Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Борай инвестор йәлеп иткән
Төбәктә заман талаптарына яуап биргән ауыл хужалығы предприятиеларын төҙөүгә ҙур иғтибар бүленә. Хәтерегеҙҙәлер, йыл аҙағында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Борай районында малсылыҡ буйынса төбәк семинарында нәҡ ошондай хужалыҡтарҙың сифатлы ризыҡ етештереүгә һәләтле һәм эре эшкәртеү заводтарының А2 стандартлы һөткә мохтажлығы ҙур булыуы хаҡында белдергәйне.

Һуңғы ваҡытта сауҙа кәштәләрендә сит төбәктәрҙән килтерелгән аҙыҡ-түлектең күпселекте тәшкил итеүе һәр кемдә борсолоу уята. Етмәһә, хаҡтар ҙа бик ҡиммәт. Шуға ла республиканың ауыл хужалыҡтары алдында заводтар өсөн етештерелгән сифатлы һөттөң үҙебеҙҙеке булыуы мөһим тигән бурыс та ҡуйыла.

Әлеге мәлдә халыҡ аҙыҡ-түлеккә күп аҡса түгә, әммә уның өстән бер өлөшө генә урында етештерелә. Шуға ла республика етәкселеге был һан 60 проценттан да кәм булмаҫҡа, ә урын­дағы һөт иһә унан да ҙурыраҡ күләмде тәшкил итергә тейеш тигән талап ҡуя.

Семинарҙың ғәмәли өлөшөндә ҡунаҡтар урындағы ауыл хужалығы кооперативының ит ярымфабрикаттары цехын асыу тантанаһында ҡатнашты. Шулай уҡ эшҡыуар Альберт Арыҫлановтың бәшмәк фермаһы эше лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Районда ғына түгел, республикала ла ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының береһе булған “Победа”ның да уртаҡлашыр, күрһәтер ҡаҙаныштары бар ине.

Әлеге мәлдә күрше Ҡалтасы районы биләмәһендә биш мең һыйырға иҫәпләнгән заманса малсылыҡ комплексы төҙөлә. Бында нәҡ А2 стандарттарына яуап биргән юғары сифатлы һөт етештереләсәк. Әйткәндәй, республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙған “Инвестиция сәғәте”ндә был проект ҡаралды, өҫтөнлөклө төҙөлөштәр иҫәбенә индерелде. Проект фермалар, ҡаты сырҙар етештереү буйынса завод төҙөүҙе, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондарында һөт эшкәртеү предприятиеларын яңыртыуҙы үҙ эсенә ала. Инвестор 170 эш урыны булдырырға йыйына. План буйынса ул бер нисә этапта бойомға ашырыласаҡ һәм уны төҙөүгә 2,3 миллиард һум инвестиция һалыу ҡаралған. Киләһе йыл декабрҙә проекттың беренсе этабын сафҡа индереү ҡаралған.

Автор: Рәмилә МУСИНА
Фото: schulz.st
Район: Борай районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Агрохоздар төҙөргә кәрәк

Агрохоздар төҙөргә кәрәк 15.02.2019 // Ауыл хужалығы

Советтар Союзы тарҡалыу менән завод-фабрикалар, колхоз-совхоздар юҡҡа сыҡты. Предприятиеларҙың...

Тотош уҡырға 64

Өмөтбайҙың киләсәге өмөтлө

Өмөтбайҙың киләсәге өмөтлө 15.02.2019 // Ауыл хужалығы

Бәләкәй ауылдың маҡсаттары ҙурҙан....

Тотош уҡырға 56

Кушнаренкола яңы эш урындары барлыҡҡа килә

Кушнаренкола яңы эш урындары барлыҡҡа килә 14.02.2019 // Ауыл хужалығы

Быйыл Кушнаренко районында ете мең баш һауын һыйырға иҫәпләнгән ҙур малсылыҡ комплексы төҙөлә...

Тотош уҡырға 62

Яңы комплекс төҙөләсәк

Яңы комплекс төҙөләсәк 14.02.2019 // Ауыл хужалығы

Федоровка районының Покровка ауылында малсылыҡ комплексы төҙөләсәк. Инвестиция күләме – 4 миллиард...

Тотош уҡырға 64

“Алға”лар һәр ваҡыт алда

“Алға”лар һәр ваҡыт алда 13.02.2019 // Ауыл хужалығы

Республика хужалыҡтарында бөгөн мал ҡышлатыуҙың иң ҡыҙыу осоро....

Тотош уҡырға 49

Һәүкәштең дә үҙ көйө

Һәүкәштең дә үҙ көйө 11.02.2019 // Ауыл хужалығы

“Раевка” ауыл хужалығы предприятиеһының Казанка һөтсөлөк фермаһы һауынсыһы Татьяна Предатченко...

Тотош уҡырға 71

Бал ҡортоноң наҙы бар

Бал ҡортоноң наҙы бар 08.02.2019 // Ауыл хужалығы

Ҡортсоларҙың йыл әйләнәһенә хәстәре дауам итә. Тап ошо йәһәттән Ҡариҙел район хакимиәтендә...

Тотош уҡырға 82

Бал ҡортоңа тамға һалдылармы?

Бал ҡортоңа тамға һалдылармы? 06.02.2019 // Ауыл хужалығы

Республикала малдарҙы танып-белеү буйынса эш башланды. Һәр бер башҡа үҙенсәлекле һан беркетелә. Уны...

Тотош уҡырға 131

Урмансылар хәҙер иген үҫтерә, ит етештерә

Урмансылар хәҙер иген үҫтерә, ит етештерә 06.02.2019 // Ауыл хужалығы

Үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһе — ус төбөндә 2019 йыл — “Урал-Тау” ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн...

Тотош уҡырға 103

"Ҡанатлы" быҙауҙар тыуған

"Ҡанатлы" быҙауҙар тыуған 05.02.2019 // Ауыл хужалығы

Балтас районында була был хәл. Мағашлы – Алмантай ауылы фермаһында быҙауҙар "ҡанатлана" башлаған....

Тотош уҡырға 291

Малсылыҡ – тырыштар иңендә

Малсылыҡ – тырыштар иңендә 05.02.2019 // Ауыл хужалығы

Малсылыҡҡа, үҫемлекселеккә нәҡ ауылда тыуып үҫеп, яҙмышын ер менән бәйләргә батырсылыҡ иткән...

Тотош уҡырға 137

Етәксеһе уңған икән, хужалыҡ та алда