Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәлилдең еңеүе – берҙәмлеккә дәлил
Мәғлүм булыуынса, күптән түгел республикала киң ҡолас алған “Иң матур ауыл” конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы, Йәш депутаттар ассоциациялары, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған бәйгегә һәр райондан халҡының һаны биш меңдән артмаған бер генә ауылды тәҡдим итергә кәрәк ине. Һөҙөмтәлә конкурста 47 төйәк ҡатнашты. Ярыш өс этаптан торҙо.

Конкурс ысын мәғәнәһендә бик ҡыҙыу барҙы. Уның һөҙөм­тәһенә, ауылдарҙың төҙөклөгө, матурлығынан тыш, халҡының уңғанлығы, эшһөйәрлеге, бер­ҙәмлеге лә ҙур өлөш индерҙе. Тауыш биреүҙә райондаштар, яҡташтар дәррәү ҡатнашып, татыулығын, әүҙемлеген күрһәт­те. Мәртәбәле конкурста Әбйәлил еренең Хәлил халҡы еңеү яуланы.

Ауыл биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин әйтеүенсә, улар сарала ҡатнашыу тәҡди­мен дәррәү хуплап ҡабул иткән.

– Район Советынан әйткәс­тәр, халыҡ менән кәңәшләшеп, көсөбөҙҙө һынап ҡарарға бул­дыҡ, – ти ул. – Былтыр “Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреп, районда төҙөкләнде­реү буйынса беренсе урынды алғайныҡ. Халыҡ дәртле, берҙәм беҙҙә. Дөйөм көскә таянып эш башланыҡ та инде.


Тәүге этаптағы заявка ебәреү, документация әҙерләү бурыстарын ауыл хакимиәте хеҙ­мәткәрҙәре атҡарҙы. Был йәһәттән Флүрә Низамованың Хәлил тарихы тураһындағы мәғлүмәттәрен файҙаландыҡ. Артабан икенсе этапты ла уңышлы үткәс, өсөнсөһөндә еңеү-еңмәү туранан-тура ха­лыҡ­тың әүҙемлегенә бәйле булды. Башҡортостан юлдаш те­левидениеһының “Сәләм” тапшырыуы хәбәрселәре киләсәген ишеткәс, хәлилдәр тағы ла дәртләнеберәк эшкә тотондо, йорт-ихатаһын тәртипкә кил­терҙе, урамдарҙы таҙартты.

Иң көсөргәнешле өлөш интерактив тауыш биреү осоро булғандыр. Ауылдың әүҙемсе­ләре Хәлилде алға сығарыу маҡсатында ысын мәғәнәһендә ҙур эш башланы: кемдер шиғыр юлдары аша өндәү ебәрһә, икенселәр социаль селтәрҙәрҙә махсус чат, төркөм булдырып, урындағыларҙы ғына түгел, тотош район, Урал аръяғы халҡын беҙҙең төйәк өсөн тауыш би­рер­гә саҡырҙы. Дөйөм эшкә рес­публиканан ҡырҙа йәшәүсе­ләр, хатта сит илдәге ауыл­даш­тарыбыҙ ҙа ҡушылды. Барыһына ла ҙур рәхмәт! Кү­мәкләгән – яу ҡайтарған, ти бит халыҡ. Берҙәмлек, татыулыҡ, кесе Ватаныбыҙға ҡарата һөйөү арҡаһында еңеп сыҡтыҡ һәм Хәлилде республиканың иң матур ауылдарының береһе итеп таныттыҡ.

Әйткәндәй, конкурс шарттары буйынса, тиҙҙән бында “Иң матур ауыл” тигән стела ҡуйы­ласаҡ. Урыны халыҡ тарафынан яҡынса билдәләнгән.

(Хәлил ауылы, уның халҡының бөгөнгө йәшәйеше тураһында гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ).



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тырыш хеҙмәт килтерер хөрмәт

Тырыш хеҙмәт килтерер хөрмәт 21.11.2018 // Ауыл хужалығы

Мәсетле эшсәндәре тормошто яҡшыртырға ынтыла. Яңыраҡ Өфөлә “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексында...

Тотош уҡырға 46

Көнбағыш баҫыуҙары бушаны

Көнбағыш баҫыуҙары бушаны 19.11.2018 // Ауыл хужалығы

“Үҙәк” МТС-ының “Еҙем” бүлексәһе механизаторҙары көнбағыш урыуҙы тамамланы....

Тотош уҡырға 47

“Зариф икмәге”нә сират оҙон

“Зариф икмәге”нә сират оҙон 16.11.2018 // Ауыл хужалығы

Оҫталар тәмле ризыҡтың серен белә. Икмәк – иң изге, ҡәҙерле ризыҡ. Ниндәй генә табын ҡорһаҡ та,...

Тотош уҡырға 95

Үҙебеҙҙекен һайлайбыҙ! Башҡорт балы,  ҡымыҙы... Тағы ла?

Үҙебеҙҙекен һайлайбыҙ! Башҡорт балы, ҡымыҙы... Тағы ла? 16.11.2018 // Ауыл хужалығы

Ит, һөт ризыҡтары, ҡымыҙ, бал... Республикабыҙҙың төрлө райондарынан, хатта Рәсәйҙең башҡа...

Тотош уҡырға 51

Һарай тулы иген-мал – күкрәктәрҙә дан-миҙал

Һарай тулы иген-мал – күкрәктәрҙә дан-миҙал 14.11.2018 // Ауыл хужалығы

Стәрлетамаҡ эшсәндәре миҙгел һөҙөмтәһенән ҡәнәғәт. Себеште көҙ һанайҙар тигәндәй, ауыл хужалығы...

Тотош уҡырға 53

Нефтекамала ит күпме тора?

Нефтекамала ит күпме тора? 13.11.2018 // Ауыл хужалығы

Нефтекама ҡалаһының “Октябрь” кинотеатры алдындағы майҙанда ике аҙнаға бер тапҡыр ауыл хужалығы...

Тотош уҡырға 61

“Иген фабрикаһы”ның тарихы юйылмай

“Иген фабрикаһы”ның тарихы юйылмай 13.11.2018 // Ауыл хужалығы

Ҡасандыр Баймаҡ районының Ленин орденлы “Йылайыр” совхозы Башҡортостанда ғына түгел, илебеҙҙең...

Тотош уҡырға 52

Ауыл халҡына ни кәрәк?

Ауыл халҡына ни кәрәк? 13.11.2018 // Ауыл хужалығы

Яңауыл районының Эткенә һәм Байғужа ауыл биләмәләрендә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү”...

Тотош уҡырға 47

Йүнселдәр йүнен таба,  хатта сыр етештерә

Йүнселдәр йүнен таба, хатта сыр етештерә 13.11.2018 // Ауыл хужалығы

Яңы эш башлаусыларға һәр йәһәттән ярҙам күрһәтелә . Иглин районы – иҡтисади йәһәттән бик уңайлы,...

Тотош уҡырға 39

Был аҙыҡ үтемлеме? “Беҙҙең бренд” күрһәтер

Был аҙыҡ үтемлеме? “Беҙҙең бренд” күрһәтер 11.11.2018 // Ауыл хужалығы

Республикабыҙ фермерҙары экологик йәһәттән таҙа һәм сифатлы аҙыҡ етештерә. Үкенескә күрә, халыҡ...

Тотош уҡырға 73

Ағас өҫкә ауып килһә лә...

Ағас өҫкә ауып килһә лә... 09.11.2018 // Ауыл хужалығы

Уртаға һалып һөйләшерҙәй, төптән уйлап хәл итерҙәй мәсьәлә бихисап. “Ағас өҫкә ауып килә, ә беҙ уны...

Тотош уҡырға 113

Дәүләтбаевтың  дәүләте ныҡлы

Дәүләтбаевтың дәүләте ныҡлы 06.11.2018 // Ауыл хужалығы

Хужалыҡ етәкселеге егәрлеләрҙе дәртләндереүҙең төрлө алымдарын ҡуллана. Ауылда шөғөлдөң юҡлығына...

Тотош уҡырға 78