Ҡыш нәҙек ҡармаҡ ебе, ялтырауыҡлы ҡурғаш йәбештерелгән бәләкәй ҡармаҡ (мормышка) – төп кәрәк-яраҡ. Кемдер ҡалҡыуыслыны ярата. Ҡармаҡ сыбығы 30-40 сантиметрҙан артмаһын. Күлдәрҙә – бәләкәй, ә ағын һыуҙа ҙурыраҡ ҡалҡыуыс кәрәк. Еп 0,10-0,15 миллиметрҙан ҡалын түгел, әммә төйөнһөҙ, ныҡ булырға тейеш. Ырғаҡҡа оҙонморон ҡарышлауығы әҙерләү яҡшы.


Ҡыш йылтырма менән дә тоторға мөмкин. 50-70 сантиметр оҙонлоғондағы ҡармаҡ сыбығы, йәтеш кенә бер-ике асалы ҡармаҡ кейҙерелгән йылтырма яҡшы булыр. Ептең үрелгәне бөтөнләй бармай, үтә күренмәле 0,1 диаметрлыһын алырға кәңәш ителә. Ҡыш алабуға, һыла, суртан, ажау, хатта бәрҙе тоторға мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр бәләкәй балыҡтарҙы ике йәки өс асалы ырғаҡҡа эләктереп, суртан, һыла, алабуғаға “һунар итергә” ярата.
Мәке тиҙ туңа, шуның өсөн дә уны ҡар менән күмергә онотмағыҙ. Кәтүккә 35-40 метр еп урағыҙ: балыҡ эләкһә, ҡапыл тартып алып китә.