Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баш ҡалала иң яҡшы эшҡыуар кем?
Ошо көндәрҙә Өфөлә “Ҡаланың иң яҡшы эшҡыуары – 2017” конкурсында еңеүселәр асыҡланды. Бәйге Өфө ҡала бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды, баш ҡала хакиәмиәте һәм Эшҡыуарҙар союзы тарафынан йыл һайын ойошторола.

Конкурсҡа 50-нән ашыу ғариза тапшырылғайны. Ун йүнсел үҙенең эшмәкәрлеге өлкәһендә иң яҡшыһы тип танылды. Еңел сәнәғәт продукцияһы етештереүҙә “Башмебель-плюс” компанияһы директоры Игорь Ташкент, етештереү өлкәһендә – “Семигорье” үткәргес торбаларҙы таҙартыу һәм диагностикалау үҙәге директоры Камил Фазлетдинов, юғары технологиялы етештереүҙә – “Автоматизация-Метрология-Эксперт” компанияһының генераль директоры Владислав Мирский, йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә – Өфөнөң Дим районындағы “Йәйғор” кафеһы директоры Рафаэль Ғәлимханов йыл эшҡыуары тип билдәләнде. Хеҙмәт күрһәтеү тармағында “Баш ҡала” туристик фирмаһы етәксеһе Ирина Бәшәрова, ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек етештереү, эшкәртеү өлкәһендә Башҡортостан үләндәренән сәй, тәбиғи шәрбәт, бәлзәм етештергән “Башҡортостан байлыҡтары” компанияһы етәксеһе Азат Йосопов наградаға лайыҡ булды. “Һөйөклө сабыйым” үҙәге директоры, табип-неонатолог Фәйрүзә Латипова – иң яҡшы социаль эшҡыуар, “Үҫеш нөктәһе” халыҡ-ара балалар үҙәктәре селтәренең Өфө филиалы етәксеһе Виктория Нурғәлиева иң йәш эшҡыуар тип танылды. Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә “Асыҡ Төбәк” үҙәге эшмәкәрлеге юғары баһаланды.

Автор: Л. Дәүлиева


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡәләм оҫталары һынатмай

Ҡәләм оҫталары һынатмай 09.10.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостандан ике журналист 2017 йылда иң яҡшы журналистика әҫәре буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында...

Тотош уҡырға 72

Эште яратып башҡарһаң...

Эште яратып башҡарһаң... 11.09.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Түтәлдәрҙе көнөнә нисә тапҡыр һыуға ҡойондорорға, ҡырҡылған үләндәрҙең оҙонлоғо күпме ҡалырға тейеш...

Тотош уҡырға 83

Дәғүәселәр билдәләнде

Дәғүәселәр билдәләнде 07.09.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы 2018 йылға журналистика өлкәһендәге иң яҡшы...

Тотош уҡырға 94

Иғтибар! “Минең уңыш ” фотоконкурсы!

Иғтибар! “Минең уңыш ” фотоконкурсы! 04.09.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Көҙ килде, тимәк, баҡсаларҙа уңыш йыйыу мәле етте. Ошо уңайҙан төркөмдә фотоконкурс иғлан итәбеҙ....

Тотош уҡырға 103

Йылҡы илендәге ҡымыҙ байрамы

Йылҡы илендәге ҡымыҙ байрамы 18.07.2018 // Анонстар / Бәйгеләр һәм конкурстар

“Йоматау” шифаханаһында ҡымыҙ яһаусыларҙың 13-сө республика конкурсы үтте Республиканың “Йоматау”...

Тотош уҡырға 235

Сыңлаһын салғы сыңы!

Сыңлаһын салғы сыңы! 18.07.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар / Рухиәт

Ҡырмыҫҡалыла фольклор байрамы уҙҙы Борондан ауыл халҡы бесәнгә төшөү алдынан ҙур байрам үткәрер...

Тотош уҡырға 160

Әсәйҙәр булғанға, бәхетле көнөбөҙ

Әсәйҙәр булғанға, бәхетле көнөбөҙ 11.07.2018 // Анонстар / Бәйгеләр һәм конкурстар

Өфөлә “Супер әсәй-2018” республика бәйгеһе уҙҙы Өфөләге “Родина” кинотеатрында “Супер әсәй-2018”...

Тотош уҡырға 238

Интернетта – Ғаиләне ҙурлаған ярыш

Интернетта – Ғаиләне ҙурлаған ярыш 18.05.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Ғаиләһенә иҫерткес эсемлектәр индермәгән, ҡунаҡ һәм байрамдарҙы айыҡ үткәргән, милли рухлы,...

Тотош уҡырға 214

Поэмалар конкурсы дауам итә!

Поэмалар конкурсы дауам итә! 13.04.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, Мәҙәниәт министрлығы һәм “Ағиҙел”...

Тотош уҡырға 282

Шәп әҫәрҙәр көтәбеҙ

Шәп әҫәрҙәр көтәбеҙ 20.10.2017 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Быға тиклем балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтенә иғтибар юҡлыҡ һиҙелде. Әммә Башҡортостан Яҙыусылар...

Тотош уҡырға 470

Иң-иңе тип кемдәр танылыр?

Иң-иңе тип кемдәр танылыр? 13.09.2017 // Яңылыҡтар / Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссия, тәҡдим...

Тотош уҡырға 278

Комбайнсыларҙы ярышҡа көтәләр

Комбайнсыларҙы ярышҡа көтәләр 23.08.2017 // Иҡтисад / Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостан Хөкүмәте 2017 йылғы ураҡта иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән иген йыйыу комбайндары,...

Тотош уҡырға 390