Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Быға тиклем балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтенә иғтибар юҡлыҡ һиҙелде. Әммә Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан иғлан ителгән яңы конкурс ҡәләм тирбәтеүселәрҙе был йәһәттән дәртләндерер һәм шәп әҫәрҙәр яҙылыуына булышлыҡ итер тигән өмөт бар.


Яҙыусылар союзы иғлан иткән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн проза әҫәрҙәренә конкурс ҡатнашыусыларҙы һаман да көтөп ҡала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был бәйге билдәле яҙыусы һәм шағирә Гүзәл Ситдиҡованың ярҙамы менән башланғыс алғайны. Үҙе лайыҡ булған Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы өсөн тапшырылған 100 мең һумды ул тулыһынса ошо изге маҡсатҡа йүнәлтте.
Конкурс киләһе йылдың 1 февраленә тиклем дауам итә. Унда ҡатнашыусылар өсөн йәш буйынса бер ниндәй сикләү ҙә юҡ. Йәғни яңы ҡулына ҡәләм алған үҫмер ҙә, ил ағаһы менән ил инәһе лә берҙәй ҡатнаша аласаҡ. Әҫәрҙәрҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзының адресына йә soyuz.pisatelei@mail.ru һылтанмаһы буйынса электрон почтаға һалырға кәрәк. Жюри еңеүселәрҙе март айында билдәләйәсәк. Уның һөҙөмтәһендә конкурста еңеүселәр бер 1-се, бер 2-се һәм бер 3-сө урын менән билдәләнәсәк, барыһы ла аҡсалата бүләкләнәсәк. Әйткәндәй, ижади бәйгенең тулы положениеһы менән Яҙыусылар союзының сайтында таныша алаһығыҙ.
Был конкурста ниндәй әҫәрҙәр ҡатнаша ала һуң? Иң мөһиме – улар ошоғаса баҫылмаған булырға тейеш. Әлбиттә, повесть һәм роман кеүек жанрҙарға өҫтөнлөк биреләсәк. Нәфис-документаль, фәнни-популяр әҫәрҙәр ҙә конкурста ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтенә иғтибар юҡлыҡҡа зарланғандар күп булды. Әммә был ижади бәйге яңы исемдәрҙе асырға ярҙам итер, барыбыҙҙы ла шәп әҫәрҙәр менән таныштырыр һәм, әлбиттә, ошо йүнәлештә ижад итеүселәр өсөн өҫтәмә этәргес булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Конкурста ижад емештәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ, ҡәләмдәштәр!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Баш ҡалала иң яҡшы эшҡыуар кем?

Баш ҡалала иң яҡшы эшҡыуар кем? 11.10.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Ошо көндәрҙә Өфөлә “Ҡаланың иң яҡшы эшҡыуары – 2017” конкурсында еңеүселәр асыҡланды. Бәйге Өфө...

Тотош уҡырға 54

Ҡәләм оҫталары һынатмай

Ҡәләм оҫталары һынатмай 09.10.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостандан ике журналист 2017 йылда иң яҡшы журналистика әҫәре буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында...

Тотош уҡырға 68

Эште яратып башҡарһаң...

Эште яратып башҡарһаң... 11.09.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Түтәлдәрҙе көнөнә нисә тапҡыр һыуға ҡойондорорға, ҡырҡылған үләндәрҙең оҙонлоғо күпме ҡалырға тейеш...

Тотош уҡырға 82

Дәғүәселәр билдәләнде

Дәғүәселәр билдәләнде 07.09.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы 2018 йылға журналистика өлкәһендәге иң яҡшы...

Тотош уҡырға 91

Иғтибар! “Минең уңыш ” фотоконкурсы!

Иғтибар! “Минең уңыш ” фотоконкурсы! 04.09.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Көҙ килде, тимәк, баҡсаларҙа уңыш йыйыу мәле етте. Ошо уңайҙан төркөмдә фотоконкурс иғлан итәбеҙ....

Тотош уҡырға 102

Йылҡы илендәге ҡымыҙ байрамы

Йылҡы илендәге ҡымыҙ байрамы 18.07.2018 // Анонстар / Бәйгеләр һәм конкурстар

“Йоматау” шифаханаһында ҡымыҙ яһаусыларҙың 13-сө республика конкурсы үтте Республиканың “Йоматау”...

Тотош уҡырға 230

Сыңлаһын салғы сыңы!

Сыңлаһын салғы сыңы! 18.07.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар / Рухиәт

Ҡырмыҫҡалыла фольклор байрамы уҙҙы Борондан ауыл халҡы бесәнгә төшөү алдынан ҙур байрам үткәрер...

Тотош уҡырға 158

Әсәйҙәр булғанға, бәхетле көнөбөҙ

Әсәйҙәр булғанға, бәхетле көнөбөҙ 11.07.2018 // Анонстар / Бәйгеләр һәм конкурстар

Өфөлә “Супер әсәй-2018” республика бәйгеһе уҙҙы Өфөләге “Родина” кинотеатрында “Супер әсәй-2018”...

Тотош уҡырға 238

Интернетта – Ғаиләне ҙурлаған ярыш

Интернетта – Ғаиләне ҙурлаған ярыш 18.05.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Ғаиләһенә иҫерткес эсемлектәр индермәгән, ҡунаҡ һәм байрамдарҙы айыҡ үткәргән, милли рухлы,...

Тотош уҡырға 213

Поэмалар конкурсы дауам итә!

Поэмалар конкурсы дауам итә! 13.04.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, Мәҙәниәт министрлығы һәм “Ағиҙел”...

Тотош уҡырға 277

Иң-иңе тип кемдәр танылыр?

Иң-иңе тип кемдәр танылыр? 13.09.2017 // Яңылыҡтар / Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссия, тәҡдим...

Тотош уҡырға 274

Комбайнсыларҙы ярышҡа көтәләр

Комбайнсыларҙы ярышҡа көтәләр 23.08.2017 // Иҡтисад / Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостан Хөкүмәте 2017 йылғы ураҡта иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән иген йыйыу комбайндары,...

Тотош уҡырға 385