Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыл утын, ер ҡотон һаҡлаусылар

Уңғанлыҡ тәрбиәнән килә.

Ер, мал ҡәҙерен белгән, ниндәй генә төпкөл булһа ла, ауылды һайлаған кешеләр һәр саҡ һоҡландыра. Эш юҡ, ауыл бөтә, балаларға үҫешергә мөмкинлек сикләнгән, тибеҙ. Уныһы ла барҙыр. Әммә йүнсел булһаң, эштән ҡурҡмаһаң, ҡот-ырыҫ та ташламаҫ.

Күгәрсен районының Беренсе Дәүләтҡол ауылында йәшәгән Зөлфиә апай менән Самат ағай Фәхретдиновтар өс балаға матур тәрбиә биргән. Бөгөн икеһе лә хаҡлы ялда. Ҡыҙҙары Зөлфирә ғаиләһе менән Күгәрсендә тора, улдары Венер Яҡут-Сахала эшләй, Илнур, төпсөк булараҡ, атай менән әсәй эргәһендә, ер эшендә. Улдары уңған Самат ағайҙың. Икеһе лә район үҙәгендә йорт һалған, матур итеп ғаилә ҡорған, үҙ урындарын табып, уңышлы эшләп йөрөй, балалар үҫтерә.

Ә ер эшенә, игенселеккә Самат ағай 90-сы йылдарҙа уҡ тотонған.
– Тәүҙә утыҙ гектар ерҙе эшкәртеүҙән башланым, шунан 55-кә еткерҙем. Малайҙар Се­берҙә ине, мин ауырығас, ҡай­тартып алдыҡ. Хәҙер был эш менән кесе улым Илнур шө­ғөлләнә, ул 800 гектар самаһы ерҙе эшкәртә. Тотонғанына дүрт йыл инде, – ти Самат ағай.
Ер эшкәртеүҙән, иген сәсеүҙән тыш, Фәхретдиновтар малсы­лыҡ, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Утыҙлап баш йылҡы, шул сама умарта тоталар.

– Береһен икенсеһе тулыландырып торғанға, бәлки, эшләү еңелерәктер. Ер эшенән йыл әйләнәһенә килем алып булмай. Ул тәүҙә аҡсаны “һура-һура” ла, уңыш алғас ҡына, эше күҙгә күренә. Еңел түгел инде. Йылы йылына тура килмәй, табыштың да ҡайһы саҡ ниндәй булырын белеп булмай, – тип һүҙгә ҡушыла ҡатыны Зөлфиә апай.

– Ергә һалған орлоғоң шытамы-юҡмы – тәбиғәттән дә тора. Ҡоролоҡ та аптыратты тәүҙә, унан – ҡара сиңерткәһе. Аҡса­һыҙлыҡ та бәкәлгә һуғыңҡырап алды ваҡытында. Шулай ҙа тырышһаң, эшләргә була тигән фекерҙәмен. Техника ла етерлек, комбайн да алып ебәрҙек, – ти Илнур ҙа.

Әйткәндәй, уның төп һөнәре ергә бәйле. Атаһы менән ур­манға күп йөрөгән егет бала саҡтан егерь булырға хыял­ланған. Шул ниәте уны Өфө урман хужалығы техникумына алып килгән. Әле ҡырҡ йәшкә лә етмәгән ирҙең ер эшенең тәмен белеүе хайран итә. Был – тәрбиәнән, сөнки Фәхрет­ди­новтар балаларын ер кешеһе итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биргән, эшкә өйрәткән. “Мәк­тәптән ҡайта ла мал ҡарарға сығып китә торғайны. Бәләкәйҙән өй араһында ярҙам итте, ата­һының эргәһенән китмәне, 16 йә­шенән эшләй башланы”, – тип ғорурлыҡ менән һөйләй әсәһе.
Ерҙәрен ҡуртымға алған пайсыларына ла ярҙам итә йүнсел хужа. Бесән һораһалар – бе­сәнен, иген кәрәкһә игенен бирә, техника талап ителһә – рәхим ит. Бер ҡасан да юҡ тимәй. Шулай уҡ эргәһендәге ярҙам­сыларын да буш итмәй.

– Туғандарһыҙ булмай. Атайымдар, ағайымдар, ауылдаштар ярҙам итә. Бергә-бергә эшләйбеҙ, – ти Илнур.
Ауылда “эш юҡ” тип уфтан­ғандан ғына әҙерҙе килтереп тоттормаҫтар. Йүнсел ҡайҙа ла йүнен табыр. Хатта тәү ҡарашҡа һүнгән кеүек тойолған Дәүләтҡол ауылында ла. Фәхретдиновтар – быға асыҡ миҫал. Киләсәктә улар баҫыу ерҙәрен тағы ла киңәйтеп, мал һанын арттырырға ниәтләй. Тимәк, халыҡҡа өҫтәмә эш урындары ла булыр, ауыл уты, ер ҡото ташлап китмәҫ был төбәкте.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һаҡ булығыҙ: фермала ҡоторған малдар!

Һаҡ булығыҙ: фермала ҡоторған малдар! 21.02.2019 // Ауыл хужалығы

Баҡалы районының Нуғайбәк һөтсөлөк фермаһында ҡотороу сире таралыу сәбәпле карантин индерелгән....

Тотош уҡырға 50

Миллионды нисек эшләргә?

Миллионды нисек эшләргә? 21.02.2019 // Ауыл хужалығы

Күгәрсен районында ауыл хужалығы буйынса күсмә кәңәшмә үткәрелде....

Тотош уҡырға 52

Фермер булып тыуырға кәрәк

Фермер булып тыуырға кәрәк 19.02.2019 // Ауыл хужалығы

Мәләүез районы Ҡотош ауылынан Илдус Шәрипов оҙаҡ йылдар Мәжит Ғафури исемендәге колхозда агроном,...

Тотош уҡырға 77

Теҙген – ныҡлы ҡулдарҙа

Теҙген – ныҡлы ҡулдарҙа 19.02.2019 // Ауыл хужалығы

Мәләүез районы — сәнәғәт-ауыл хужалығы йүнәлешендәге район. Эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары...

Тотош уҡырға 57

Баймаҡтарға еңелерәк

Баймаҡтарға еңелерәк 18.02.2019 // Ауыл хужалығы

Быйыл республика фермерҙарына дәүләт тарафынан 1,1 миллиард һумлыҡ гранттар бүленәсәк....

Тотош уҡырға 68

Агрохоздар төҙөргә кәрәк

Агрохоздар төҙөргә кәрәк 15.02.2019 // Ауыл хужалығы

Советтар Союзы тарҡалыу менән завод-фабрикалар, колхоз-совхоздар юҡҡа сыҡты. Предприятиеларҙың...

Тотош уҡырға 91

Өмөтбайҙың киләсәге өмөтлө

Өмөтбайҙың киләсәге өмөтлө 15.02.2019 // Ауыл хужалығы

Бәләкәй ауылдың маҡсаттары ҙурҙан....

Тотош уҡырға 85

Кушнаренкола яңы эш урындары барлыҡҡа килә

Кушнаренкола яңы эш урындары барлыҡҡа килә 14.02.2019 // Ауыл хужалығы

Быйыл Кушнаренко районында ете мең баш һауын һыйырға иҫәпләнгән ҙур малсылыҡ комплексы төҙөлә...

Тотош уҡырға 201

Яңы комплекс төҙөләсәк

Яңы комплекс төҙөләсәк 14.02.2019 // Ауыл хужалығы

Федоровка районының Покровка ауылында малсылыҡ комплексы төҙөләсәк. Инвестиция күләме – 4 миллиард...

Тотош уҡырға 203

“Алға”лар һәр ваҡыт алда

“Алға”лар һәр ваҡыт алда 13.02.2019 // Ауыл хужалығы

Республика хужалыҡтарында бөгөн мал ҡышлатыуҙың иң ҡыҙыу осоро....

Тотош уҡырға 70

Һәүкәштең дә үҙ көйө

Һәүкәштең дә үҙ көйө 11.02.2019 // Ауыл хужалығы

“Раевка” ауыл хужалығы предприятиеһының Казанка һөтсөлөк фермаһы һауынсыһы Татьяна Предатченко...

Тотош уҡырға 84

Бал ҡортоноң наҙы бар

Бал ҡортоноң наҙы бар 08.02.2019 // Ауыл хужалығы

Ҡортсоларҙың йыл әйләнәһенә хәстәре дауам итә. Тап ошо йәһәттән Ҡариҙел район хакимиәтендә...

Тотош уҡырға 94