Үәт, әй!Диңгеҙ рекордсыһы. 2017 йылда ярға сығарып ташланған был йән эйәһе “ҡайыш балыҡ” тип атала. Кешегә күренмәй, тәрән урындарҙа йәшәй. Филиппинда көслө ер тетрәү ваҡытында барлыҡҡа килгән цунами был балыҡты ярға сығарып ташлаған.







Үәт, әй!Камбоджала бер балыҡсыға ауырлығы 102 килограмм һәм оҙонлоғо 172 сантиметр булған һаҙан эләккән. Әммә был рекорд түгел әле: тарихта өс йөҙ кило тартҡан өс метрлыҡ һаҙан тотолғаны билдәле.








Үәт, әй!Яңы Зеландия балыҡсы­лары 2007 йылда Антарктида ярҙары буйында ҙур кальмар тотҡан. Ул ошоға тиклем иң ҙу­­ры һанала: ауырлығы – 450 килограмм, ҡулсаларының ҙур­лығы машина тәгәрмәсе хәтлем.











Үәт, әй!Тоғауыҙ (мешкорот) – тәрәндә йәшәгән балыҡ ғаиләләренең танылыу яулаған берҙән-бер төрө. Уның оҙонлоғо 2 метрға етә. Ике-биш саҡрымлыҡ тәрәндә йә­шәй. Уның төп үҙенсәлеге – ҙур, көслө һәм һығылмалы ауыҙ, үт­кер тештәр. Был балыҡтың башында ҡайһы бер һөйәктәре юҡ, шуға күрә ул ауыҙын 180 гра­дус­ҡа тиклем аса ала. Тәрәндә туҡланыу өсөн ризыҡ күп, балыҡ үҙ ауырлығынан һәм ҙурлығынан күләмлерәк аҙыҡты йота. Күпләп ашағандан һуң ул оҙаҡ ваҡыт ризыҡһыҙ йәшәй ала.