Елле суртан эләктергең киләме? Әйҙә, беҙгә!

12-12-2017, 00:03 // Эй ултыра балыҡсы... // Баҫып сығарырға
Елле суртан эләктергең киләме? Әйҙә, беҙгә!Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәр. “Өфө – Ырымбур” юлынан китеп барғанда һул яҡта ҙур ғына күл күренде. Ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы тыя алмайынса, шунда боролдоҡ. Күл Ауырғазы районының Исмәғил ауылы янында икән. Бына ҡаршыбыҙға мөләйем ханым килеп баҫты. Ошондағы ял базаһы етәксеһе Лиана ЮНЫСОВА икән. Уға шул ыңғайҙа бер нисә һорау биреп өлгөрҙөк.

– База булдырыу өсөн ни өсөн нәҡ ошо урынға өҫтөнлөк бирелде?
– Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ: бында урман да, яландар ҙа, балыҡ та, еләк-емеш тә, бәшмәк тә бар. Ике ҡатлы ҡарағай йорттар, мунса төҙөттөк. Балалар өсөн байтаҡ уйын майҙансығы булдырылды. Ресторан, магазин эшләй. Бигерәк тә һәүәҫкәр балыҡсыларға уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Улар өсөн күл буйында бәләкәй өйҙәр, ҡармаҡлау урындары бар. Ял итеүселәргә шашлыҡ бешереп ашау мөмкинлеге лә бар.
– Балыҡ тотоу ҡағиҙәләре менән таныштырһағыҙ ине.
– Беҙҙең күлдәрҙә балыҡ тотоу түләүле, әлбиттә. Тәүлегенә – 500 һум. Бында килгәндәрҙең табышһыҙ ҡайтҡаны юҡ былай. Суртан, һаҙан, алабуға, сабаҡ эләгә, әле аҡ амур ебәрҙек. Өҫтәге күлдә әлегә тоторға рөхсәт юҡ, сөнки яңыраҡ ҡына селбәрә ебәрҙек. Һыуҙың тәрәнлеге 14 метрға етә, шуға балыҡсылар ҡыш та килә. Һаҙандар алты-ете килограмға етә, елле генә суртандар йылтырмаға эләгә – килегеҙ!
– Район хакимиәте ярҙам итәме? Ниндәй йүнәлештә үҫешергә уйлайһығыҙ?
– Урындағы етәкселек хәлебеҙҙе аңлай, төрлө яҡлап булышлыҡ ҡыла. Агротуризм йүнәлеше буйынса үҫергә ниәтләйбеҙ. Киләсәктә бында һыу инеү урыны, зоопарк буласаҡ. Йәш ғаиләләр өсөн айырым шарттар тыуҙырыу – көнүҙәк мәсьәлә.
– Оло юлдан төшкәс, ике-өс саҡрым араға ҡырсынташ түшәлгән. Асфальт йәйеү планлаштырыламы?
– Был хаҡта район етәкселеге менән һөйләшелгән: асфальт һалынасаҡ. Өфөнөң дә, Стәрлетамаҡтың да яҡын булыуы уңайлы. Туйҙар, юбилейҙар үткәреү өсөн матур урын был. Шул уҡ ваҡытта 280 гектарҙан ашыу һөрөнтө еребеҙ бар, унан да байтаҡ файҙа алырға мөмкин.