Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өйрәнсектәр, һеҙгә әйтәм!
* Әгәр балыҡ тота башларға ниәтләп кенә тораһығыҙ икән, ҡыйбатлы кәрәк-яраҡ алмағыҙ. Күл буйына йыйынһағыҙ, еңел генә ике ҡармаҡ сыбығы ла етә. Ептең 0,2; 0,3; 0,5 миллиметрлыҡтарын алырға кәрәк. Тәүгеһе — ваҡ балыҡ, икенсеһе — ике-өс килограмлыҡтар, өсөнсөһө тере селбәрә кейҙереп, суртан тотоу өсөн.
* Юлда йөрөгәндә уңайлы булһын өсөн ҡармаҡ сыбығының йыйыла торғанын һайлау отошло.
* Ҡалҡыуыстарҙың үҙегеҙ эшләгәне ҡәҙерлерәк булыр.
* Бер нисә төрлө ырғаҡ алығыҙ.
* Ниндәй балыҡҡа барырға йыйынаһығыҙ, шуның яратҡан аҙығын алығыҙ. Мәҫәлән, һаҙандар ғаиләһенә ҡарағандар икмәк валсығы, борсаҡ, кукуруз, селәүсен, ҡарышлауыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Суртанға, алабуғаға һәм һылаға иһә ваҡ балыҡтар оҡшай.
* Ағын урында ырғаҡҡа селәүсен, себен ҡорто, ҡыҙыл ҡорт кейҙерәләр, сөнки улар ысҡынмай.
* Балыҡтың ҡайҙалығын һыуға ҡарап белергә була. Мәҫәлән, ҡорман уйнағанда тәүҙә – ауыҙын, унан арҡа йөҙгөсөн өҫкә сығара. Аҙаҡ, ҡойроғон болғап, тәрәнгә сума. Табан һыу өҫтөндә түңәрәктәр барлыҡҡа килтерә, бағыр менән ағарсаҡ иһә өҫкә һикерә. Сабаҡ, ҡыҙылғанат, табан, ҡорман ҡамыш, үлән йолҡоп ашаусан.
* Балыҡҡа барғанда артыҡ йөк алмағыҙ: үҙегеҙҙе йонсоторһоғоҙ ғына.
* Кәмәлә йөҙһәгеҙ, уға ишкәкте тейҙерергә тырышмағыҙ: балыҡ ҡаса.
* Үҫә торған балыҡтарҙың вағын һыуға кире ебәрегеҙ.
* Яр буйында итәғәтле булырға, иптәштәреңде хөрмәт итергә кәрәк.
* Эргәңдәге кешенең мул табыш эләктергәнен күреп, ҡармағыңды уның яғына күсереү килешмәй.
* Балыҡсыларҙың үтенесенә ҡолаҡ һалып өйрән. Кемдер ырғаҡ, батырғыс, еп, ҡалҡыуыс, селәүсен һәм башҡа кәрәк-яраҡ һорай икән, ярҙам ит. Үҙеңдең дә шундай хәлгә тарыуың бар бит.
* Кәрәк-ярағыңды таҙа, теүәл тот.
* Ҡармаҡтың ағасҡа йә ташҡа эләгеүе хәүефле: ҡоралһыҙ ҡалыуың йә табышыңдан ҡолаҡ ҡағыуың ихтимал. Һыу һай икән, кисеп барып, эләккәнде ысҡындырып була. Тәрән ерҙә иһә, әгәр еп ныҡ булһа, ҡыуалды ырғаҡ яҙылғансы тартырға мөмкин.
Әгәр ҙә инде ҡармаҡ һыу аҫтындағы ҡыуаҡ, ағас тамырына эләкһә, уны еңел генә ысҡындырырмын тимә. Ҡаршы ярға сығырға йәки ҡолға ҡулланырға тура килер. Был ҡоралдың осон уртаға ярып, ҡармаҡ ебенең йүнәлеше буйынса тоҫҡап эш итергә кәрәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Манныйҙан иҙмә

Манныйҙан иҙмә 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Балыҡсыларҙың ижади кеше икәне сер түгел. Манный ярмаһынан иҙмә яһауҙарына ҡарап та әйтергә була...

Тотош уҡырға 118

Ихлас хәстәрлек өлгөһө

Ихлас хәстәрлек өлгөһө 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Бөгөн балыҡсылар тураһында ярайһы күп һөйләйбеҙ. Әммә тәбиғәткә зыян килтергән браконьерҙар...

Тотош уҡырға 105

Айына ҡарап

Айына ҡарап 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Һауа торошо сентябрҙә бер төрлө генә түгел: бер ҡараһаң, сыуаҡ, ҡояш йылыта, көндөң икенсе...

Тотош уҡырға 95

Ҡәҙерен нығыраҡ белһәк…

Ҡәҙерен нығыраҡ белһәк… 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

“Үҙебеҙҙең тәбиғи ризыҡҡа өҫтөнлөк бирәйек”, – ти белгестәр. Балыҡтың, башҡа диңгеҙ продукттарының...

Тотош уҡырға 91

Батшалар ризығы –  Салауат ерендә

Батшалар ризығы – Салауат ерендә 03.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Тәбиғәттең һәр миҙгелендә лә әйтеп аңлатҡыһыҙ хозур был яҡтар. Әле ҡарағай, шыршы ағастары йәйҙең...

Тотош уҡырға 205

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Балыҡ тоторға тәүгә сыға башланығыҙмы? Улайһа, был кәңәштәр – тап һеҙҙең өсөн....

Тотош уҡырға 171

Йәйге таңдар һыҙылып атҡанда...

Йәйге таңдар һыҙылып атҡанда... 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Тәтешле районы Танып йылғаһы, күл-быуалары менән данлы. Был йәһәттән айырыуса балыҡсылар бәхетле....

Тотош уҡырға 150

Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 292

Нисек йәшәйһең, инспектор?

Нисек йәшәйһең, инспектор? 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Тыуған яҡҡа ҡайтҡанда Башҡортостан буйынса дәүләт контроле, күҙәтеү һәм һыу биологик ресурстарын...

Тотош уҡырға 167

Дәртләндерә, сәмләндерә ялтыр балыҡтар...

Дәртләндерә, сәмләндерә ялтыр балыҡтар... 08.08.2018 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

– Айтуған, ҡумырыҡты гөжөп ҡыу, Нәҙир, һин күҫәк менән ситтән һыуға шапылдатып һуғып бар,...

Тотош уҡырға 1 068

Иғтибар: талпан!

Иғтибар: талпан! 29.05.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Бынан утыҙ-ҡырҡ йыл элек берәү ҙә “талпан ҡаҙалды” тип зарланып йөрөмәй торғайны. Хайуандарға, эйе,...

Тотош уҡырға 255

Алабуғаға кем исем биргән?

Алабуғаға кем исем биргән? 29.05.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. Фотоны ҡара. 6. Ҡармаҡта торған ҡыҙыл ем. 7. Пессимистың берәй нәмәгә...

Тотош уҡырға 289