Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Йәмле лә, тәмле лә Уҡыусыларыбыҙҙы балыҡтарҙың төрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн һүҙебеҙ Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарында һирәгерәк осраған алабалыҡ тураһында.
Уның урындағы һөйләштәрҙә айырым атамалары һирәк. Күптәр телмәрҙә урыҫса исемен (сиг) ҡулланһа, ҡайһы берәүҙәр “сөгә” ти. Һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған алабалыҡ балыҡсылыҡ хужалы­ғында ла тотола. Күп ашауы һәм тиҙ ҙурайыуы менән дан алған. Шуға ла уға “абсолют йыртҡыс” тигән исем дә йәбешкән. Табышын ҡыуғанда барлыҡ көсөн һалһа ла, үҙе балыҡсыға бөтөнләй ҡаршы­лашмай тиерлек. Был уның ҡурҡаҡлығына бәйле тип аңларға кәрәк. Алабалыҡ ауға эләккәндә лә туламай, тиҙәр. Шуға ла браконьерҙар өсөн айырыуса шәп табыш икән ул.
Үрсеүе лә – үҙенсәлекле, беҙҙәге йылға-күлдәрҙә бик һирәк осрай торған күренеш. Мәҫәлән, яҙғыһын ыуылдырыҡ сәсеү өсөн Ерекле һыу һаҡлағысынан Таналыҡҡа үрләгән алабалыҡтарҙы күрергә мөмкин. “Үҙ ғүмеремдә уны ике генә тапҡыр тоттом, – тип һөйләгәйне бер мәл билдәле прозаик, һәүәҫкәр балыҡсы Сабир ағай Шәрипов. – Тәүгеһен Нуриман районында Ҡариҙел йылғаһы ҡултығында эләктерҙем. Бәй, был ниндәй ят балыҡ, тип аптырап ҡалдым. Янымда Өфө районы гәзите журналисы Алексей Чуранов тора ине, унан һораным. “Алабалыҡ бит”, – тип яуапланы юлдашым. Табышымдың ҙурлығы иғтибарға алырлыҡ булмаһа ла, матурлығы хайран ҡалдырҙы. Икенсегә иһә алабалыҡты Ағиҙелдә, Бөрйән районының Яңы Монасип ауылы янында ҡаптырҙым. 35 – 40 сантиметр самаһы ине, йылтырмаға эләкте”.
Минеңсә, уларҙың күпләп йәшәгән урыны – Ырымбур өлкәһендәге Ерекле һыу һаҡлағысы. Алда әйткәнемсә, алабалыҡ ыуылдырыҡ сәскәндә ошо һыу ятҡылығынан Таналыҡ йылғаһына күтәрелә. Элегерәк табыш артынан был тарафта күп йөрөлдө. Тик эләккән алабалыҡтарҙың ауырлығы дүрт килограмдан ашмай ине. Ике тапҡырға ҙурыраҡ­тары бар, тигәйнеләр ҙә, ундайҙарҙы ҡаптырып булманы.
Алабалыҡтың төҫ-ҡиәфәтенә килгәндә, ул бәрҙегә оҡшаған: арҡаһында ҡара төртөктәре бар, тәңкәләре ныҡ, ауыҙы ҙур, тештәре тигеҙ, аҙауҙары өҫкө һәм аҫҡы яңаҡтарында урынлашҡан. Арҡаһы киң, йәшкелт-ҡара төҫтә, эс яғы иһә ап-аҡ. Оҙонлоғо метр ярымға етә. Ләмле һыу төбөн яратмаған­лыҡтан, ҡырсынташлы, ылымыҡ­һыҙ, ҡомло тәрән ерҙә йәшәй. Башҡа йыртҡыс балыҡтарҙан айырмалы, күҙҙәре ҙур, төнөн дә яҡшы күрә. Яратҡан аҙыҡтары – ташбаш, сабаҡ, күкен. Уларҙың ҙур бул­мағанын (алты-һигеҙ сантиметр­лығын) ырғаҡҡа эләктереп, һикер­теп уйнатыу ҙа етә. Ялтыр балыҡ­тарҙы ҡуйыу ҙа отошло. Табыш иһә оҙаҡ көттөрмәҫ. Ашарға яратҡанлыҡтан, йыл дауамында шәп ҡаба алабалыҡ. Уны ҡорман балыҡтарҙың өйөрө араһынан да эләктерергә мөмкин, сөнки бер-береһенә яҡын йөрөйҙәр.
Октябрь айында, һыу туңа башлағас, йылтырмаға яҡшы ҡабыусан. Емде артыҡ күп һалыу кәрәкмәй, мәкегә әҙләп кенә төшөрөргә кәңәш ителә. Үлгән балыҡты уйнатып тотоу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Ә әле, ҡыш мәлендә, нисек тоторға һуң? Ҡармаҡ ебенең – 0,12-0,18 миллиметрлығын, ырғаҡтың 12-14-се һанлыһын һайлау яҡшыраҡ. Йылтырманың көмөш төҫөндәгеһен алыу отошло булыр. Мәке алдында тауышланыу бөтөнләй тыйыла. Эләктергәс, ҡабаланмай ғына сығарыу фарыз. Горизонталь һәм вертикаль йыл­тыр­маға берҙәй һәйбәт ҡаба.
Һуңғы йылдарҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алабалыҡты үрсетеү мәсьәләһе бөтөнләй күтәрелмәй тиерлек. Уны браконьерҙар күпләп аулай, өлкәгә ҡулайлаштырыу еле лә ҡағылмай ҡалманы. Миҫал өсөн, күлдәре менән дан тотҡан Әбйәлил районында балыҡтарҙы һаҡлау менән шөғөлләнгән бер генә дәүләт инспекторы ла юҡ. Тимәк, уларҙы үрсетеү тураһында нисек һүҙ йөрөтмәк кәрәк? Быйылғы Экология йылында был мәсьәлә айырыуса көнүҙәк булырға тейештер, моғайын.
* * *
Алабалыҡтан күп төрлө аш-һыу әҙерләргә мөмкин. Һурпа яһайһыңмы, ҡыҙҙыраһыңмы, мейес эсендә ҡураһыңмы – барыһы ла тәмле килеп сыға.
Ыҫлау ысулы ла бар. Бының өсөн тәүҙә балыҡтың эсен таҙартып, һәйбәт итеп йыуабыҙ. Төрлө тәмләткестәр һалып, ике сәғәт тотҡас, ыҫлау йәшнигенә теҙәбеҙ. Утҡа ерек йә алмағас онтағы һалырға кәңәш ителә. Ярты сәғәттән ризыҡ әҙер ҙә булыр. Алабалыҡтың ни ҡәҙәр тәмле икәнен әйтеп тораһы ла юҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 437

Табышың туйып арыһа...

Табышың туйып арыһа... 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә....

Тотош уҡырға 271

Хәтер һандығына

Хәтер һандығына 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә...

Тотош уҡырға 268

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?!...

Тотош уҡырға 141

Һыла тотабыҙ

Һыла тотабыҙ 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп...

Тотош уҡырға 261

Айына ҡарап

Айына ҡарап 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Яҡташыбыҙ, балыҡтар тураһында дүрт китап сығарған Юрий Тепловтың кәңәштәрен еткереүҙе дауам итәбеҙ....

Тотош уҡырға 234

Селбәрә ебәреү һөҙөмтә бирерме?

Селбәрә ебәреү һөҙөмтә бирерме? 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Яңыраҡ Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре Түбәнге Кама һыу...

Тотош уҡырға 260

“Ашарлыҡ ҡына ал да ҡалғанын ебәр”

“Ашарлыҡ ҡына ал да ҡалғанын ебәр” 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Уйылдан Ғәлин атаһының ошо һүҙҙәрен иҫтән сығармай....

Тотош уҡырға 308

Манныйҙан иҙмә

Манныйҙан иҙмә 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Балыҡсыларҙың ижади кеше икәне сер түгел. Манный ярмаһынан иҙмә яһауҙарына ҡарап та әйтергә була...

Тотош уҡырға 265

Ихлас хәстәрлек өлгөһө

Ихлас хәстәрлек өлгөһө 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Бөгөн балыҡсылар тураһында ярайһы күп һөйләйбеҙ. Әммә тәбиғәткә зыян килтергән браконьерҙар...

Тотош уҡырға 234

Айына ҡарап

Айына ҡарап 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Һауа торошо сентябрҙә бер төрлө генә түгел: бер ҡараһаң, сыуаҡ, ҡояш йылыта, көндөң икенсе...

Тотош уҡырға 192

Ҡәҙерен нығыраҡ белһәк…

Ҡәҙерен нығыраҡ белһәк… 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

“Үҙебеҙҙең тәбиғи ризыҡҡа өҫтөнлөк бирәйек”, – ти белгестәр. Балыҡтың, башҡа диңгеҙ продукттарының...

Тотош уҡырға 219