Грант аҡсаһына — Яңы “КаМАЗ”!08.01.2019
Баймаҡ районында малсылыҡ тармағы йылдам үҫә, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының һаны арта. Шуныһы ҡыуаныслы: фермерҙер “Яңы эш башлаған фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү”, “Кооперацияны үҫтереү” дәүләт программаларында әүҙем ҡатнаша һәм еңеп сыға.

Татлыбай ауылы фермеры Радик Ишмуллин “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһында еңеп сыҡҡан һәм 12 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамынан файҙаланған. Грант аҡсаһына ул симменталь тоҡомло 95 баш тана һәм техника һатып алған. Ошо көндәрҙә, Яңы йыл байрамы бүләге булараҡ, Радик Ишмуллинға “КаМАЗ” автомашинаһы асҡысы тапшырылды. Үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағын берҙәй алып барған фермерға дәүләт ярҙамы киләсәктә яҙғы сәсеү, уңыш йыйыу осоронда ҙур ярҙам буласаҡ.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика