Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Боҙға тоҙ һибелгәндәй
Боҙға тоҙ һибелгәндәй Һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалыная, аҫта ярым ҡараңғылыҡ хөкөм һөрә, мәке туңа… Тап шундай мәлдә балыҡтарға һауа етмәй башлай. Ситен ҡамыш ҡаплаған урындарҙа әллә ни ҡурҡыныс түгел: аҙ булһа ла, кислород бар. Ә бына ҡарауһыҙ ҡалған күлдәрҙәге балыҡтарға ҙур хәүеф янай. Шуға һирәк-һаяҡ булһа ла мәке уйыу мөһим.


Бындай урындарҙа ғинуар һәм февраль айҙарында суртан менән шамбы ғына хәрәкәтсән булып ҡала. Башҡа балыҡтар иһә йөҙгөсөн ҡыбырлатып тороуҙан ары китә алмай. Йәй менән сағыштырғанда, ҡыш яҡынса ун тап­ҡырға әҙерәк һауа һулайҙар. Балыҡтың тән температураһы һыуҙыҡына тигеҙ­ләнә. Йөрәге иһә ике тапҡырға яй тибә башлай.
Ә ағын һыулы йылғаларҙа тормош башҡаса. Балыҡтар тәрәнерәк урын­дарға йыйыла. Бағры, бәрҙе, ажау һәүе­темсә ҡапһа, сабаҡ менән күгел­йем айырыуса әүҙем тотола башлай. Тымыҡ йылға-күлдәргә суртанлыҡ (жирлица) ҡуйыу яҡшы һөҙөмтә бирә.
Ҡышҡы ҡармаҡлауға әҙерләнеү, әлбиттә, йәйҙекенән күпкә айырыла. Кә­рәк-яраҡтан тыш, үҙеңә лә иғтибар биреү кәрәклеген оноторға ярамай. Боҙло йылғаның йылы кейенеп кил­мә­гәндәрҙе яратмауы мәғлүм. Әйбер­ҙәрең уңайлы ла булырға тейеш. Мәҫәлән, ҡыҫтау быйма йәки йылы итек тиҙ өшөтөр. Балыҡсының йәш­нигенә килгәндә иһә, уны юҡ-бар менән тултырырға ярамай. Еңел булһын. Хәҙер уның пластиктан яһалғандары бар, үҙең дә эшләй алаһың.
Мәғлүм булыуынса, ҡышҡы ҡар­маҡлауҙың бер хәүефле яғы бар: боҙҙоң емерелеүе ихтимал. Ошоно күҙ уңында тотоп, алты-ете метр оҙонлоҡтағы бау алып йөрөргә тәҡдим ителә. Боҙ ҡапыл емерелде икән, ептең бер осон иптәшегеҙгә ташлағыҙ. Һыу буйында еүеш кейем менән аҙ ваҡытҡа булһа ла ҡалырға ярамай. Өҫтәүенә тиҙ арала эҫе сәй эсергә кәрәк.
Ҡармаҡлағанда ҡул һәр ваҡыт ҡоро булһын өсөн уны сепрәк менән йыш һөртөгөҙ. Барлыҡ ҡағиҙә теүәл үтәл­гәндә генә балыҡ тотоу уңышлы үтәсәк. Шул уҡ ваҡытта бөтөн әйберең булып та, табышҡа юлыҡмауың ихтимал. Ҡыш бит. Был мәлдә балыҡтарҙың ҡайҙалығын, ниндәй емгә ҡабыуын алдан уҡ яҡшы белеү мөһим.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә

  1. Шамил
    Шамил от 29.01.2016, 20:20
    Матур итеп язылган. Файзалы советтар!






Манныйҙан иҙмә

Манныйҙан иҙмә 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Балыҡсыларҙың ижади кеше икәне сер түгел. Манный ярмаһынан иҙмә яһауҙарына ҡарап та әйтергә була...

Тотош уҡырға 115

Ихлас хәстәрлек өлгөһө

Ихлас хәстәрлек өлгөһө 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Бөгөн балыҡсылар тураһында ярайһы күп һөйләйбеҙ. Әммә тәбиғәткә зыян килтергән браконьерҙар...

Тотош уҡырға 102

Айына ҡарап

Айына ҡарап 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Һауа торошо сентябрҙә бер төрлө генә түгел: бер ҡараһаң, сыуаҡ, ҡояш йылыта, көндөң икенсе...

Тотош уҡырға 92

Ҡәҙерен нығыраҡ белһәк…

Ҡәҙерен нығыраҡ белһәк… 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

“Үҙебеҙҙең тәбиғи ризыҡҡа өҫтөнлөк бирәйек”, – ти белгестәр. Балыҡтың, башҡа диңгеҙ продукттарының...

Тотош уҡырға 88

Батшалар ризығы –  Салауат ерендә

Батшалар ризығы – Салауат ерендә 03.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Тәбиғәттең һәр миҙгелендә лә әйтеп аңлатҡыһыҙ хозур был яҡтар. Әле ҡарағай, шыршы ағастары йәйҙең...

Тотош уҡырға 202

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Балыҡ тоторға тәүгә сыға башланығыҙмы? Улайһа, был кәңәштәр – тап һеҙҙең өсөн....

Тотош уҡырға 166

Йәйге таңдар һыҙылып атҡанда...

Йәйге таңдар һыҙылып атҡанда... 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Тәтешле районы Танып йылғаһы, күл-быуалары менән данлы. Был йәһәттән айырыуса балыҡсылар бәхетле....

Тотош уҡырға 149

Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 280

Нисек йәшәйһең, инспектор?

Нисек йәшәйһең, инспектор? 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Тыуған яҡҡа ҡайтҡанда Башҡортостан буйынса дәүләт контроле, күҙәтеү һәм һыу биологик ресурстарын...

Тотош уҡырға 166

Дәртләндерә, сәмләндерә ялтыр балыҡтар...

Дәртләндерә, сәмләндерә ялтыр балыҡтар... 08.08.2018 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

– Айтуған, ҡумырыҡты гөжөп ҡыу, Нәҙир, һин күҫәк менән ситтән һыуға шапылдатып һуғып бар,...

Тотош уҡырға 1 066

Иғтибар: талпан!

Иғтибар: талпан! 29.05.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Бынан утыҙ-ҡырҡ йыл элек берәү ҙә “талпан ҡаҙалды” тип зарланып йөрөмәй торғайны. Хайуандарға, эйе,...

Тотош уҡырға 254

Алабуғаға кем исем биргән?

Алабуғаға кем исем биргән? 29.05.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. Фотоны ҡара. 6. Ҡармаҡта торған ҡыҙыл ем. 7. Пессимистың берәй нәмәгә...

Тотош уҡырға 286