Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еңеүсе киләһе йыл асыҡлана
Өфө ҡалаһының 159-сы мәктәбендә “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2019” һәм “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019” һөнәри оҫталыҡ конкурсын асыу тантанаһы булды.

Сараның маҡсаты – алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, һөнәри үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу. Жюриға республика юғары уҡыу йорттарының уҡытыусы- ғалимдары, быға тиклемге бәйге еңеүселәре ингән.

Быйыл конкурс өс турға бүленгән. Тәүҙә конкурсанттар интернетҡа ҡуйылған портфолио аша баһаланасаҡ. Икенсе турҙа һәр кемгә эссе яҙыу, методик семинар үткәреү һәм дәрес биреү бурысы йөкмәтелгән. Аҙаҡҡыһында иһә оҫталыҡ дәресендә, класс сәғәтендә, белем проектында һәм “түңәрәк өҫтәл”дә көс һынашасаҡтар.

Шул да мәғлүм булһын: 2018 йылғы уҡытыусылар конкурсында 15 предметтан 47 уҡытыусы ҡатнашты. “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2018” исемен Өфө ҡалаһындағы 51-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Исакова яулағайны, ә башҡорт теле буйынса ойошторолған ярышта 19 пе­дагог ҡатнашып, Өфө ҡалаһы 5-се лицейҙан Нурзилә Нәҙерғоловаға етеүсе табылмағайны.

Конкурс дауам итә. Был юлы кемгә өҫтөнлөк бирелер? Уныһын инде ваҡыт үҙе күрһәтер. Еңеүсе 2019 йылдың февраль айында билдәле буласаҡ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Гимназияла — ШОК

Гимназияла — ШОК 09.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

“Үҙеңдең телеңде һәм халҡыңды бел, ярат” тигән темаға Саҡмағош ауылы гимназияһында шуҡтар, отҡорҙар...

Тотош уҡырға 40

Кемгә өҫтөнлөк бирелер?

Кемгә өҫтөнлөк бирелер? 04.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Республикабыҙҙа, шул иҫәптән Өфөлә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү һәм мөғәллимдәрҙе...

Тотош уҡырға 66

Рух ныҡлығы – ғаиләнән

Рух ныҡлығы – ғаиләнән 04.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә Аҡъяр телевидениеһы һәм район китапханаһы менән...

Тотош уҡырға 67

Премияға кем лайыҡ?

Премияға кем лайыҡ? 04.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә...

Тотош уҡырға 62

"Йәш ғаилә-2018" исемен кем яуланы?

"Йәш ғаилә-2018" исемен кем яуланы? 02.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Өфөлә республиканың иң әүҙем йәш ғаиләләре үҙ-ара ярышты. Конкурстың финал өлөшөнә Сибай һәм Өфө...

Тотош уҡырға 145

“Йөрәк һүҙе” еңеүсеһе автомобиль аласаҡ

“Йөрәк һүҙе” еңеүсеһе автомобиль аласаҡ 30.11.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

17 декабрҙә Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм дәүләт театрында сираттағы “Йөрәк һүҙе” шиғриәт...

Тотош уҡырға 121

Балыҡтың “көмөшө” лә була

Балыҡтың “көмөшө” лә була 29.11.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

“Беҙҙең бренд” фестиваленән “Исток” ауыл хужалығы кооперативы II дәрәжә диплом һәм көмөш миҙал алып...

Тотош уҡырға 61

Ижади бәйгегә саҡырабыҙ! Республикабыҙҙы данлайыҡ!

Ижади бәйгегә саҡырабыҙ! Республикабыҙҙы данлайыҡ! 23.11.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

“Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға...

Тотош уҡырға 112

Стәрлетамаҡтар космосҡа яҡыная

Стәрлетамаҡтар космосҡа яҡыная 19.11.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы ғилми хеҙмәткәрҙәр командаһы “КосМосХак” Мәскәү...

Тотош уҡырға 73

Иғтибар!  Яңы конкурс!

Иғтибар! Яңы конкурс! 06.11.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

25 ноябрҙә һәр беребеҙгә ҡағылған оло байрам – Әсә көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Донъялағы һәр кешенең...

Тотош уҡырға 11 692

Баш ҡалала иң яҡшы эшҡыуар кем?

Баш ҡалала иң яҡшы эшҡыуар кем? 11.10.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Ошо көндәрҙә Өфөлә “Ҡаланың иң яҡшы эшҡыуары – 2017” конкурсында еңеүселәр асыҡланды. Бәйге Өфө...

Тотош уҡырға 131

Ҡәләм оҫталары һынатмай

Ҡәләм оҫталары һынатмай 09.10.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостандан ике журналист 2017 йылда иң яҡшы журналистика әҫәре буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында...

Тотош уҡырға 150