Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Радий ХӘБИРОВ: “Барығыҙ алдында ла баш эйәм!”
“Һәр берегеҙҙе ҡосаҡлап, һөйәлләнгән ҡаты ҡулдарығыҙҙы ҡыҫып, ямғырҙа ла, һалҡында ла республика өсөн шундай кәрәкле ауыр эште башҡарғанығыҙ өсөн бөтөн йөрәктән рәхмәт әйткем килә. Ныҡлы һаулыҡ, муллыҡ, өйҙәрегеҙгә тыныслыҡ теләйем һәм барығыҙ алдында ла баш эйәм!”. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге шәхси битендә яҙған ошо һүҙҙәре ауыл хужалығы эшсәндәренең генә түгел, барлыҡ хеҙмәтсән халыҡтың күңеленә үтеп инеп, иң төпкөлдәге ҡылдарын тирбәтеп ебәргәндер, ҡайһы берҙәр хатта күҙ йәшенә мансылғандыр. Эйе, һыуһаған ер кешеләре бындай иғтибарға, яҡшы мөнәсәбәткә, ихлас әйтелгән йылы һүҙҙәргә!

Был әйтелгәндәр М. Ғафуриҙың “Кил әле һин, иптәш! Бир һин миңә һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулыңды” тигән шиғыр юлдарын да хәтерләтеп ҡуйҙы.

Хеҙмәт кешеләренә оло хөрмәт – төбәгебеҙҙә элек-электән килгән күркәм йола. Был йәһәттән ауыл хужалығы һәм етештереү сәнәғәте тармағы эшсәндәре айырыу­са ҙур иғтибарға, баһаға лайыҡ. Беҙҙе ашатыусы, йәшәтеүсе, көндәлек тормошобоҙҙо хәстәрләүсе бит улар! Ошоно тәрән төшөнгән республика етәкселеге хеҙмәт кешеләрен байрам менән ихлас тәбрикләне.

Лидерлыҡ позицияһын нығытасаҡбыҙ



Өфөләге Конгресс-холда уҙған Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре көнөнә арналған сарала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Ул тәүҙә ауыл хужалығы пред­приятиелары һәм етеш­тереүселәренең бай күргәҙмәһе менән танышты. Һуңынан байрам сараһы тамаша залында дауам итте.

– Яңыраҡ Урал аръяғы райондарына барғанда, беҙҙе был өлкәлә ни тиклем ҙур эш көткәнен күрҙем. Йәштәр аҡса табыу өсөн сит өлкәләргә китә. Ауылдарҙың бары 60 проценты – һыу, шул самаһы газ менән тәьмин ителгән. Меңәр­ләгән йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Ауылдарҙа күп белгестәрҙең үҙ йорто юҡ, шуға ҡарамаҫтан, улар эшен намыҫлы баш­ҡара. Был мәсьә­ләләрҙе хәл итәсәкбеҙ, шул иҫәптән “Ауыл­дарҙы тотороҡло үҫтереү” про­граммаһы ярҙа­мында федераль сығанаҡтарҙы һәм шәхси инвестицияларҙы йәлеп итеп.


Урындарҙа заманса юлдар, яңы спорт комплекстары, ФАП-тар төҙөүҙе, газ үткәреүҙе мот­лаҡ дауам итәсәкбеҙ. Ғөмүмән, йәштәрҙе ауылда йәшәүгә йәлеп итеү өсөн барлыҡ сараларҙы ла күрәсәкбеҙ. Беҙ илдәге аграр етештереүселәр араһында ли­дерлыҡ позиция­һын нығыта­саҡбыҙ. Бының өсөн ресурс­тарыбыҙ, тәжрибәбеҙ, компе­тенциябыҙ, белгестәре­беҙ бар. Ҙур ихтыяжлыҡ кисер­гән кадр­ҙарҙы әҙерләүҙе камиллаш­тырырға, уңышлы хужалыҡтар­ҙың тәжрибәһен өйрәнергә, агробизнестың заманса формаларын индерергә кәрәк. Ә иң мөһиме – яңы эш урындары булдырасаҡбыҙ, ауыл халҡы­ның табышын арттырасаҡбыҙ, йәшәү һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртасаҡбыҙ, – тип Радий Фәрит улы ауыр тәбиғәт шарттарында ла ал-ял белмәй тир түккән һәр бер ауыл эшсәне алдында баш эйеүен белдерҙе.

Тантаналы сарала төбәк етәксеһе алдынғы райондарҙың етәкселәренә Башҡортостан Хөкүмәтенең дипломдарын тапшырҙы. Таулы-урманлы һәм Урал аръяғы биләмәһендә – Әбйәлил, Урал алды биләмә­һендә – Стәрлетамаҡ, төньяҡта – Балтас, төньяҡ-көнсығышта – Ҡый­ғы, көньяҡ төбәктә Саҡмағош район­дары иң яҡшы күрһәт­кестәргә өлгәшкән.

Шулай уҡ быйыл баҫыусы­лыҡта ал-ял белмәй эшләп, юғары уңыш ҡаҙанған 10 меха­низаторға “Шевроле Нива” авто­мобилдәре асҡысы тапшырылды. Быйыл Илештән Тәлғәт Баймиев, Саҡмағоштан Фидус Хажиев, Стәрлетамаҡтан Василий Дробязко, Мәләүездән Сергей Локтионов, Дүртөйлөнән Азат Хасбуранов, Благоварҙан Дмитрий Яловой, Ишембайҙан Евгений Лейтер, Ҡалтасынан Денис Васильев, Стәрлетамаҡ районынан Башҡортостан дәү­ләт аграр университеты студенты Айгиз Сәләмов “тимер ат”лы булды.



Тантаналы сарала төбәк етәксеһе “Минең ерем – минең байлығым” балалар конкурсында ҡатнашҡан уҡыусыларҙы ла тәбрикләне.
Йәш таланттарыбыҙ 500-гә яҡын ижади эш тәҡдим иткән. Улар араһынан Бишбүләк ра-йоны Бишбүләк ауылынан Данил Емельяновтың, Көйөргәҙе­нең Абдул ауылынан Нияз Ниғмә­туллиндың, Нуримандың Яңы Күл ауылынан Илгизә Хано­ваның ижади эштәре иң яҡшыһы тип билдәләнде.

Талаптарҙы еренә еткереп үтәгәс



Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, уңған­дарҙы байрам менән ҡотлап, өлгәшелгән уңыштар хаҡында әйтте, алда торған бурыстарҙы билдәләне, алдын­ғыларға дипломдар тапшырҙы.

– Ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәте, агросәнәғәт комплексы – иҡтисадтың, социаль өлкә­нең мөһим тармағы, – тине ул. – Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ республика өсөн мөһим. Намыҫлы эшегеҙ, юғары күрһәткестәргә өлгәше­үегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙға рәхмәт. Һеҙ – йәштәргә өлгө булырҙай бөгөнгө заман батырҙары.

Стәрле­тамаҡтан “Салауат” агрофирма­һы республикала бәрәңге үҫте­реү буйынса иң яҡшыһы тип бил­дә­ләнде. Хужа­лыҡҡа 28 йәш­лек Наил Баһаует­динов етәкселек итә. “Икенсе икмәк” 250 гектар майҙанда етештере­лә. Уңышҡа өлгәшеү серен ул былай аңлатты:

– Беҙҙең хужалыҡ элек-электән бәрәңге үҫтереү менән шөғөлләнә. Белгестәр етерлек, орлоҡто өс-дүрт йыл һайын алмаштырып торабыҙ. Бөтә та­лаптарҙы еренә еткереп үтәгәс, уңыш та яҡшы.


Теплицала йәшелсә үҫте­реүҙә Бүздәктән шәхси эшҡыуар Фәүил Хәбибрахмановтың ху­жа­лығы күптәргә өлгө бу­лыр­лыҡ. Ул бары үҙ көсөнә ышанып, яҡындарына таянып ҡына баҙарға юл яра. Бөгөн юғары технологиялар буйынса заманса йыһазландырылған теплица республика сауҙа кәштәләрен генә түгел, илдең башҡа төбәк­тәрен дә файҙалы йәшелсә менән тәьмин итә.

Дүртөйлө районы “Үҙәк” МТС-ының “РТМ” филиалы иң яҡшы ремонт-техник предприя­тиеһы булараҡ танылды. Ойошманың директоры – Данис Ишмәкәев.
– Беҙҙең оҫтахананың Дүрт­өйлө, Ауырғазы, Бүздәк райондарында өс бүлексәһе бар, – тип ҡыуанысы менән уртаҡ­лашты ул. – Үҙебеҙҙә етеште­релгән, шулай уҡ сит илдән алын­ған иген йыйыу комбайндарын, тағылма инвентарҙарҙы ремонтлайбыҙ, яңынан сафҡа индерәбеҙ. Кәрәк булһа, үҙе­беҙ­ҙең ерлеккә ҡулай­лаштырабыҙ.

Бөгөн беҙҙә 900 берәмек запчасть етештерелә, үҙебеҙ уйлап сығарғандары ла бихисап. Тәжрибәле белгестәр йән өргән техникалар ауыл хужалығы эшсәндәренә үҙ бурысын теүәл һәм ваҡытында үтәргә ярҙам итә. Төрлө күргәҙмәләрҙә даими ҡатнашабыҙ, йыл да Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә тауарҙарыбыҙҙы ҡуйып, уңышҡа өлгәшәбеҙ, быйыл өс алтын миҙал алдыҡ.
Бөгөн агросәнәғәт тармағы алдында етди бурыстар тора. Уны үҫтереү, заманса алымдар ҡулланыу, юғары технологиялар индереү өсөн белгестәр әҙер­ләү, йәш быуын күңелендә ауыл хужалығына ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләү көн ҡаҙағын­дағы мәсьәлә булырға тейеш. Был юҫыҡта ла маҡсатлы эш алып барыла. Һөнәри белем биреү учреждениелары араһын­да Өфө районының Михайловка ауылындағы Башҡорт агро­сәнәғәт комплексы иң яҡшыһы тип билдәләнде. Уҡыу йорто директоры Илшат Әминев әйтеүенсә, бөгөн бында 800 студент умартасы, иретеп йәбеш­тереүсе, механизатор, йорт хужабикәһе кеүек һөнәрҙәрҙе үҙләштерә. Белем алырға теләүселәр күп.

– Республикала 24 аграр учреждениеһы араһында иң өлгөлөһө булып танылыу күңел­дә ғорурлыҡ тойғоһо уятһа, йәнә яуаплылыҡ та өҫтәй, – тине Илшат Әминев. – Абруйҙы төшө­рөргә ярамай, тырышабыҙ. Республикала йәш һөнәр эйәләре­нең дүрт йүнәлеш буйынса үткән һайлап алыу турын уңышлы үтеп, финалға сыҡтыҡ.

Һөнәре буйынса иң яҡшы ҡошсо, ҡымыҙ етештереүсе, ға­лим, һауынсы, тракторсы, бухгалтер, ҡортсо, йәшелсә үҫте­реү­селәр икеләтә байрам ҡыуанысы кисерҙе был көндө.


Хеҙмәткә баһа – яңы үрҙәргә дәрт



Ауыл хужалығы министрлы­ғында үткән тантанала 45 хеҙ­мәт батырына дәүләт наградалары тапшырылды. Уларҙың һәр береһе был юғары бүләккә үҙенең күңеленә яҡын эште намыҫлы башҡарыуы менән лайыҡ булған.
Улар араһында Көйөргәҙе районының “Искра” ауыл хужа­лығы етештереү кооперативы тракторсыһы Хәйрулла Аҡһаров та бар. Ул “Баш­ҡорт­остан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһен алды.

Хәйрулла Нурулла улы 42 йылдан ашыу ошо хужалыҡта тир түгә. Улы Рәсил дә, атаһы юлын дауам итеп, тыуған ауылында шофер булып эшләй.
– Беҙҙең кооператив гөрләп эшләй, буш торған фермалар, сә­селмәгән баҫыуҙар юҡ. Хеҙ­мәт хаҡын ваҡытында алабыҙ. Шуға ла халыҡтың кәйефе күтәренке. Был бүләк тағы ла дәртләнеп эшләргә көс бирә, – тине ул.

Мәләүез районының “Дружба” йәмғиәтенән Зилә Иманғо­лова менән “Мәләүез шәкәр заводы” акционерҙар йәмғиәте эшсеһе Фәнисә Йәғәфәрованың да байрам көнөндә бүләкле алыуына ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡайны. Улар икеһе лә “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.

– Утыҙ йылға яҡын бер урында эшләнем. Һөнәрем оҡшай. Хеҙ­мәтемде юғары баһалап, маҡ­тау­лы исемгә тәҡдим иткәне өсөн туған коллективыма ҙур рәхмәт әйтәм, – тине Фәнисә ханым.

“Башҡортостандың атҡаҙан­ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемен алған Владимир Глазков Өфө районының “Башҡорт” ҡошсолоҡ фабрикаһында цех начальнигы вазифаһын башҡа­ра. Һуңғы йылдарҙа республикала тауыҡ ите, йомортҡа етештереү буйынса күрһәткес­тәре яҡшырғандан-яҡшыра. Бында Владимир Леонидо­вич­тың да өлөшө ҙур. Ул ер эш­сәндәренең хеҙмәтен юғары баһалаған өсөн республика етәкселегенә рәхмәт әйтте, киләсәктә лә төбәгебеҙҙең алға китеүе өсөн тырышып эшлә­йәсәген белдерҙе.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бергә-бергә еңелерәк

Бергә-бергә еңелерәк 11.12.2018 // Ауыл хужалығы

Баймаҡ районында ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында ауыл хужалығы ҡулланыусылары...

Тотош уҡырға 34

Айырылғанды айыу ашар...

Айырылғанды айыу ашар... 11.12.2018 // Ауыл хужалығы

Уҙып барған йылда Күгәрсен районында ауыл хужалығын үҫтереү буйынса конкурсты уңышлы үткән дүрт...

Тотош уҡырға 40

Тырыштарға ярҙам да күрһәтелә

Тырыштарға ярҙам да күрһәтелә 11.12.2018 // Ауыл хужалығы

Учалы аграрийҙары быны яҡшы аңлай. Республика агросәнәғәт комплексын дәртләндереүгә йыл һайын...

Тотош уҡырға 31

Башҡорт һөтө шә-ә-ә-әп!

Башҡорт һөтө шә-ә-ә-әп! 08.12.2018 // Ауыл хужалығы

Францияның Savencia Fromage & Dairy компанияһының генераль директоры Жан-Поль Торрис...

Тотош уҡырға 95

Этҡолдарҙан дәрт һәм дарман алдыҡ

Этҡолдарҙан дәрт һәм дарман алдыҡ 07.12.2018 // Ауыл хужалығы

Башҡортостандың “Иң егәрле ауыл”ында эшһөйәр халыҡ йәшәй....

Тотош уҡырға 67

Беҙгә трактор кәрәк

Беҙгә трактор кәрәк 07.12.2018 // Ауыл хужалығы

Ауыл ерендә хәл итеүҙе көткән проб­лемалар әҙ түгел, һәм уларҙы, әлбиттә, үҙаллы ғына еңеп сығыу...

Тотош уҡырға 58

Толом-толом... сыр үрәләр

Толом-толом... сыр үрәләр 06.12.2018 // Ауыл хужалығы

Үрелгән сәс толомо рәүешендәге ыҫланған сырҙы яратмаған кеше бармы икән? Ул формаһы менән генә...

Тотош уҡырға 76

Башҡорт бал ҡортон... Үзбәкстанға ебәрмәкселәр

Башҡорт бал ҡортон... Үзбәкстанға ебәрмәкселәр 06.12.2018 // Ауыл хужалығы

Бал ҡорттарын ҡышҡылыҡҡа йылы яҡҡа ебәреү тәҡдимен республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары...

Тотош уҡырға 104

Баҫыуға идара — электроника аша

Баҫыуға идара — электроника аша 02.12.2018 // Ауыл хужалығы

Федоровка районында баҫыуҙарҙы “цифрлаштырыу” башланды. Был эште райондың ауыл хужалығы эштәре...

Тотош уҡырға 72

Фермерға нимә кәрәк?

Фермерға нимә кәрәк? 02.12.2018 // Ауыл хужалығы

Көйөргәҙе районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге белгестәре райондың Мәғлүмәт-консультация үҙәге...

Тотош уҡырға 95

Әкиәттәге кеүек, әммә был — ысынбарлыҡ!

Әкиәттәге кеүек, әммә был — ысынбарлыҡ! 28.11.2018 // Ауыл хужалығы

Саҡмағош районының “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры Вадим Соколов малсылыҡ...

Тотош уҡырға 74

Саҡмағоштар һынатмай

Саҡмағоштар һынатмай 28.11.2018 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан ауыл хужалығы консультациялары үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республика ауыл хужалығы...

Тотош уҡырға 73