“Тәбиғәткә яҡын бул, ҡустым!”Шундай кешеләр осрай: улар менән һөйләшкәс, күңелең үҫеп, ауырлыҡтар онотолоп, хистәрең урғылып ташып киткәндәй тойола. Уларҙың ихласлығы, ябайлығы, уйҙарының сафлығы арбай. Бар булмышын сәнғәткә бағышлаған Ейәнсура егете, ҡурайсы, йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл ҠАРАБУЛАТОВ – тап шундайҙарҙың береһе. Өҫтәүенә ул – оҫта һунарсы һәм балыҡсы ла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 51 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылғаларҙа балыҡ күп булһын тиһәк...Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы йылғаларҙа балыҡ иҫәбен арттырыу маҡсатында тәбиғәткә зыян килтергән ойошмалар менән берлектә Ағиҙел йылғаһына селбәрәләр ебәреү эшен атҡара. Ошо көндәрҙә Кушнаренко ҡасабаһы эргәһендә Ағиҙелгә балыҡтың һуңғы партияһын ебәрҙеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 44 тапҡыр // Тотош уҡырға
Елле суртан эләктергең киләме? Әйҙә, беҙгә!Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәр. “Өфө – Ырымбур” юлынан китеп барғанда һул яҡта ҙур ғына күл күренде. Ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы тыя алмайынса, шунда боролдоҡ. Күл Ауырғазы районының Исмәғил ауылы янында икән. Бына ҡаршыбыҙға мөләйем ханым килеп баҫты. Ошондағы ял базаһы етәксеһе Лиана ЮНЫСОВА икән. Уға шул ыңғайҙа бер нисә һорау биреп өлгөрҙөк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 47 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыш боҙ аҫтынан балыҡ тотоу мәле – мажараға бай, мауыҡтырғыс осор ул. Был шөғөлдө юҡҡа ғына ауырыуға тиңләмәйҙәр: бер тапҡыр барҙыңмы, икенсегә мотлаҡ юлланасаҡһың. Һуңғы йылдарҙа, нервыларҙы тикшергән һымаҡ, ҡышы ла декабрь еткәс кенә килә. Шунда башлана ла инде балыҡсылар өсөн байрам!
Ком: 0 // Уҡынылар: 51 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыш нәҙек ҡармаҡ ебе, ялтырауыҡлы ҡурғаш йәбештерелгән бәләкәй ҡармаҡ (мормышка) – төп кәрәк-яраҡ. Кемдер ҡалҡыуыслыны ярата. Ҡармаҡ сыбығы 30-40 сантиметрҙан артмаһын. Күлдәрҙә – бәләкәй, ә ағын һыуҙа ҙурыраҡ ҡалҡыуыс кәрәк. Еп 0,10-0,15 миллиметрҙан ҡалын түгел, әммә төйөнһөҙ, ныҡ булырға тейеш. Ырғаҡҡа оҙонморон ҡарышлауығы әҙерләү яҡшы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 29 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткән быуаттың 70-се йылдары ине. Марат еҙнәй, хәҙер мәрхүм инде, колхоз күл­дәренән балыҡ тотоп, көн һайын келәткә тапшырып бара. Әлбиттә, ау менән. Көнөнә 400 – 500 килограмм тирәһе эләгә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 26 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үәт, әй!Диңгеҙ рекордсыһы. 2017 йылда ярға сығарып ташланған был йән эйәһе “ҡайыш балыҡ” тип атала. Кешегә күренмәй, тәрән урындарҙа йәшәй. Филиппинда көслө ер тетрәү ваҡытында барлыҡҡа килгән цунами был балыҡты ярға сығарып ташлаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 28 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?Горизонталь буйынса: 1. Көньяҡ Американың ағыулы “ананас йыланы”. 6. АҠШ-тың Балтимор ҡалаһы булған “Кокарда-штат”ы. 7. Осло нәҙек ҡанатлы, ҡыҫҡараҡ ҡойроҡло, күкшел буҙ һыртлы, ерәнһыу-сыбар ҡорһаҡлы йыртҡыс ҡош. 10. Кипкән киндерҙе иҙеп, сүсен айыра торған ҡорал. 11. Был диңгеҙ балығының насар еҫе айғолағында урынлашҡан; ошо хаҡта беренсе булып балыҡсы Виллем Якоб Бойкельзоон белеп ҡалып, уны алып ташлай башлағас, балыҡ бик популяр булып китә. 14. Романда төп геройҙар яҙмышының нисек тамамланғанын ҡыҫҡаса хикәйәләгән аҙаҡҡы өлөш. 16. Роберт Фултондың “Норз Ривер Стимбоут оф Клермон”ы. 17. Амурға баш булып торған Шилка йылғаһының уң ҡушылдығы – Себерҙәге ҡыҫалалар осраған берҙән-бер йылға. 18. Ер шарын икегә бүлгән шартлы һыҙыҡ. 20. Яуын-төшөмө, көслө еле булған түбән атмосфера баҫымы өлкәһе. 22. Баҡсалағы манекен. 24. Был Америка кеҫәрткеһен ресторандарҙа клиенттарҙы йәлеп итеү өсөн тоталар. 27. Турист кәмәһе. 30. Эскимостың ҡар йорто. 31. Ишим йылғаһында урынлашҡан баш ҡала. 33. Муйынға нескә сынйыр менән тағыла торған биҙәүес. 34. Тауыш имитацияһына һәләтле суҡ турғай. 35. “Үгеҙ елкәле” йыртҡыс балыҡ. 36. Матбуғатты күҙәтеп барған дәүләт системаһы. 37. Италияның Фелино ҡалаһында был колбасаның музейы бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 35 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Саҙалыла бәрҙе мәскәүләп...” “Йөрөгән аяҡҡа йүрмә булһа ла эләгә” тигәндәй, Ейәнсура районында Иҫәнғолдо үтеп барғанда, юл ситендәге тәғәмханала тамаҡ ялғау ниәтенән ялға туҡтаныҡ. Көн бер аҙ болоҡһоп, ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, хужа кеше Нәжип Юлдашбаев алсаҡ, асыҡ сырай менән ҡаршы алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 275 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балыҡсы ҡомары – ғүмерлекҺуңғы көндәрҙә ҡойма ямғырҙар апаруҡ ялҡытып та өлгөрҙө. Йылғалар ташты, балыҡсыларҙың бер аҙ күңелдәре лә ҡырылып ҡуйҙы. Тик беҙҙеке түгел, әлбиттә. Экология йылын барлау маҡсатынан Нәсих Хәлисов менән республикабыҙҙың көньяҡ райондарына сәфәргә сыҡтыҡ, сөнки бысранмаған бәләкәй йылғалар, тәбиғәт хозурлығы тарта ине беҙҙе. Ике көн эсендә байтаҡ юл үтеп, Мәләүез, Күгәрсен, Ейәнсура райондарында булырға тура килде.
Зәйнәб апай Биишеваның әҫәрҙәрендә тасуирланған Оло Эйек йылғаһы үҙенең текә ярҙары,
Ком: 0 // Уҡынылар: 217 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 15 Алға
Бит башына


Новые автомобили land rover 2015 | Автосалон Porsche линейка автомобилей порше 2016 на сайте дилера.