Ҡыш боҙ аҫтынан балыҡ тотоу мәле – мажараға бай, мауыҡтырғыс осор ул. Был шөғөлдө юҡҡа ғына ауырыуға тиңләмәйҙәр: бер тапҡыр барҙыңмы, икенсегә мотлаҡ юлланасаҡһың. Һуңғы йылдарҙа, нервыларҙы тикшергән һымаҡ, ҡышы ла декабрь еткәс кенә килә. Шунда башлана ла инде балыҡсылар өсөн байрам!
Ҡышҡы кәсептең үҙенсәлектәре күп, шуларҙың бер нисәһен ҡарап үтәйек. Балыҡҡа барыр алдынан йылы кейем хәстәрләргә, термосҡа эҫе сәй яһап алырға кәрәк. Тотоу урынын һайлау ҙа бик мөһим. Мәҫәлән, суртан үләнле, ҡамышлы ерҙәрҙе үҙ итһә, һыла, киреһенсә, һыуға ҡолаған ағастар янында, ҙур таштар артында йөрөүсән. Ысын балыҡсы был урындарҙы йәй үк ҡарап ҡуя. Тәрәнлек нисек, ағынмы-юҡмы, үлән ҡайһы тирәлә һ.б. – барыһын да белеү мөһим.
Һыу төбөнә йәбешеп үҫкән үлән араһында эре балыҡ бөтөнләй булмай тиерлек. Ә бына ҡамыш араһында хәл бөтөнләй башҡаса. Бында суртан, сабаҡ, ҡыҙылгүҙ, алабуға йәшәй. Йыртҡыстары боҫоп ҡына ҡорбандарын көтһә, башҡалары ҡамыш араһын йәшеренеү урыны тип күрә. Шулай ҙа бындай ерҙе иң нығы алабуға ярата, сөнки кислород күп. Ауырығандары шәбәйеү маҡсатында йә үләнгә, йә ләмгә күмелеп ята. Ә балыҡсыға, киреһенсә, хәүефлерәк, сөнки бындай урындарҙа боҙ йоҡа була.
Ҡырҡбыуын үләне араһында йоҡламаған табандарҙы ла тоторға мөмкин. Ҡыш балыҡ һыуҙың иң тәрән урынына йыйыла, әммә ситтәрәк, һайыраҡ ерҙә, ҡорман, сабаҡ йөрөүсән. “Балыҡ һуҡмағы” төшөнсәһе, ысынлап та, бар, был юлдан улар билдәле ваҡытта ғына үтә. Әгәр ҙә һыуҙың төбө йәшел үлән менән ҡапланған булһа, ул урынды ташлап китеү хәйерлерәк – юрыштан башҡа бер ни ҙә тота алмаҫһығыҙ. Балыҡсы бит “ҙуры эләкһә ярар ине” тигән уй менән килә.
Ҡышҡы “һунар”ҙа, әлбиттә, иң мөһиме – боҙтишкес. Бысаҡтары үтмәҫләнмәһен тиһәгеҙ, ҡайыштан ҡап эшләп ҡуйығыҙ. Балыҡта ултырыу өсөн йәшнигегеҙ ҙә ярап ҡала. Елле көндә ҙур булмаған палатка эсендә лә ултырырға мөмкин. Тормошта иң мөһиме һаулыҡ икәнен оноторға ярамай. Быймағыҙ булмаһа, поляр итектәр ярҙамға килер: улар 30 градусҡа тиклемге һалҡынға ла, һыуға ла бирешмәй.
Боҙ ете сантиметрға етмәйенсә, уға аяҡ баҫмағыҙ. Һыуға төшөп киткән осраҡта иһә тәү сиратта ауыр әйберҙәрегеҙҙән ҡотолорға тырышығыҙ. Бау алып йөрөү ҡамасауламаҫ. Шулай уҡ янығыҙҙа гелән иптәшегеҙ булһын.