Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күмәкләгән — машина алған
Халыҡ барыһы ла үҙҙәре өсөн икәнен аңлай.

Ғафури районының Имәндәш ауылы биләмәһе “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында өсөнсө йыл рәттән ҡатнаша. Былтыр 1 миллион 500 мең һумға “МТЗ-82” тракторы, быйыл иһә ротор — ҡар көрәгес-өрҙөргөс (560 мең һумлыҡ” һатып алыуға өлгәшкәндәр.

Йәнә ауыл биләмәләренә йыл да республика ҡаҙнаһынан бүленгән, йәғни “президент” аҡсаһына тракторҙы көрәк (140 мең һум) менән дә йыһазландырғандар. Был трактор һәм ротор менән ҡыш көндәрендә ауыл урамдары ҡарҙан таҙартыла, йәй иһә сүп-сар йыйыла. Техниканы тулыһынса комплектлау өсөн арба ғына етешмәй, ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов быныһын да хәл иткән. 305 мең һумға торошло яңы арба һатып алыу мәсьәләһе аукционға ҡуйылған.

Ятып ҡалғансы — атып ҡал, тигәндәй, Имәндәш ауылы халҡы, йәнә йыйынға йыйылып, “Урындағы башланғыстарға булышлыу итеү” программаһында ҡатнашырға һәм янғын һүндереү автомашинаһы һатып алырға ҡарар иткән. Уның хаҡы 1 миллион 450 мең һум тора. Проектта еңеп сығып, Хөкүмәттән ярҙам алыуға өлгәшеү өсөн, әлбиттә, инициативалы төркөмдөң дә әүҙем булыуы талап ителә. Был тәңгәлдә Илдар Мәхмүтов етәкселегендәге Имәндәш ауылы старостаһы Марат Ибраһимов, Мөнирә Рәшитова, Рәзилә Зөбәйҙуллина, Салауат Түҙбәковтарҙан торған төркөм бик уңышлы эшләй. Шулай уҡ ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илфат Үтәгәновтың да тырышлығы тос.

Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Ә. Ноғайғолов был программаны хуплап ҡабул иткән ауыл халҡына, ярҙам ҡулы һуҙған Хөкүмәткә, инициативалы төркөмгә, бағыусылар Айрат Ҡунафинға (10 мең һум аҡса биргән), “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Нәжип Хисаметдиновҡа (биш тонна иген тапшырған — 40 мең һумлыҡ), район советы депутаттары Әхмәт Аҫылбәковҡа (биш мең һум), Рөстәм Әбдрәхимовҡа (биш мең), Әлфир Исхаҡовҡа (өс мең), берәр мең һум аҡса биргән ауыл советы депутаттарына, ауыл старосталарына һәм мәктәп директорҙарына рәхмәт белдерә.

— Халыҡ беҙҙә әүҙем, — тип һөйөнә Әхнәф Әхиәр улы. — Һәр ғаиләгә тура килгән аҡсаны йыйыуҙа ла ауырлыҡ кисермәйбеҙ, был изге эштән ситтә ҡалырға маташҡандар юҡ тиерлек — барыһы ла үҙебеҙ өсөн бит, тиҙәр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бешмә ҡабат бешермәһен өсөн

Бешмә ҡабат бешермәһен өсөн 22.01.2019 // Ауыл хужалығы

Республикабыҙ Рәсәйҙә ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса ҡеүәтле төбәктәр исемлегендә....

Тотош уҡырға 38

Һөттөң һөт булмауы ла ихтимал

Һөттөң һөт булмауы ла ихтимал 21.01.2019 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығының Туймазы территориаль бүлеге, Гигиена һәм...

Тотош уҡырға 47

Ҡушйөрәкле Ҡушҡаран егете

Ҡушйөрәкле Ҡушҡаран егете 18.01.2019 // Ауыл хужалығы

Йәрмәкәй районында шәп егет менән таныштыҡ – сәмсел Линар Ахунйәнов бына инде 18 йыл Ҡушҡаран...

Тотош уҡырға 64

Ауыл утын, ер ҡотон һаҡлаусылар
Крәҫтиәндең тамырына балта сапмайыҡ
Баҡсасымы һин, йәшелсәсеме?

Баҡсасымы һин, йәшелсәсеме? 16.01.2019 // Ауыл хужалығы

2019 йылдың 1 ғинуарынан “Граждандар тарафынан шәхси ихтыяждар өсөн баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек...

Тотош уҡырға 114

Малға чип ҡуйыла

Малға чип ҡуйыла 16.01.2019 // Ауыл хужалығы

Малға чип ҡуйыу хаҡы 500 һумға тиклем түбәнәйҙе....

Тотош уҡырға 96

Һыйыр һатып алғандар

Һыйыр һатып алғандар 16.01.2019 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан, федераль лизинг программаһы буйынса һыйыр малы һатып алыу күрһәткесен яҡшыртып,...

Тотош уҡырға 65

Бәрәңге үҫтерергә өйрәнәбеҙ

Бәрәңге үҫтерергә өйрәнәбеҙ 15.01.2019 // Ауыл хужалығы

Бәрәңгене “икенсе икмәк” тип йөрөтәбеҙ. Ысынлап та, был культура халыҡтың көнитмешендә ҙур...

Тотош уҡырға 85

Орлоҡ сифаты яҡшыра

Орлоҡ сифаты яҡшыра 15.01.2019 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында йыл һайын 11 ауыл хужалығы культураһының...

Тотош уҡырға 46

Тракторһыҙ булмай йәшәп

Тракторһыҙ булмай йәшәп 14.01.2019 // Ауыл хужалығы

Трактор ауылға ни өсөн кәрәк, тигән һорауға Баҡалы районының Михайловка ауыл Советы халҡы бер...

Тотош уҡырға 68

Тушҡырҙарҙың төшөнә лә инмәгән...

Тушҡырҙарҙың төшөнә лә инмәгән... 11.01.2019 // Ауыл хужалығы

Балтас районының Тушҡыр ауылындағы фермер Илһам Мәрҙәнов фекеренсә, үҫмерҙәрҙең аң-кимәле өлкән...

Тотош уҡырға 86