Тушҡырҙарҙың төшөнә лә инмәгән...11.01.2019
Балтас районының Тушҡыр ауылындағы фермер Илһам Мәрҙәнов фекеренсә, үҫмерҙәрҙең аң-кимәле өлкән кластарҙа, ғөмүмән, мәктәптә ныҡлы формалаша, ә һөнәр һайлаған саҡта инде теләк-ынтылышы ошо осорҙа тағы ла көсәйә, хатта яҙмышы хәл ителә.

24 йәшендә фажиғәгә тарыған егет юғалып ҡалмаған, киреһенсә унда ихтыяр көсө барлыҡҡа килгән. Әле Илһам Рәшит улы әҙ генә тырышлыҡ һалғанда ауылда ла етеш йәшәргә мөмкин тигәнде үҙенең аныҡ миҫалында иҫбат иткән. Ул заманында гөрләп торған, әммә ҡасандыр таралыу хәленә еткән хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу уйы менән яна. Әйткәндәй, уңыш оҙаҡ көттөрмәгән – былтыр “Ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү” программаһына ярашлы 6 миллион һумлыҡ грант отҡан, ошо аҡсаға һауын һыйырҙары һатып алған. Иң мөһиме, ауылдаштарын эш урыны булдырған, был тушҡырҙарҙың төшөнә лә инмәгән.

– Беҙҙең ышанысыбыҙ һәм ярҙамсыбыҙ улыбыҙ буй еткерә, өҫтәүенә, иремдән уңдым. Уй-хыялдары икеле-микеле булған ҡыҙ һәм малайҙарға ул өлгө, – тип һөйләй Илһамдың ҡатыны Эльмира.






Вернуться назад

Яндекс.Метрика