Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туған телдә һөйләшкән – еңеүсе
Яңыраҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, район һәм ҡала хакимиәттәре ойошторған шундай күркәм сара булды. Әммә уның хаҡында ойоштороусылар һәм сарала ҡатнашыусылар ғына белде, ахырыһы. Ә бит был акция башланған мәленән алып Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәген үҙенә йәлеп итте, һәр кем туған телендә милли хис-тойғоһон белдерергә ашыҡты.

Күп милләтле, күп конфессиялы Башҡортостандың бар асылын сағылдырған был байрамға ҡайһы ғына төбәктәрҙән килмәгәйнеләр ҙә ниндәй генә телдә сығыш яһаманылар?!

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова ике байрамдың бергә тура килеүен, Рәсәй Конституцияһының әһәмиәтен билдәләне, байрам менән тәбрикләне.

Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә рәхмәт әйтте, сөнки бөгөн уҡыусының туған теленә битараф булмауы – шулай уҡ ҙур баһаға лайыҡ кү­ренеш. Моң эйәһе Әлим Ҡәйүмов, З. Ис­мәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Земфир Рәшитовтың ҡурай моңдары, Айнур Баяновтың йыры, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Лилиә Мөхәмәҙиева, “Ойимкыз”, “Сикварулли” ансамбле солистарының “Чечен лезгин­каһы” байрамға йәм өҫтәне.

Йомғаҡлау тантанаһында, сара баш­лан­ғандан алып һәр ай һөҙөмтәләренә туҡта­лып, еңеүселәрҙе билдәләнеләр. Бо­рай районынан 10-сы класс уҡыусыһы Юлиана Хәлиуллина, Әмир Әхмәҙуллин, Нефтекаманан уҡытыусы Оксана Килде­йә­ро­ва, Яңауыл районынан Әминә Әхә­то­ва, Бишбүләк районынан Алена Степа­но­ва, Баймаҡ районынан Айгөл Баттало­ва, туған телде данлап, шиғырҙарын уҡыны.

Тәтешле районынан Ирина Сәмиғо­ло­ва, уның улы Эмиль удмурт телендә үҙ халҡына дан йырланы. Милли ке­йемдәрҙең сағыулығы әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора. Алда әйткәнемсә, был үҙенсәлекле сарала ҡатнашыусыларҙың сығышын халыҡ-ара форумдарҙа ла күрһәтергә була. Бына ниндәй ул күп милләтле, үҙ еренә башҡа милләт вәкил­дәрен дә һыйындырған Башҡортостан!

Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов үҙ сығышында: “Ер йөҙөнән ике аҙна һайын бер тел юҡҡа сыға. Был фажиғәнән һәр кем үҙе генә телен һаҡлап ҡала ала!” – тине.

Иң кесе ҡатнашыусы Сибай ҡалаһынан Данияр Иҙрисов ине. Ул Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын уҡыны. Тағы ла бер тапҡыр иҫкә алып китәйек бөгөнгөбөҙҙөң гимнына әйләнгән шиғырҙы:
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да – йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.

Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә – сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Хәтәр итеп уҡый был заман балалары ошо шиғырҙы. Улар уға үҙҙәренең тойғоларын да һала белә!

Бишбүләк районынан Айрат Батраев менән беҙ Айыт ауылында танышҡайныҡ. Ул Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырын бик оҫта итеп яттан һөйләгәйне. Бына бит уға был юлы ла уңыш йылмайған: Айрат – республика акцияһы еңеүсеһе!
Башҡортостан немецтары Благовар районында төпләнгән. Светлана Кунц Гейненың шиғырын ошо телдә яңғыратты.

Баймаҡ районының Темәс мәктәбе уҡыусылары октябрь еңеүселәре тип табылған. 1-се класс уҡыусыларын – Ирхан Рәхимовты, Раушания Үлйәбаеваны, Розалия Ибраһимованы, Нурания Таштимерованы –тәбрикләгәндә сикһеҙ тулҡынланыу кисерҙем. Балалар М. Хәйҙең “Ватан” шиғырын шул тиклем матур итеп һөйләне. Анау хәтлем аралар үтеп, “Башҡорт теленә дан йырлайым!” тип килеп еткәндәр бит улар! Афарин, бәләкәстәр! Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан килгән Нәркәс Йәнбирҙина, Лиана Ҡыҙрасова хаҡында ла ошо уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп булыр ине. Туған телдәрендә шиғыр уҡыу теләге йыйған балаларҙы мәркәзгә.

Сарала ҡатнашыусыларҙы “Нарспи” сыуаш фольклор-этнографик ансамбле, “Балҡы, минең ерем!” йыры менән Карина Хәсәнова ла ҡотланы.
Бер ҡараһаң, бөгөнгө кешеләрҙең кү­беһе милли асылды һаҡлап ҡалыуҙы аңлай ҙа кеүек. Шул уҡ ваҡытта ни сәбәп­тәндер күптәр балаларын тамырҙарынан өҙөп, еңел юл һайлай. Еңел юл тигәнебеҙ киләсәкте ҡамғаҡтай йәһәннәм утына осорғанын тойһа ла, әҙәм балалары кешелек асылын онотоп ебәрә, күрәһең. Урал батыр беҙгә васыят әйткән: “Олоно оло итегеҙ, Кәңәш алып йөрөгөҙ, Кесене кесе итегеҙ, кәңәш биреп йөрөгөҙ!” Ә ата-бабалар беҙгә тап ерҙе, илде, телде һаҡларға мираҫ иткән. Туған телде белеү ул һәр саҡ модала булырға тейешле лә бит!..



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ә һин бәйгелә ҡатнашаһыңмы?

Ә һин бәйгелә ҡатнашаһыңмы? 18.01.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивы республикабыҙҙың 100 йыллығына һәм...

Тотош уҡырға 102

Бәйгелә ҡатнашығыҙ!

Бәйгелә ҡатнашығыҙ! 16.01.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

“Вся Уфа” телеканалы иң яҡшы фотоһүрәткә конкурс иғлан итте....

Тотош уҡырға 85

Ижад донъяһында ҡалған эҙҙәр

Ижад донъяһында ҡалған эҙҙәр 16.01.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

“Уймаҡ хикәйәләр” конкурсы йолаға әйләнер....

Тотош уҡырға 63

Заман эшселәр талап итә

Заман эшселәр талап итә 15.01.2019 // Бәйгеләр һәм конкурстар

“Йәш һөнәрмәндәр” чемпионаты һәләтле йәштәрҙе барланы....

Тотош уҡырға 55

Һыуҙа батмаҫ, утта янмаҫ егеттәр

Һыуҙа батмаҫ, утта янмаҫ егеттәр 31.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Республикала үткәрелгән граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уның эҙемтәләрен...

Тотош уҡырға 90

Кем еңде?

Кем еңде? 30.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Быйыл, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 25 йыллығына арнап, йәш рәссамдар араһында “Мин...

Тотош уҡырға 102

Йәш һөнәрмәндәр кирбес һала, плитә түшәй...

Йәш һөнәрмәндәр кирбес һала, плитә түшәй... 14.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Өфөләге “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмә комплексында IV “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) төбәк...

Тотош уҡырға 116

Иң яҡшы балта оҫтаһы кем?

Иң яҡшы балта оҫтаһы кем? 13.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығында “Профессияһы буйынса иң яҡшыһы” тип аталған Бөтә...

Тотош уҡырға 123

Йәш һөнәрмәндәр Башҡортостанға йыйыла

Йәш һөнәрмәндәр Башҡортостанға йыйыла 12.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Бөгөн Өфөләге “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмә комплексында IV “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) төбәк...

Тотош уҡырға 108

Иң-иңдәрҙе асыҡлайҙар

Иң-иңдәрҙе асыҡлайҙар 12.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Стәрлетамаҡта “Йыл педагогы – 2019” конкурсы башланды. Быйыл бәйгелә 45 уҡытыусы, тәрбиәсе, өҫтәлмә...

Тотош уҡырға 128

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! 12.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Мәскәүҙә Федерация Советы бинаһында “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү...

Тотош уҡырға 123

Ҡазандан еңеү менән

Ҡазандан еңеү менән 10.12.2018 // Бәйгеләр һәм конкурстар

Йылайыр районының Иван-Ҡыуалат мәктәбе уҡыусылары Олег Степанов менән Ольга Терпигорьева Ҡазандан...

Тотош уҡырға 127