Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңғандарҙың малы ишәйә
Уңғандарҙың малы ишәйә“Агролэнд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте малсылыҡ менән шөғөлләнә. Предприятиеның һөтсөлөк фермаһы Архангел ауылында урынлашҡан. Һуңғы йылдарҙа бында эш йәнләнә.

Ферма танымаҫлыҡ булып үҙгәреш кисергән. Биналарҙың тышҡы яғы, ҡыйығы заманса материалдар, профнастил менән көпләнгән. Әле бында ҡыҙыл сыбар тоҡомло 170 баш һыйыр малы аҫрала. Шулай уҡ 100 баш йыл­ҡы һәм шунса уҡ бал ҡорто умартаһы бар.

Ферма мөдире Андрей Гапонов беҙҙе ихлас, күтәренке кәйефтә ҡаршы алды. Шулай булмай ни, бер нисә тапҡыр бөтөүгә, шулай уҡ тергеҙеүгә дусар булып, йәнә яңынан йәнләнгән был ферма уңышлы, һөҙөмтәле эшләй. Малҡайҙарға тәрбиә етеп, аҙыҡ базаһы бай булғас, һөт етеш­тереү тотороҡло килеш ҡала бында. Һауынсылар Любовь Сәйетбатталова, Ирина Сандалова, Елена Анисимова үҙ бурысын намыҫ менән башҡара, ә Нуриҙә Аҡбулатова уларҙы алмаштыра. Малсылар Виктор Костин, Александр Әхмәтйәнов, Сергей Подоплелов – һауын һыйырҙарын, Геннадий Ткачев, Станислав Анисимов, Игорь Пелепеев быҙауҙарҙы тәрбиәләй. Аттарҙы һәм ҡолондарын ҡарауҙы һәм көтөүҙе Радик Илья­сов менән Юрий Тимофеевҡа йөкмәткәндәр. Умартасы Әхтәм Хисамов, слесарь Михаил Беляев, ҡарауылсылар Сергей Дублистов, Николай Матвеев та дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә.

Малдар йылы ҡураларҙа ҡышлай. Һарайҙар һәм кәртәләр, тиреҫ сығарыу ҡоролмаһы ремонтланған, транспортер, һөт үткәргестәрҙе яңыртҡандар. 120 баш малға иҫәпләнгән элекке һыйыр һарайын төҙөкләндереп, хәҙер унда таналар урынлаштырылған. Йыл башынан һәр һыйырҙан уртаса дүрт меңдән ашыу һөт һауып алынған.

Һыйырҙың һөтө – телендә, тигән хәҡиҡәтте яҡшы аңлап эш итәләр бында. Шуға ла мал аҙығы етерлек күләмдә тупланған. Һәр шартлы мал башына 35 центнерҙан ашыу аҙыҡ тура килә. Һимертеү төркөмөндә 65 башмаҡ аҫрала. Дәүләткә юғары сортлы һөт һатыуын-һаталар, әммә хаҡы бик түбән – бер литрын 19 һум менән ҡабул итеүҙәренә зарланалар. Бөгөнгә һөт ҡабул итеү заводтарының был предприятиеға 300 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған. Умартасылыҡ иһә был хужалыҡҡа ярайһы ғына табыш килтерә.

Предприятие етәкселеге ситтән килеп эшләгәндәр өсөн торлаҡ мәсьәләһен дә хәл иткән, ферма йәнәшәһендә бина төҙөтөп, унда бер нисә кеше йәшәр урын тапҡан.

Андрей Владимирович киләсәккә маҡсаттары менән дә уртаҡлашты. Мал һанын арттырырға, киләсәктә ҡымыҙ етештерергә уйлайҙар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һөттөң һөт булмауы ла ихтимал

Һөттөң һөт булмауы ла ихтимал 21.01.2019 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығының Туймазы территориаль бүлеге, Гигиена һәм...

Тотош уҡырға 38

Ҡушйөрәкле Ҡушҡаран егете

Ҡушйөрәкле Ҡушҡаран егете 18.01.2019 // Ауыл хужалығы

Йәрмәкәй районында шәп егет менән таныштыҡ – сәмсел Линар Ахунйәнов бына инде 18 йыл Ҡушҡаран...

Тотош уҡырға 61

Крәҫтиәндең тамырына балта сапмайыҡ
Баҡсасымы һин, йәшелсәсеме?

Баҡсасымы һин, йәшелсәсеме? 16.01.2019 // Ауыл хужалығы

2019 йылдың 1 ғинуарынан “Граждандар тарафынан шәхси ихтыяждар өсөн баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек...

Тотош уҡырға 111

Малға чип ҡуйыла

Малға чип ҡуйыла 16.01.2019 // Ауыл хужалығы

Малға чип ҡуйыу хаҡы 500 һумға тиклем түбәнәйҙе....

Тотош уҡырға 93

Һыйыр һатып алғандар

Һыйыр һатып алғандар 16.01.2019 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан, федераль лизинг программаһы буйынса һыйыр малы һатып алыу күрһәткесен яҡшыртып,...

Тотош уҡырға 59

Бәрәңге үҫтерергә өйрәнәбеҙ

Бәрәңге үҫтерергә өйрәнәбеҙ 15.01.2019 // Ауыл хужалығы

Бәрәңгене “икенсе икмәк” тип йөрөтәбеҙ. Ысынлап та, был культура халыҡтың көнитмешендә ҙур...

Тотош уҡырға 81

Орлоҡ сифаты яҡшыра

Орлоҡ сифаты яҡшыра 15.01.2019 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында йыл һайын 11 ауыл хужалығы культураһының...

Тотош уҡырға 44

Тракторһыҙ булмай йәшәп

Тракторһыҙ булмай йәшәп 14.01.2019 // Ауыл хужалығы

Трактор ауылға ни өсөн кәрәк, тигән һорауға Баҡалы районының Михайловка ауыл Советы халҡы бер...

Тотош уҡырға 65

Тушҡырҙарҙың төшөнә лә инмәгән...

Тушҡырҙарҙың төшөнә лә инмәгән... 11.01.2019 // Ауыл хужалығы

Балтас районының Тушҡыр ауылындағы фермер Илһам Мәрҙәнов фекеренсә, үҫмерҙәрҙең аң-кимәле өлкән...

Тотош уҡырға 83

Грант аҡсаһына — Яңы “КаМАЗ”!

Грант аҡсаһына — Яңы “КаМАЗ”! 08.01.2019 // Ауыл хужалығы

Баймаҡ районында малсылыҡ тармағы йылдам үҫә, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының һаны арта....

Тотош уҡырға 138

Теплицалар кәрәк әле...

Теплицалар кәрәк әле... 08.01.2019 // Ауыл хужалығы

“Теплица бизнесы-2018” мәғлү­мәт­тәре буйынса, 2014 – 2018 йылдарҙа ҡыйыҡ аҫтында йәшелсә һәм...

Тотош уҡырға 90