­цияһын ошондай билдә ҡуйып, диплом алған предприятиелар һаны­ның артыуы етештереүселәр араһында проекттың абруйы үҫә барыуы хаҡында һөйләй. Бөгөн бындай хоҡуҡҡа 379 ойошма эйә: 344-е – аҙыҡ етештереүселәр, 35-е – башҡа төрлө көнкүреш тауарҙары. Дөйөм алғанда, улар 11 080 төр продукция әҙерләй.


Предприятие һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре фекеренсә, бындай билдә менән сығарылған, етештерелгән аҙыҡ уларҙың абруйын күтәреп кенә ҡалмай, ә баҙарға сығарылған тауарға ҡарата һатып алыусы­ларҙың ышанысын арттырыуға булышлыҡ итә. Проект дипломанттары маркетинг, реклама сараларында, “Сауҙа мәктәбе” өйрәнеү семинарҙарында, сауҙа-һатып алыу конференцияларында сығым түкмәйенсә ҡатнашыу мөмкинлеген юғары баһалай. Бындай саралар­ҙың сауҙа селтәрҙәре вәкилдәре менән осрашыу, тауар менән тәьмин итеүгә килешеүҙәр төҙөүгә файҙаһы ҙур. Шулай уҡ телевидениела һәм радиола рекламалар алып барыла. “Башҡортостан продукты” проектының махсус сайты, “Бәйләнештә”, “Класташтар”, “Фейсбук”, “Инстаграм” социаль селтәр­ҙәре аша улар үҙҙәренең про­дукцияһын халыҡҡа еткерә.

Былтырғы йыл башынан проект­тың географияһын киңәйтеү маҡса­тында махсус­лаш­ҡан автолавка эшләй. Уны хәҙер Өфөлә һәм рес­публиканың башҡа төбәк­тәрендә лә яҡшы беләләр, сөнки ауыл ху­жалығы йәрминкәләрендә, күргәҙ­мә­ләрҙә, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
– Беҙҙең агросәнәғәт про­дукцияһын экспортҡа оҙатыу йәһәтенән хәлде белге килә...

– Төбәктең экспорт мөмкинлеге ҙур. Иран, Латвия, Германия, Азербайжан, Израиль, Египетҡа Баш­ҡортостан продукцияһы оҙа­тыла. Беҙҙә етештерелгән аҙыҡ төрҙәрен баш­ҡа төбәктәргә һатыу, шулай уҡ биопрепараттар, тоҡомло йоморт­ҡа, дарыу үләндә­ренән сәй, сироп менән был ассортиментты киңәйтә алабыҙ. Башлыса иген, көнбағыш ма­йы, шәкәр һәм шәкәр аҙыҡтары, май ор­лоҡ­тары, шулай уҡ һөт про­дукцияһы, йомортҡа, бал һатабыҙ. Был йүнәлештә эш дауам итә.


– Иҡтисад тармағын һанлаш­тырыу хужалыҡ эшмәкәр­ле­генең барлыҡ өлкәләрен биләй бара. Интернет-сауҙа, һанлы ауыл хужалығы, “аҡыллы” электр селтәрҙәре системаһы...

– Бөгөнгө аграр тармаҡтағы үҫеш өсөн етди мөмкинлек булған рес­публикабыҙҙа хеҙмәт етеште­реүсәнлеген арттырыу, әҙер продукция сифатын яҡшыртыу өсөн һанлы технологияларҙы индереү иҫәбенә башҡа­рылырға тейеш. Эште комплекслы тәьмин итеү өсөн Ауыл хужалығы министрлығы уны дүрт этапта алып барыуҙы планлаштыра. Беренсенән, һанлы база ойоштороу. Был – ауыл хужалығы малын, техниканың мәғлүмәт базаһын булдырыу, “баҫыуҙан сауҙаға тиклем” принцибы буйынса продукцияны күҙәтеү системаһы, ауыл хужалығы ҡорамалдарын, теплицалар тармағында, шулай уҡ уңыш күләмен, һөҙөмтәлелекте, климат хәүефһеҙ­леге кеүек башҡа хеҙмәттәрҙе булдырыу.

Әле был юҫыҡта башҡарылған эштәр хаҡында ла телгә алғы килә. Быйыл март айында Башҡортостан беренселәрҙән булып ауыл хужа­лығы тауар етештереүселәре өсөн биржа сауҙаһын ойоштороу буйынса пилот проектына ҡушылды. Бөгөн республиканың ветеринария идаралығы мал һаны хаҡында оператив мәғлүмәттәр алыу, хәүефле ваҡиғаны күҙәтеү, шәхси туҡлан­дырыу системаһын формалаштырыу мөмкинлегенә эйә.
“Гостехнадзор” – эксперттың автомат­лаш­тырылған системаһы, техниканы теркәүҙе алып барыу, техник күҙә­теү мониторингы, танытмалар би­реү һәм алмашты­рыуға, берҙәм бе­лешмә алып барыуға булышлыҡ итә.

Йыл башында республика ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер­ҙәр буйынса Берҙәм федераль мәғ­лүмәти система эшенә ҡушылды. Бөгөн баҫыуҙарҙың 50 проценты тирәһе ошо юҫыҡҡа көйләнгән, баҫыуҙарҙың тулылығы (ниндәй культура сәселеүе, ер менән кем файҙаланыуы хаҡында), сиктәре хаҡында 25 процентҡа тиклем һанланған. Быйыл БДАУ менән берлектә инновациялы агробизнес инкубаторы төҙөлдө.

Ҡыҫҡаһы, был юҫыҡта баҫыусылыҡ навигация сис­темаларын киң ҡулланыу маҡса­тында ауыл хужалығы предприятиелары һиҙелерлек дәүләт ярҙамы – субсидия ала. Бары һуңғы ике йылда ғына ер эшкәртеүҙең аныҡ системаһы өсөн 320-нән ашыу комплекслы аппарат алыуға мөмкинлек бирелде. Дөйөм алғанда, республикала әлегә үҙйөрөшлө ауыл ху­жалығы техникаһының һәм йөк машиналарының 11 проценты ғына (1800 берәмек) навигация ҡора­мал­дары менән йыһаз­ланды­рылған.

– Һуңғы йылдарҙа юғары табыш бирә торған культуралар хаҡында йыш һүҙ ҡуҙғатыла. Мәҫәлән, сөгөлдөр, рапс... Был өлкәлә ниндәй уңыштар бар?
– Дөрөҫ. Ауыл хужалығы эшсән­дәренә табыш бирерҙәй культура­ларға етди иғтибар итергә кәрәк. Быйыл гәрсис, рапс, май етене, шипкән, сурепица сәсеүлектәре 20 меңдән 120 мең гектар майҙанға етеп, алты тапҡырға артты. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер хужалыҡтар уларҙы эшкәрткәндә агротехнологик талаптарҙы тулыһынса үтәмәү сәбәпле, уңыш көтөлгәнсә булманы. Шуға ла киләһе йыл был етеш­һеҙлектәрҙе булдырмаҫҡа кәрәк.

– “Ноу-тилл” технологияһы аҙ сығым талап итә, тиҙәр. Ул ҡай­һы райондарҙа әүҙем ҡулла­ныла?
– “Ноу-тилл” еңел ҡомло тупраҡ­тағы дымды һаҡлау маҡсатынан ҡулланыла. Әлбиттә, был осраҡта ер эшкәртеү буйынса технологик эштәр, хеҙмәт ресурсы һәм дизель яғыулығы аҙыраҡ китә. Әммә үҫен­теләрҙе һаҡлау сараларына сығым­дар күберәк талап ителә. Әбйәлил районының “Красная Башкирия”, Стәрлетамаҡ районының “Рощинский”, “Калинин”, Мәләүездең “Ашҡаҙар” хужалыҡтары 10 йылдан ашыу ошо алым менән эшләй.


– Малсылыҡты үҫтереү өсөн тоҡом­солоҡ эшенә лә етди иғтибар кәрәк. Был юҫыҡта хәлдәр нисек?
– Башҡортостан – илдә ҙур ауыл хужалығы төбәге. Ит етештереү бу­йынса ла алдынғы урынды биләйбеҙ. Бөгөн республика мал һаны буйынса әйҙәүсе төбәк иҫәбендә, 100-ҙән ашыу тоҡом­солоҡ ойошмаһы иҫәпләнә.

Тоҡомсолоҡ хужалыҡтары йыл һайын 3500 – 4500 баш йәш мал һата. Быйыл туғыҙ айҙа 1901 баш һыйыр малы һатып алынған. Уның 19 проценты йәки 362-һе сит илдән алынған. Ә Рәсәй төбәктәренән килгән йәш мал 57 процент тирәһе тәшкил итә. Тоҡомло мал һатып алыуға дәүләт ярҙамы етди йоғонто яһай. Быйыл федераль ҡаҙнанан был маҡсатҡа 120 миллион һум субсидия, шулай уҡ республиканан 150 миллион һум аҡса бүленде.

– Илшат Илдус улы, күре­не­үенсә, ауыл хужалығы эшсән­дәре, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, быйыл да һиҙелерлек уңыштарға өлгәшкән, республика иҡтисадына тос өлөш индергән. Артабан да шулай булыр тип ыша­набыҙ. Һеҙҙе һәм уларҙы һөнә­ри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Ревнер БАЙТУЛЛИН, Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары:
– Һуңғы йылдарҙа беҙҙә борондан килгән ҡортсолоҡ шөғөлө йәнләнә. Башҡорт балын республикала, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә беләләр һәм яратып алалар. Бөгөн Башҡортостанда бөтәһе 335,9 мең күс иҫәпләнә. Шуның 9,6 меңе (өс процент) – ауыл хужалығы предприятиеларына, 31,7 меңе (9,4 процент) – крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына, 294,6 меңе (87,6 процент) шәхси ихаталарға тура килә. Иң күп бал Ғафури (317 тонна), Мишкә (312 тонна), Иглин (229 тонна), Бишбүләк (206 тонна), Нуриман (195 тонна), Стәрлетамаҡ (186 тонна) райондарында алына. Республикала етештерелгән балдың 53 проценты 15 районға тура килә.

Юрий ЛЫСОВ, Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары:
– Етештерелгән итте, игенде сауҙаға эшкәртеп сығарыу йүнәлешендә маҡсатлы эш алып барыла. Был тармаҡта 20 меңдән ашыу кеше мәшғүл. Һөт, икмәк, ит, йомортҡа, үҫемлек майы, макарон аҙыҡтары менән үҙебеҙҙе тулыһынса тәьмин итәбеҙ. Шуныһы мөһим: артабан был йүнәлештә ҡеүәтте арттырыу форсаты етерлек. Мәҫәлән, киптерелгән һөт буйынса әлегә мөмкинлектең 57 проценты ғына файҙаланыла. Ит, икмәк эшкәртеү йәһәтенән дә шаҡтай буш урындар бар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бергә-бергә еңелерәк

Бергә-бергә еңелерәк 11.12.2018 // Ауыл хужалығы

Баймаҡ районында ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында ауыл хужалығы ҡулланыусылары...

Тотош уҡырға 39

Айырылғанды айыу ашар...

Айырылғанды айыу ашар... 11.12.2018 // Ауыл хужалығы

Уҙып барған йылда Күгәрсен районында ауыл хужалығын үҫтереү буйынса конкурсты уңышлы үткән дүрт...

Тотош уҡырға 47

Тырыштарға ярҙам да күрһәтелә

Тырыштарға ярҙам да күрһәтелә 11.12.2018 // Ауыл хужалығы

Учалы аграрийҙары быны яҡшы аңлай. Республика агросәнәғәт комплексын дәртләндереүгә йыл һайын...

Тотош уҡырға 40

Башҡорт һөтө шә-ә-ә-әп!

Башҡорт һөтө шә-ә-ә-әп! 08.12.2018 // Ауыл хужалығы

Францияның Savencia Fromage & Dairy компанияһының генераль директоры Жан-Поль Торрис...

Тотош уҡырға 101

Этҡолдарҙан дәрт һәм дарман алдыҡ

Этҡолдарҙан дәрт һәм дарман алдыҡ 07.12.2018 // Ауыл хужалығы

Башҡортостандың “Иң егәрле ауыл”ында эшһөйәр халыҡ йәшәй....

Тотош уҡырға 71

Беҙгә трактор кәрәк

Беҙгә трактор кәрәк 07.12.2018 // Ауыл хужалығы

Ауыл ерендә хәл итеүҙе көткән проб­лемалар әҙ түгел, һәм уларҙы, әлбиттә, үҙаллы ғына еңеп сығыу...

Тотош уҡырға 67

Толом-толом... сыр үрәләр

Толом-толом... сыр үрәләр 06.12.2018 // Ауыл хужалығы

Үрелгән сәс толомо рәүешендәге ыҫланған сырҙы яратмаған кеше бармы икән? Ул формаһы менән генә...

Тотош уҡырға 82

Башҡорт бал ҡортон... Үзбәкстанға ебәрмәкселәр

Башҡорт бал ҡортон... Үзбәкстанға ебәрмәкселәр 06.12.2018 // Ауыл хужалығы

Бал ҡорттарын ҡышҡылыҡҡа йылы яҡҡа ебәреү тәҡдимен республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары...

Тотош уҡырға 110

Баҫыуға идара — электроника аша

Баҫыуға идара — электроника аша 02.12.2018 // Ауыл хужалығы

Федоровка районында баҫыуҙарҙы “цифрлаштырыу” башланды. Был эште райондың ауыл хужалығы эштәре...

Тотош уҡырға 74

Фермерға нимә кәрәк?

Фермерға нимә кәрәк? 02.12.2018 // Ауыл хужалығы

Көйөргәҙе районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге белгестәре райондың Мәғлүмәт-консультация үҙәге...

Тотош уҡырға 97

Әкиәттәге кеүек, әммә был — ысынбарлыҡ!

Әкиәттәге кеүек, әммә был — ысынбарлыҡ! 28.11.2018 // Ауыл хужалығы

Саҡмағош районының “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры Вадим Соколов малсылыҡ...

Тотош уҡырға 78

Саҡмағоштар һынатмай

Саҡмағоштар һынатмай 28.11.2018 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан ауыл хужалығы консультациялары үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республика ауыл хужалығы...

Тотош уҡырға 76