Ихтыяр көсөң ныҡ, аҙығың мул булһын

28-06-2014, 06:00 // Эй ултыра балыҡсы... // Баҫып сығарырға
Ихтыяр көсөң ныҡ, аҙығың мул булһын
Йәйге селлә башлана. Йылға-күл төптәрендә хәҙер ем күп, шунлыҡтан балыҡтар наҙланып, ризыҡты ныҡ һайлап сиртә.

Бөгөн карп менән һаҙанға айырым туҡталып үтмәксебеҙ. Мәғлүм булыуынса, улар Башҡортостанда күп таралған.
Карпҡа килгәндә, уның өс төрө бар: тәңкәле, яланғас һәм тәңкәһеҙ. Был балыҡ ашауға талымһыҙ, йылы ярата. Тиҙ үҫеүе менән дә айырылып тора: 12 – 14 килограмға етә. Карпты үрсетеү өсөн күл, быуа ҡулайлы. Ҡарышлауыҡтарҙан тыш, ылымыҡ менән дә туҡлана. Ыуылдырыҡты һыуҙың йылылығы 18-20 градусҡа еткәс сәсә башлай.
Карп та, һаҙан да ҡурҡаҡ балыҡтар рәтенә инә. Аҙыҡты күп осраҡта һыу төбөнән эҙләйҙәр. Ҙурҙары яңғыҙ йөрөргә яратһа, ике-өс килограмлыҡтары төркөмгә йыйылыусан.
Был балыҡтарҙы нисек тоторға һуң? Уларҙы ҡаптырыуға бәйле борондан йәшәп килгән ҡағиҙә лә юҡ, буғай. Бары шуны иҫтән сығармағыҙ: тәүге тапҡыр балыҡ ҡармаҡлағанда юл уңмаһа, күңелде төшөрөргә ярамай. Бының сәбәбе – табыш артынан тейешле мәлдә килмәүҙә йәки дөрөҫ урын һайламауҙа.
Карп менән һаҙанға ҡармаҡ һалғанда түҙемлек, нығышмаллыҡ талап ителә. Емһалғыста аҙыҡ тулы булһын. 0,3 миллиметр ҡалынлыҡтағы ҡармаҡ ебе, 8 – 10-сы һанлы ырғаҡ алына. Әгәр инде һыу ятҡылығында ҙур балыҡтар бар икән, 12 – 14-се ырғаҡ кәрәк булыр. Бындай осраҡта ептең дә ҡалынырағы (0,5 мм) алына. Ҡалҡыуыслы ҡармаҡ ҡулланырға ла мөмкин.
Был балыҡтарҙың төп аҙығы – бүрттерелгән бойҙай, бешеп етмәгән картуф, макарон, кукуруз. Уларҙы табыш артынан киләсәк урынға кистән үк һалып ҡуйырға кәрәк. Ҡармаҡҡа кейҙереү өсөн әҙерләнгән емде иһә тоҙло һөттә ҡайнатып алырға онотмағыҙ.
Һаҙан да, карп та ҡара көҙгә тиклем һәйбәт ҡабыусан. Эреләрен сығарғанда ҡабаланмағыҙ: епте бушатмай, балыҡты арытығыҙ. Ҡармаҡты алыҫҡа ташлап тотоу ҙа үҙен аҡлай.
Ҡыуалды, кәтүкте һайлай белергә кәрәк. Тәүгеһенең 3,20 – 3,80 метр­лығын, ептең үрелгәнен һатып алһа­ғыҙ, табышты күп көс түкмәйенсә сы­ға­рырһығыҙ. Һәр йән эйәһенең йәшәгеһе килә: ҡармаҡлау мәлендә балыҡтар ҡумырыҡтарға, ҡамыш араларына ҡасыусан.
Һайлаған урыныңды емләү ҙур әһәмиәткә эйә. Карп менән һаҙандың ниндәй аҙыҡтарға өҫтөнлөк биреүе хаҡында алда әйтеп үткәйнек. Уларҙы ҡушып әҙерләү ысулдары ла бар. Мәҫә­лән, бер килограмм онға бер йомортҡа һытып бутайһың да барлыҡҡа килгән ҡамырға көнбағыш майы өҫтәйһең. Манный бутҡаһына ҡыҙҙырылып, ныҡ итеп ваҡланған көнбағыш ҡушып әҙерләнгән аҙыҡ та балыҡтарға бик оҡшар. Уға кукуруз, борсаҡ өҫтәһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ булыр.
Ошо емдәрҙән шар әүәләйбеҙ ҙә кистән үк ҡармаҡ һалыр ергә һибеп ҡуябыҙ. Шуны ла иҫтән сығармайыҡ: ҡысҡырып һөйләшһәң йәки табышты сығарғанда һаҡ ҡыланмаһаң, балыҡ яныңа килеп тә урамаҫ.