Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Атайымдан күп һөнәргә өйрәндем”
“Атайымдан күп һөнәргә өйрәндем” Йәш саҡта Белорет, Әбйәлил райондары аша аҡҡан Ҡағы йылғаһын күреп хайран ҡалғайным. Иҫ китерлек тә шул: Хоҙай тәбиғәттең бөтөн байлығын ошо һыу буйына туплаған кеүек. Йылға ярында текә ҡаялар, үркәс-үркәс тауҙар, ҡуйы урмандар теҙелеп киткән. Бындағы емеш-еләктең дә төрлөлөгөнә иҫең китер. Йылға буйында балыҡсыларҙың күп йөрөүе лә иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалманы.
Ошо ваҡиғаға ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткәс, йәнә шул тарафтарға юлландыҡ.


Район үҙәге Асҡарҙан 75 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ятһа ла, Хәмиткә тиҙ генә килеп еттек. Ауылда беҙҙе иң абруйлы кешеләрҙең береһе Риф Зәйнишев ҡаршы алды. Заманында ул Хәмит урман хужалығына етәкселек иткән. Алсаҡлығы, ярҙамсыллығы хаҡында районда белмәгән кеше юҡтыр. Ихатаһы, йорто бөхтә. Өйөндә “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән “Мең дә бер кәңәш” тупланмаһының сығарылыштары эленеп тороуы күңелде айырыуса ныҡ күтәреп ебәрҙе.
Оҙаҡламай һыу буйына ашыҡтыҡ. Мәғлүм булыуынса, Риф ағайыбыҙ бәрҙе балығының бөтөн нескәлектәрен белә. Юлда барғанда йыйған журнал-китаптары, үҙ ҡулдары менән яһаған ҡорамалдары тураһында ихлас бәйән итте.
Килеп еттек. Беҙ табышты селәүсенгә ҡаптырырға тырышабыҙ, әммә әллә ни ыратып булмай. Ағайыбыҙ иһә күбәләкле ҡармаҡҡа бер-бер артлы бер нисә бәрҙене тартып та сығарҙы! Шулай байтаҡ йөрөгәс, уның менән тәжрибә уртаҡлашырға булдым.
– Был күбәләкле ҡармаҡтарҙы үҙегеҙ эшләгәнһегеҙ. Бәрҙегә ҡайһылары ҡулай?
– Минең балыҡ тотоу ысулдарым күп. Араларынан берәүһе айырыуса һөҙөмтәле. Был күбәләкле ҡармаҡты яһағанда сабыйҙың тәүге сәсен ҡулланам. Уның һарғылт төҫтәгеһе яҡшыраҡ. Белеүегеҙсә, сабыйҙың сәсе йомшаҡлығы менән айырылып тора, майлы булған өсөн һыуға батмай.
Әле әйткән ысул бик отошло. Һатып алыу бит сығым талап итә. Күбәләкле ҡармаҡты яһағанда төрлө төҫтәге ҡауырһындарҙы, әтәс ҡойроғон да ҡушам.
– Барыһы ла һеҙҙең тәжрибәгә ҡайтып ҡала инде?
– Ысынлап та шулай. Атайым оҫта балыҡсы, һунарсы ине. Уның менән бергә йөрөп, күп нәмәгә өйрәндем.
– Борсоған һорауҙар ҙа барҙыр, моғайын?
– Әлбиттә, иң ҙуры, аяныслыһы — йылға-күлдәрҙең һайығыуы. Ҡайһы бер урындар тауыҡ кисеп сыҡмалы ғына булып ҡалды бит. Йән әсей.
– Хаҡлы ялда булыуығыҙға ҡарамаҫтан, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашаһығыҙ икән. Ҡайҙан килгән һеҙгә бындай дәрт?
– Ғүмер буйы халыҡ араһында булырға тырыштым. Белгәндәрем менән ихлас уртаҡлашам.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Манныйҙан иҙмә

Манныйҙан иҙмә 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Балыҡсыларҙың ижади кеше икәне сер түгел. Манный ярмаһынан иҙмә яһауҙарына ҡарап та әйтергә була...

Тотош уҡырға 115

Ихлас хәстәрлек өлгөһө

Ихлас хәстәрлек өлгөһө 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Бөгөн балыҡсылар тураһында ярайһы күп һөйләйбеҙ. Әммә тәбиғәткә зыян килтергән браконьерҙар...

Тотош уҡырға 102

Айына ҡарап

Айына ҡарап 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Һауа торошо сентябрҙә бер төрлө генә түгел: бер ҡараһаң, сыуаҡ, ҡояш йылыта, көндөң икенсе...

Тотош уҡырға 92

Ҡәҙерен нығыраҡ белһәк…

Ҡәҙерен нығыраҡ белһәк… 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

“Үҙебеҙҙең тәбиғи ризыҡҡа өҫтөнлөк бирәйек”, – ти белгестәр. Балыҡтың, башҡа диңгеҙ продукттарының...

Тотош уҡырға 88

Батшалар ризығы –  Салауат ерендә

Батшалар ризығы – Салауат ерендә 03.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Тәбиғәттең һәр миҙгелендә лә әйтеп аңлатҡыһыҙ хозур был яҡтар. Әле ҡарағай, шыршы ағастары йәйҙең...

Тотош уҡырға 202

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Балыҡ тоторға тәүгә сыға башланығыҙмы? Улайһа, был кәңәштәр – тап һеҙҙең өсөн....

Тотош уҡырға 166

Йәйге таңдар һыҙылып атҡанда...

Йәйге таңдар һыҙылып атҡанда... 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Тәтешле районы Танып йылғаһы, күл-быуалары менән данлы. Был йәһәттән айырыуса балыҡсылар бәхетле....

Тотош уҡырға 149

Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 280

Нисек йәшәйһең, инспектор?

Нисек йәшәйһең, инспектор? 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Тыуған яҡҡа ҡайтҡанда Башҡортостан буйынса дәүләт контроле, күҙәтеү һәм һыу биологик ресурстарын...

Тотош уҡырға 166

Дәртләндерә, сәмләндерә ялтыр балыҡтар...

Дәртләндерә, сәмләндерә ялтыр балыҡтар... 08.08.2018 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

– Айтуған, ҡумырыҡты гөжөп ҡыу, Нәҙир, һин күҫәк менән ситтән һыуға шапылдатып һуғып бар,...

Тотош уҡырға 1 066

Иғтибар: талпан!

Иғтибар: талпан! 29.05.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Бынан утыҙ-ҡырҡ йыл элек берәү ҙә “талпан ҡаҙалды” тип зарланып йөрөмәй торғайны. Хайуандарға, эйе,...

Тотош уҡырға 254

Алабуғаға кем исем биргән?

Алабуғаға кем исем биргән? 29.05.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. Фотоны ҡара. 6. Ҡармаҡта торған ҡыҙыл ем. 7. Пессимистың берәй нәмәгә...

Тотош уҡырға 286