Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер кешеләренә – етди иғтибар
Республиканың аҙыҡ-түлек баҙарының күләме 350 миллиард һум тәшкил итә, әммә уның 170 миллиардҡа тиң өлөшө, йәғни яртыһынан аҙырағы ғына үҙебеҙҙә етештерелә. Уныһы ла ҡулланыуға әҙер ризыҡтар түгел, башлыса сеймал. Радий Хәбиров белдереүенсә, ошо арҡала өҫтәмә хаҡ өлөшөнә тейеш бихисап табыш алынып етмәй.

– Беҙҙең агросәнәғәт комплексы өсөн иң көнүҙәк мәсьәлә – үҙебеҙҙә тәрән эшкәртеүҙе яйға һалыу, – тине Башҡортостан етәксеһе Дәүләт Йыйылышына һәм республика халҡына Мөрәжәғәтнамәһендә.


Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ауыл хужалығы тармағындағы банкротлыҡ проблемаһына ла туҡталды.

– Беҙ алдан уйлап еткермәү, ә ҡайһы берҙә юрамал, аҫтыртын ниәт менән тиҫтәләрсә ауыл хужалығы предприятиеларын, фермер хужалыҡтарын юғалтабыҙ. 20 йыл эсендә тармаҡ дүрт тапҡыр банкротлыҡ тулҡынын кисерҙе. Бәлки, ауыл иҡтисадын нығытҡандарҙы, ер кешеләрен эшле иткәндәрҙе бөлгөнлөккә төшөрөүҙән туҡтарға ваҡыттыр? Киләсәктә был йүнәлештәге эштәр аныҡ хоҡуҡи баһа менән нығытылырға тейеш һәм мин шуны талап итәсәкмен, – тине Радий Хәбиров.


Башҡортостанда “АПК лидерҙары” тип аталған программа ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ. Уның буйынса агробизнес өсөн заманса белгестәр әҙерләнәсәк, ауыл хужалығын эшсе кадрҙар менән тәьмин итеү камиллаштырыласаҡ. “Башта биш-алты аграр колледжда малсылыҡ фермалары, тәжрибә баҫыуҙары булдырасаҡбыҙ. Улар өсөн заманса техника һәм ҡорамадар һатып аласаҡбыҙ”, – тине Радий Хәбиров.

Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Фото: Bagazhznaniy.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Баҡсасымы һин, йәшелсәсеме?

Баҡсасымы һин, йәшелсәсеме? 16.01.2019 // Ауыл хужалығы

2019 йылдың 1 ғинуарынан “Граждандар тарафынан шәхси ихтыяждар өсөн баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек...

Тотош уҡырға 35

Малға чип ҡуйыла

Малға чип ҡуйыла 16.01.2019 // Ауыл хужалығы

Малға чип ҡуйыу хаҡы 500 һумға тиклем түбәнәйҙе....

Тотош уҡырға 54

Һыйыр һатып алғандар

Һыйыр һатып алғандар 16.01.2019 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан, федераль лизинг программаһы буйынса һыйыр малы һатып алыу күрһәткесен яҡшыртып,...

Тотош уҡырға 33

Бәрәңге үҫтерергә өйрәнәбеҙ

Бәрәңге үҫтерергә өйрәнәбеҙ 15.01.2019 // Ауыл хужалығы

Бәрәңгене “икенсе икмәк” тип йөрөтәбеҙ. Ысынлап та, был культура халыҡтың көнитмешендә ҙур...

Тотош уҡырға 64

Орлоҡ сифаты яҡшыра

Орлоҡ сифаты яҡшыра 15.01.2019 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында йыл һайын 11 ауыл хужалығы культураһының...

Тотош уҡырға 30

Тракторһыҙ булмай йәшәп

Тракторһыҙ булмай йәшәп 14.01.2019 // Ауыл хужалығы

Трактор ауылға ни өсөн кәрәк, тигән һорауға Баҡалы районының Михайловка ауыл Советы халҡы бер...

Тотош уҡырға 48

Тушҡырҙарҙың төшөнә лә инмәгән...

Тушҡырҙарҙың төшөнә лә инмәгән... 11.01.2019 // Ауыл хужалығы

Балтас районының Тушҡыр ауылындағы фермер Илһам Мәрҙәнов фекеренсә, үҫмерҙәрҙең аң-кимәле өлкән...

Тотош уҡырға 68

Грант аҡсаһына — Яңы “КаМАЗ”!

Грант аҡсаһына — Яңы “КаМАЗ”! 08.01.2019 // Ауыл хужалығы

Баймаҡ районында малсылыҡ тармағы йылдам үҫә, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының һаны арта....

Тотош уҡырға 128

Теплицалар кәрәк әле...

Теплицалар кәрәк әле... 08.01.2019 // Ауыл хужалығы

“Теплица бизнесы-2018” мәғлү­мәт­тәре буйынса, 2014 – 2018 йылдарҙа ҡыйыҡ аҫтында йәшелсә һәм...

Тотош уҡырға 82

Уңғандарҙың малы ишәйә

Уңғандарҙың малы ишәйә 08.01.2019 // Ауыл хужалығы

“Агролэнд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте малсылыҡ менән шөғөлләнә. Предприятиеның һөтсөлөк фермаһы...

Тотош уҡырға 61

Теҙген оҫта ҡулдарҙа

Теҙген оҫта ҡулдарҙа 08.01.2019 // Ауыл хужалығы

Илсеғолдар малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә һыр бирмәй....

Тотош уҡырға 251

Һөтөбөҙ – яңыларҙан иң шәбе

Һөтөбөҙ – яңыларҙан иң шәбе 29.12.2018 // Ауыл хужалығы

Илдә һөт баҙарын өйрәнеү үҙәге йыл йомғаҡтары буйынса рейтинг төҙөнө....

Тотош уҡырға 78