Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сабыйым хаҡынаНоябрь башында ҡар ҡатыш ямғыр яуып торҙо ла көндәр тағы ла аяҙға тартты. Шундай мәлдәрҙең береһендә хәрби хеҙмәткә саҡырылыу сәбәпле, төҙөлөш идара­һын­дағы ташсы Йыһангир эштән бушатылды. Төшкә тиклем ул обходной лист тултырып, бухгалтерия менән иҫәп-хисапты өҙөп йөрөнө. Бергә эшләгән иптәштәре менән хушлашҡанда:
— Һеҙҙең менән оҙаҡ эшләй алманым. Шулай ҙа һеҙ күп изгелектәр ҡылып, күңел йылыһын бирҙегеҙ. Әрмегә һеҙҙең хаҡта йылы тойғолар алып китәм, — тине.
— Беҙ ҙә һине бик яраттыҡ. Онотма, хат яҙ. Ауырлыҡтарға бирешмә. Хеҙ­мәтеңде тултырып, иҫән-һау әйләнеп ҡайт, — тине уға бригада ағзалары.
Төш ауышып барғанда Йыһангир, төҙөлөш майҙанын ҡалдырып, өйөнә ҡайтып бара ине инде. Шул саҡ ҡылт итеп иҫенә Ураҙмәт ағаһы төштө. Өлкәне кесеһенең әрмегә саҡырыл­ғанын ишеткәйне. Йыһангир реаль мәктәптә тарих уҡытыусыһы булып эшләгән ағаһы янына кереп, һөйләшеп сығырға ҡарар итте. Тегенеһе кабинетында дәрестәргә әҙерләнеп ултыра ине. Ишек төбөндә ҡустыһын күреп, Ураҙмәт йәнләнеп китте:
— Бына буласаҡ ил һаҡ­сыһы үҙе килә. Бөгөн еңгәң менән “прощальный” үткә­рергә һеҙгә барырға һөйләшкәйнек. Кискә көтөң­көрәп тороғоҙ — килеп етербеҙ. Китеп барһаң, тиҙ генә күрешә алмабыҙ. Бында килеп шәп иттең. Ҡайһы бер нәмәләрҙе ҡатын-ҡыҙ алдында һөйләп булмай бит ул.
Ураҙмәт — эре кәүҙәле, аҡ йөҙлө, сал сәсле, Йыһангирҙыҡы кеүек ҡырлыраҡ танаулы, уйсан йөҙлө кеше. Ул алдында ятҡан китап-дәфтәрҙәрҙе ситкәрәк этте, үҙе сал сәстәрен ҡулы менән һыйпап алды. Шунан теремек күҙҙәрен Йыһангирға төбәне.
— Тегендә китер алдынан, оло кеше булараҡ, матур ғына кәңәштәр ҙә бирергә кәрәк тә бит. Юҡ шул. Бер семтем аҡыл да бирерлек түгелмен.
— Ниңә улай тиһең? — тип аптыраны ағаһының һүҙҙәренә Йыһангир.
— Шулай. Әрмелә хеҙмәт итеү йылдарымды тотош яман төш тип атаһаң да була. Унан фәһем алырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Ул саҡтарҙы баштан үткә­рәм дә һинең өсөн ҡурҡам.
— Ни өсөн? — тип тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнде егет. — Һин төшөндөрөп һөйлә. Юғиһә бер нәмә лә аңламайым.
— Һөйләргәме, юҡмы? Әйтһәм, әрме алдынан һинең йөрәгеңә ут һалырмын, тип шөбһәләнәм. Өндәшмәһәм дә, дө­рөҫ­лөктө йәшереп ҡалдырыу менән бер.
— Бер ваҡыт үҙең: “Дөрөҫлөккә тура ҡарарға өйрән”, — тигәйнең түгелме?
— Уныһы шулай ҙа ул. Минең был сәстәр, ҡустым, әрмелә ағарҙы, — Ураҙмәт һуҡ бармағы менән башына төртөп күрһәтте. — Яҙмышымды ҡабатламаһаң, ярар ҙа бит. Мин дә киткәнсе өйләнгәйнем.
— Ҡатының өсөн ағарҙымы ни сәстәрең?
— Эйе, еңгәң ағартты.
— Улай булғас, ниңә тораһың уның менән?
— Торам, сөнки һөйөүемә тоғро ҡалырға теләнем. Ә ул миңә хыянат итеп йөрөнө. Аҙаҡ баланы йәлләнем. Ташлап китһәм, етем булып, аҙғын әсәй ҡулында ҡараусыһыҙ, әрәм булыр тип уйланым. Бала йәнле кеше мин. Сабый бит ул — йөрәк ите, тормоштоң йәме. Теге ваҡыт еңгәң ултырып иланы. “Ташлама инде”, — тип тә ялбарғас, ҡыуманым үҙен. Һөнәре юҡ, ҡайҙа бара ул минән айырылып.
— Һеҙҙең аранан ниндәй ҡара бесәй үтте һуң? Еңгәмдең ни ғәйебе бар һинең алда? — тип һораны ҡыҙыҡһыныуы көсәйә барған Йыһангир.
— Эй, һорама инде, ҡустым, иҫке яраларҙы ҡуҙғатып. Беҙ еңгәң менән ауылда бер класта уҡыныҡ. Шул ваҡытта уҡ бер-беребеҙҙе яратҡайныҡ. Ул мәктәпте бөтөргәс, артабан бер ҡайҙа ла белем алманы. Ә мин пединститутҡа уҡырға индем. Бер йылдан һуң, йәйге каникул ваҡытында, ауылда өйләнешеп ҡуйҙыҡ.
Зөмәйрә ул ваҡытта фермала һауынсы булып эшләй ине. Бер йылдан беҙҙең малай тыуҙы. Киләһеһенә әрмегә алдылар. Институттарҙа хәрби кафедраларҙы бөтөрөп, студенттарҙы һыпырып хәрби хеҙмәткә алған саҡ ине. Оҙатҡанда, баланы яҡшы ҡарарға һүҙ биреп: “Бер ваҡытта ла хыянат итмәм”, — тип тоғролоҡҡа анттар әйтеп, түгелеп илап ҡалды еңгәң. Мине Төркмәнстандың Кушка ҡалаһына хеҙмәт итергә ебәрҙеләр. Зөмәйрәгә бер-бер артлы сәләм хаттарын яҙып торҙом. Был бер генә хатыма яуап бирҙе лә бүтән яҙманы ла ҡуйҙы. Бер йәшлек баланы ата-әсәһенә ҡалдырып, Урта Азияға сыҡҡан да киткән.
Ташкент менән Бишҡурай ауылы араһында йөрөп ғүмерен үткәргән Кәбирә исемле бер аҙғын ҡатын бар ине. Шуға эйәргән Зөмәйрә. Ә тегенеһе еңгәңде бер үзбәккә алып барып һатҡан. Ярты йыл үзбәк ире менән йәшәгәс, Зөмәйрә нисектер әмәлен табып, унан ҡасып киткән. Үзбәкстанда йүнле бер ҡайҙа ла эшләмәй, тәнен һатып, аҙып-туҙып йөрөгән. Уның Урта Азияға китеп олағыуын Сынтимер ағайымдың хатынан белдем. Зөмәйрә минең янға ла килеп сығыр әле, тип өмөт иттем. Юҡ, булманы… Ә бит ул Үзбәкстандан Төркмәнстанға ла килгән булған.
Башҡа ҡайғы төштө минең. Бер яҡтан бала өсөн ҡайғырам, икенсе яҡтан кәләш өсөн өҙгөләнәм. Ни тиһәң дә, яратышып өйләнешкәйнек. Әллә сит яҡтарҙа үлтереп ташланылармы икән, тип тә уйланым. Исмаһам, иҫәнлеген белдереп, хат яҙһын ине. Бер ниндәй хәбәре лә юҡ. Юллай торғас, туған ырыуы арҡылы Зөмәйрәнең эҙенә төштөм. Ҡатыным эргәмдә генә, йәғни Төркмәнстандың Чарджоу ҡалаһында йөрөп ята икән. Унда йыраҡ ҡына ағай-энеһе булған. Шуларға барып һыйынған, ахыры.
Чарджоуҙан Кушкаға поезд менән ике сәғәтлек юл. Минең янға килһә, булмаймы ни? Була, әлбиттә. Мин йәшерен часта хеҙмәт иттем. Командир менән яҡындан аралашып йөрөйөм. Килһә, улар ярҙамында эшкә лә урынлаштыра алыр инем. Юҡ, күренмәне. Килер ине — минең эргәлә иркенләп типтерә алмам, тип уйлағандыр.
Хеҙмәтем буйынса Чарджоу ҡала­һындағы хәрби часҡа коман­дировкаға бара торғайным. Бер мәл эш табып, командирҙан рөхсәт менән, команди­ровкаға киттем. Тәүге көндә эш бөтмәне. Урындағы частың ҡунаҡ­ханаһына урынлашып, ҡунып ҡалдым. Маҡсатым — бөгөн үк ҡалаға сығып, Зөмәйрәне эҙләргә, таба алмаһам, иртәгә лә дауам итергә. Төштән һуң йәйәүләп бөтә ҡаланы ҡыҙырып сыҡтым. Чарджоу ҙур түгел икән. Еңгәңде, бәлки, урамда осрата алырмын, тип уйлағайным. Ни кемдә, ҡайҙа йәшәп ятҡанын белмәйем, адресы ла билдәле түгел. Белешмә бюроһына керҙем. Унда ла белмәйҙәр. Күрәһең, Зөмәйрә бер ергә лә эшкә урынлашмаған. Шунлыҡтан пропискаға ла инмәгән.
Аптыраным, алйыным. Урамда Зөмәйрәм түгелме икән, тип һәр үткән ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөнә текләп ҡарайым. Шулай йөрөй торғас, эңер төштө. Ә минең ҡунаҡханаға ҡайтҡым килмәй. Ярай әле увольнительныйҙы төн уртаһына тиклем алғайным. Юғиһә аҙым һайын патруль тикшереп аптырата. Ҡараңғы төшөү менән паркка киттем. 18 йәшлек ҡатын — ул әле ҡыҙҙар кеүек, ир йәки егет эҙләп ҡайҙа бара? Паркка керһәм, унда бер яҡ мөйөшкә башҡорт-татар йыйылған. Гармун уйнап, гөрләшеп бейейҙәр.
Парк мөйөшөндәге бағана башынан тоноҡ ҡына булып төшкән ут яҡтыһында уйынға килгән кешеләрҙең йөҙөн иғтибар менән ҡарап сыҡтым. Зөмәй­рәм бында юҡ ине. Күңелһеҙләнеп, парктың бөтөнләй яҡтыртылмаған, ҡараңғы яғына табан кереп киткән асфальт менән атлап киттем. Ҡапыл юл һулаҡайға боролдо һәм боролошта Зөмәйрә менән йөҙгә-йөҙ килеп осраштым. Ул ниндәйҙер ҡыҫҡараҡ буйлы, ҡалын, бөҙрә сәсле, кәкре танаулы ирме, егет менәнме етәкләшеп килә ине.
— Зөмәйрә! — тип ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
— Ураҙмәт? — уның тауышы ҡалтырап сыҡҡандай булды. Улар алдан һөйләшкән кеүек, икеһе бер юлы ҡапыл артҡа әйләнде лә йүгереп ҡаса башланы.
— Зөмәйрә, туҡта! Мин һиңә теймәйем! Ҡурҡма! — тип ҡысҡырҙым.
Улар туҡтаманы. Ғәрлегемдән ни ҡылырға ла белмәнем. Йөрәгемә әллә ни булды ла ҡуйҙы. Ҡайҙандыр күңел төбөнән Зөмәйрәгә ҡарата асыу уты ҡалҡып сыҡты. Үҙемдә көс табып, быларҙың артынан ҡыуа төштөм. Улар паркты сығып, ҡараңғы урамдар, тыҡрыҡтарға инеп китте. Ә мин арттарынан йүгерәм, үҙем: “Зөмәйрә! Туҡта!” — тип ҡысҡырам. Тетрәткес ваҡиға тәьҫиренән хәлем бөттө, хатта йүнләп йүгерә лә алмай башланым. Улар тимер юл үткән яҡҡа йүгерә, күрәһең. Поезд тауышы ишетелә башланы. Алда запас юлдарға индереп ҡуйылған составтар күренде. Бында станция урынлашҡан булып сыҡты. Зөмәйрәләр иң ситтәгеһенең аҫтына кереп китте, ә мин арттарынан ҡалманым. Шул ваҡыт кинолағы кеүек, ҙур тиҙлек менән алдымдан поезд үтә башланы. Эргәләге икенсе юл асыҡ булған икән. Саҡ-саҡ поездан тапалманым.
Уның үтеп киткәнен көтөп торған арала, тегеләр ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты. Быға тиклем бер ҡасан да ошо тиклем хурлыҡҡа төшкәнем, кәмһетелгәнем юҡ ине. Башым әйләнеп китте, быуындарым тотмай башланы. Аңымды юғалтып, рельс өҫтөнә йығылғанмын.
Бында ҙур тимер юл магистрале ята. Поездар минут һайын үтеп тора. Юлды яҡтыртып килгән сираттағыһы мине тапамаған. Машинист юлға арҡыры ятҡан кешене күреп, поезды туҡтата алған. Аңыма килһәм, Чарджоуҙың хәрби госпиталендә ятам. Аҙна буйы шаңҡып, башымды күтәрә алманым. Үҙем бер нәмә лә иҫләй алмайым. Хәтерем юғалған. Бер ай ятҡандан һуң, хәтерем кире ҡайтты. Мине оло ғына төркмән табибы дауаланы. Шәбәйә башлағас, был ағай миңә: “Улым, ҙур ҡайғы кисерҙеңме әллә? Бик йәшләй сәстәрең ағарған”, — тине. Көҙгөнән ҡараһам, үҙемде үҙем танымайым. Яңыраҡ ҡап-ҡара булған сәстәрем, салланып, ап-аҡ төҫкә ингән. Башымды ике ҡулым менән тотоп, үкһеп-үкһеп иларға керештем. Палатала ятҡандар ҙа, табиптар ҙа, башҡа төшкән ҡайғыны аңлап, ҡулдан килгәнсә йыуатты. Шәбәйгәс, тағы ла хеҙмәтемде дауам итергә Кушкаға киттем. Өс йыл томан эсендә, хәсрәт ҡосағында үтеп китте.
Ауылға ҡайтып төштөм. Бәй, дүрт йәшлек малайымды күтәреп, Зөмәйрә еңгәң ҡаршыларға сыҡҡан. Балам менән икәүләп мөлдөрәшеп ҡарап торалар. Әллә ысынлап, әллә юрый тигәндәй, ҡатыным илап ебәргән булды. Бөтәһе өсөн дә минән ғәфү үтенде. Ә күңелемдә ошо йылдар эсендә бер нәмә лә ҡалмаған: ҡатынға булған мөхәббәт тә, хатта уға ҡарата йыйылған асыу ҙа. Малайымды йәлләп, Зөмәй­рәне кире ҡабул иттем. Аҙаҡ ишетеп белеүемсә, еңгәң Чарджоуҙа бер ҡатындың хәләле менән йөрөгән икән. Теге ирҙең туғандары белеп ҡалып, Зөмәйрәне эт урынына ярып, үлтерә яҙып туҡмағандар, үҙен поезға ултыртып: “Ҡабат бында эҙең булмаһын, тағы килһәң, тере ҡалмаясаҡһың!” — тип, бик ныҡ ҡурҡытып, Башҡортостанға ҡыуып ҡайтарып ебәргәндәр.
Хоҙай уға язаһын да шул рәүешле биргәндер, тип уйлайым. Һәр хәлдә, Зөмәйрә һуңлап булһа ла, балаһын, ирен иҫенә төшөрҙө. Хәҙер еңгәңде танымаҫһың да — суфый булып, кешеләргә үҙе аҡыл өйрәтә. Тик минең генә әрменән тәнем дә, йәнем дә ғәрипләнеп ҡайтты. Әле бына тағы теге ваҡыттағы хәтерһеҙлек баш ҡалҡытырға итә. Әйберҙе ҡайҙа һалһам да, онотам. Һин ҡайтыуға хәтеремде юғалтып, психик ауырыуҙар клиника­һына эләкмәһәм, ярар ҙа бит. Һиңә бөтәһен дә һөйләп бирҙем. Күңелеңә ауыр алма. Ҡатының менән дә төрлө хәл килеп сығыуы ихтимал. Ир бул. Ниндәй осраҡта ла үҙеңде артыҡ өҙгөләмә, түҙергә тырыш!
— Еңгә арҡаһында шул тиклем күп нужа күргәнһеңдер тип уйламағайным. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙың сит яҡтарға китеп, унда ерәнесле ҡылыҡтар менән намыҫтарын һатып йөрөүе бигерәк тә аяныслы, — тип яуап бирҙе Йыһангир Ураҙмәткә. — Һин, ағай, үҙең дә бик бөтөрөнөргә тырышма. Киләсәк һеҙгә лә, беҙгә лә шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен. Ҡатын өҫтөмдән көлә торған булһа, уның менән күп һөйләшеп тормам…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер һылыуға – бер батыр

Бер һылыуға – бер батыр 20.02.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Көйөргәҙе районынының Айсыуаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда “Һылыуҡай-2019” һәм “Көйөргәҙе батыры-2019”...

Тотош уҡырға 20

Белореттар шулай ял итә

Белореттар шулай ял итә 11.02.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында инде традицияға әйләнгән ҡышҡы ат сабыштары уҙҙы....

Тотош уҡырға 92

Колымалағы яҙ ныҡ тәьҫир иткән

Колымалағы яҙ ныҡ тәьҫир иткән 24.01.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

“Росреестр” тарафынан ойошторолған “Минең ерем, минең Рәсәй” фотоһүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды....

Тотош уҡырға 286

Кемдең роботы көслөрәк?

Кемдең роботы көслөрәк? 24.01.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостанда 2 февралдә “РобоПром-2019” асыҡ робот техникаһы фестивале башлана....

Тотош уҡырға 275

Ә һин бәйгелә ҡатнашаһыңмы?

Ә һин бәйгелә ҡатнашаһыңмы? 18.01.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивы республикабыҙҙың 100 йыллығына һәм...

Тотош уҡырға 237

Бәйгелә ҡатнашығыҙ!

Бәйгелә ҡатнашығыҙ! 16.01.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

“Вся Уфа” телеканалы иң яҡшы фотоһүрәткә конкурс иғлан итте....

Тотош уҡырға 204

Ижад донъяһында ҡалған эҙҙәр

Ижад донъяһында ҡалған эҙҙәр 16.01.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

“Уймаҡ хикәйәләр” конкурсы йолаға әйләнер....

Тотош уҡырға 175

Заман эшселәр талап итә

Заман эшселәр талап итә 15.01.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

“Йәш һөнәрмәндәр” чемпионаты һәләтле йәштәрҙе барланы....

Тотош уҡырға 137

Һыуҙа батмаҫ, утта янмаҫ егеттәр

Һыуҙа батмаҫ, утта янмаҫ егеттәр 31.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Республикала үткәрелгән граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уның эҙемтәләрен...

Тотош уҡырға 179

Кем еңде?

Кем еңде? 30.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Быйыл, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 25 йыллығына арнап, йәш рәссамдар араһында “Мин...

Тотош уҡырға 183

Туған телдә һөйләшкән –  еңеүсе

Туған телдә һөйләшкән – еңеүсе 21.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Яңыраҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы...

Тотош уҡырға 256

Йәш һөнәрмәндәр кирбес һала, плитә түшәй...

Йәш һөнәрмәндәр кирбес һала, плитә түшәй... 14.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Өфөләге “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмә комплексында IV “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) төбәк...

Тотош уҡырға 205