Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Өйрәнәбеҙ генә әле"
Республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре һәм фермерҙары бөгөн продукция әҙерләп сығарыу ғына түгел, яңы технологиялар, тармаҡ өсөн машиналар эшләүҙә лә әүҙем ҡатнашырға теләй.

Был хаҡта Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.

“Бөгөн беҙҙең аграрийҙарҙың дәүләттән төрлө ярҙам, шул иҫәптән ауыл хужалығы техникаһы, яңы технологиялар алыу мөмкинлеге бар. Кооперативтарға берләшеү юлдарын өйрәнәбеҙ. Был йәһәттән 29-сы “АгроКомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһендә Австрия компаниялары сағыу өлгө күрһәтте”, – тине Илшат Илдус улы.

Уның һүҙҙәренсә, күргәҙмәлә һәм форумда әүҙем ҡатнашҡан Чехия һәм Австрия делегациялары менән берҙәм визит тураһында килешеүгә өлгәшелгән.

“Беҙҙе, мәҫәлән, шул илдәрҙән ҡоролма йәки техника алыу ғына түгел, ә уларҙы үҙебеҙҙә етештерә башлау һәм бергәләп һатыу ҡыҙыҡһындыра”, – тине етәксе.

Йәнә бер мөһим мәсьәлә – ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү һәм фермер продукцияларын сауҙа селтәрҙәренә тәҡдим итеү. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күргәҙмәне ҡарағандан һуң шуны билдәләне: бөгөн Башҡортостанда етештерелгән ысын, сәләмәт, тәмле аҙыҡ-түлекте пропагандалау етмәй.

Илшат Фәзрахманов был йәһәттән, беҙ әле етештерергә һәм әҙер продукцияны һатырға өйрәнәбеҙ генә әле, тип белдерҙе.

“Ассортимент бик ҡыҙыҡлы, барлыҡ яңы кооперативтарыбыҙ баҙарға үҙ продукцияһын алып сыға. Әммә әлегә уларға сауҙа селтәрҙәре менән эшләү ҡыйыныраҡ”, – тине ул.

Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, уның командаһы уҙғарылған күргәҙмә һәм форумдан ҡәнәғәт.

Автор: И. ҠОРМАНОВА.
Фото: Олег Яровиков фотоһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һөт сертификация үтәсәк

Һөт сертификация үтәсәк 22.03.2019 // Ауыл хужалығы

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл майҙа әҙер һөт продукцияһын “Меркурий”...

Тотош уҡырға 20

Ауыл хужалығы предприятиеларын көтәләр

Ауыл хужалығы предприятиеларын көтәләр 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Шишмә районында ауыл хужалығы йүнәлешендәге индустрия паркы барлыҡҡа киләсәк....

Тотош уҡырға 55

“Ленин”дарға эйәрергә була

“Ленин”дарға эйәрергә була 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Стәрлебаш районының Ленин исемендәге ауыл хужалығында мал ҡышлатыу уңышлы ойошторолған....

Тотош уҡырға 103

Сифатлы орлоҡһоҙ алға китеш юҡ

Сифатлы орлоҡһоҙ алға китеш юҡ 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн ерҙе яратҡан һәр кем яҡшы аңлай. Әлбиттә, һауа шарттарының нисек килеүе,...

Тотош уҡырға 79

“Ҡалмыҡ” тоҡомлолар даланы үҙ иткән

“Ҡалмыҡ” тоҡомлолар даланы үҙ иткән 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Хәйбулла районы Өфө ауылынан Марат Булатов – районда малсылыҡ тармағында уңышлы эшләгән...

Тотош уҡырға 139

Ауыл ерендә эшләгәндәр өҫтәмә алды

Ауыл ерендә эшләгәндәр өҫтәмә алды 18.03.2019 // Ауыл хужалығы

1 ғинуарҙан ауыл ерендә малсылыҡта, үҫемлекселектә, балыҡсылыҡта 30 йыл эшләгән пенсионерҙарға...

Тотош уҡырға 211

Ҡолоштан мал алмай тор...

Ҡолоштан мал алмай тор... 18.03.2019 // Ауыл хужалығы

Учалы районының Ураҙ ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡолош ауылында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән....

Тотош уҡырға 122

Умартасылар Өфөгә йыйыла

Умартасылар Өфөгә йыйыла 13.03.2019 // Ауыл хужалығы

16–17 мартта Өфөлә умартасыларҙың VII төбәк съезы үтәсәк....

Тотош уҡырға 307

Татырүҙәктә ниндәй хеҙмәт күрһәтеләсәк?

Татырүҙәктә ниндәй хеҙмәт күрһәтеләсәк? 12.03.2019 // Ауыл хужалығы

Таможня союзының техник регламенттарына ярашлы, һуңғы ваҡытта, билдәле булыуынса, һатыуға сығарыла...

Тотош уҡырға 151

"Ауылдың киләсәге – уның заманса булыуында"

"Ауылдың киләсәге – уның заманса булыуында" 07.03.2019 // Ауыл хужалығы

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “ЭкоНива” компаниялары төркөмө...

Тотош уҡырға 94

Сифатлы майға сират...

Сифатлы майға сират... 05.03.2019 // Ауыл хужалығы

Стәрлебаш районында күмәк хужалыҡтар һуңғы йылдарҙа ҙур ғына үҙгәреш кисерә. Шөкөр, ауылдарҙа...

Тотош уҡырға 105

Фәүәттең дәүләте

Фәүәттең дәүләте 05.03.2019 // Ауыл хужалығы

Стәрлебаш районының Айтуған ауылынан Фәүәт Талип улы Рәхимғолов крәҫтиән (фермер) хужалығын...

Тотош уҡырға 112