Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
25 ноябрҙә һәр беребеҙгә ҡағылған оло байрам – Әсә көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Донъялағы һәр кешенең яҙмышында төп урынды биләгән, йәшәйешебеҙҙең йәме һәм ҡото булған, ғәзиз балаһы өсөн йөрәк йылыһын, эскерһеҙ һөйөүен йәлләмәгән, тормош ҡаршылыҡтарынан хәстәрләп-ҡурсалап, балаҡайы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға торған бөйөк кеше ул Әсә.

Ошо байрам айҡанлы республиканың “Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси гәзите уҡыусыларыбыҙ араһында ижади бәйге иғлан итә.
Конкурстың шарттары ябай:

1. “Бәйләнештә” (“Вконтакте”) социаль селтәрендә https://vk.com/gazetabashkortostan һылтанмаһы буйынса гәзиттең төркөмөнә инеп, уға ҡушылырға, артабан ошо иғлан аҫтындағы комментарийҙар яҙыла торған урынға ғәзиз кешеләрегеҙ тураһында һүрәтләмә һәм фотолар ебәрергә кәрәк (ике фотонан артмаһын, һүрәт сифатлы булһын!). Әсәйҙәрҙең күркәм сифаттарын, маһирлығын, оҫталығын, мауығыуҙарын, тәрбиәүи алымдарын һәм башҡа һоҡланырлыҡ, башҡаларға өлгө булырлыҡ һыҙаттарын тәфсирләүегеҙ фарыз. Тәүге этап 15 ноябргә тиклем дауам итә.

2. Икенсе этапта иң күп лайк йыйған туғыҙ ҡатнашыусы һайлап алынасаҡ, улар араһынан өс еңеүсе билдәләнәсәк.

Төркөмгә ҡушылып, “Башҡортостан” гәзите ойошторған бәйге тураһындағы мәғлүмәтте дуҫтарығыҙ, яҡындарығыҙ, яҡташтарығыҙ араһында таратығыҙ, конкурс тураһындағы мәғлүмәткә социаль селтәрҙәрҙә үҙ профилегеҙгә репост яһағыҙ! Яҙған һүрәтләмәгә лайктар йыйығыҙ, еңеү өсөн һәр көндө, минутты файҙаланығыҙ!

Еңеүселәр тураһындағы һүрәтләмәләр “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрәсәк, шулай уҡ еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә. Улар араһында Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрына билеттар; билдәле яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” китабы (авторҙың автографы менән); “Башҡортостан” гәзитенең логотиплы биштәре һәм башҡалар бар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә

  1. Алия Ишбулдина
    Алия Ишбулдина от 11.11.2018, 19:42
    Салауат районы Комсомол ауылынан конкурста ҡатнашҡан Алһыу Ғибәҙҙуллина (Шәрхиева) йәш булыуына ҡарамаҫтан тормош юлдашы Вадим менән дүрт балаға ғүмер биреп, өлгөлө йәшәйҙәр. Игеҙәк ҡыҙҙары Янғантау урта мәктәбендә яҡшы билдәләргә генә уҡыйҙар, спорт менән шөғөлләнәләр, ике игеҙәк ҡустыларын да ҡарашырға өлгөрәләр. Ошондай әүҙем тормошта йәшәгән, башҡаларға өлгө булырҙай йәштәр күберәк булһын ине! Алһыу үҙе балалар баҡсаһында тәрбиәсе булараҡ, бәләкәстәрен халҡыбыҙҙың аҫыл ғөрөф-ғәҙәттәре рухында тәрбиәләй. Афарин!






Йәш һөнәрмәндәр Башҡортостанға йыйыла

Йәш һөнәрмәндәр Башҡортостанға йыйыла 12.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Бөгөн Өфөләге “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмә комплексында IV “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) төбәк...

Тотош уҡырға 32

Иң-иңдәрҙе асыҡлайҙар

Иң-иңдәрҙе асыҡлайҙар 12.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Стәрлетамаҡта “Йыл педагогы – 2019” конкурсы башланды. Быйыл бәйгелә 45 уҡытыусы, тәрбиәсе, өҫтәлмә...

Тотош уҡырға 37

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! 12.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Мәскәүҙә Федерация Советы бинаһында “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү...

Тотош уҡырға 40

Ҡазандан еңеү менән

Ҡазандан еңеү менән 10.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Йылайыр районының Иван-Ҡыуалат мәктәбе уҡыусылары Олег Степанов менән Ольга Терпигорьева Ҡазандан...

Тотош уҡырға 48

Гимназияла — ШОК

Гимназияла — ШОК 09.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

“Үҙеңдең телеңде һәм халҡыңды бел, ярат” тигән темаға Саҡмағош ауылы гимназияһында шуҡтар, отҡорҙар...

Тотош уҡырға 49

Еңеүсе киләһе йыл асыҡлана

Еңеүсе киләһе йыл асыҡлана 05.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Өфө ҡалаһының 159-сы мәктәбендә “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2019” һәм...

Тотош уҡырға 64

Кемгә өҫтөнлөк бирелер?

Кемгә өҫтөнлөк бирелер? 04.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Республикабыҙҙа, шул иҫәптән Өфөлә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү һәм мөғәллимдәрҙе...

Тотош уҡырға 72

Рух ныҡлығы – ғаиләнән

Рух ныҡлығы – ғаиләнән 04.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә Аҡъяр телевидениеһы һәм район китапханаһы менән...

Тотош уҡырға 70

Премияға кем лайыҡ?

Премияға кем лайыҡ? 04.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә...

Тотош уҡырға 64

"Йәш ғаилә-2018" исемен кем яуланы?

"Йәш ғаилә-2018" исемен кем яуланы? 02.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Өфөлә республиканың иң әүҙем йәш ғаиләләре үҙ-ара ярышты. Конкурстың финал өлөшөнә Сибай һәм Өфө...

Тотош уҡырға 154

“Йөрәк һүҙе” еңеүсеһе автомобиль аласаҡ

“Йөрәк һүҙе” еңеүсеһе автомобиль аласаҡ 30.11.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

17 декабрҙә Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм дәүләт театрында сираттағы “Йөрәк һүҙе” шиғриәт...

Тотош уҡырға 125

Балыҡтың “көмөшө” лә була

Балыҡтың “көмөшө” лә була 29.11.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

“Беҙҙең бренд” фестиваленән “Исток” ауыл хужалығы кооперативы II дәрәжә диплом һәм көмөш миҙал алып...

Тотош уҡырға 64